7


  • Учителю
  • Конспект урока по башкирскому (государственному) языку на тему 'Обстоятельства. Поэма Г. Саляма 'Шункар '

Конспект урока по башкирскому (государственному) языку на тему 'Обстоятельства. Поэма Г. Саляма 'Шункар '

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Хәл. Уларҙың төрҙәре.

Ғ.Сәләм "Шоңҡар" поэмаһы.

Маҡсат: уҡыусыларҙы хәл һәм уның төрҙәргә

бүленеше менән таныштырырға;

текстан уларҙы табарға, дөрөҫ һорау ҡуярға,

хәлдәр менән һөйләмдәр төҙөргә өйрәтергә;

шағирҙың биографияһы менән таныштырырға;

аңлатмалар менән поэманы уҡый башларға;

уҡыусыларға әхлаки тәрбиә бирергә.


Йыһаҙлау:"Хәл" темаһына таблица, Ғ.Сәләмдең портреты, С.Кулибайҙың "Сәләм хаҡында иҫтәлектәр"е,шағирҙың тормошонан төп даталар,Б.Бикбайҙың "Ахры, үкенескә булғандыр" шиғыры, эпиграф:


Шағир ғүмере йылдар менән түгел,

Шиғыр ғүмере менән үлсәнә.

Х. Кәрим


  1. Ойоштороу мәле.

    • сәләмләшеү

    • дежур менән әңгәмә

    • дәрестең маҡсатын әйтеү

  2. Тел шымартҡыстар әйтеү.

Ҡыҫала ҡыҫа тип, ҡуҫтым ҡысҡырып ҡаса. Тайғаҡта таяҡҡа таянһаң, таймаҫһың.

  1. Яңы теманы аңлатыу.

  1. Таблица буйынса эшләү (миҫалдарҙы күҙәтеү, һорауҙарға иғтибар итеү)

  2. Тел шымартҡыстарҙан хәлдәрҙе табыу (рәүеш, шарт)

  3. Телдән төрлө хәлдәр менән һөйләмдәр уйлап әйтеү

  1. Ғ.Сәләмдең биографияһын өйрәнеү.

  1. Уҡытыусының кереш һүҙе.

" Шағир ғүмере йылдар менән түгел,

Шиғыр ғүмере менән үлсәнә."

Был һүҙҙәр тулыһы менән Ғ.Сәләмгә, уның тормошона һәм ижадына тап килә. Сәләм поэзияһы күләме менән түгел, ә беренсе сиратта, үҙенә тупланған фекер һәм хистәре менән бай. Кем һуң ул Сәләм, ни өсөн Сәләм?

  1. Уҡыусының Сәләмдең тормошо тураһында ҡыҫҡаса белешмә биреүе.

Сәләм 1911 йылдың 2 февралендә Силәбе өлкәһе Сосновка районына ҡараған Тәгеш ауылында тыуа. Бик йәшләй атаһыҙ ҡала. Уны һәм ике туғанын әсәһе Өммөгөлсөм тәрбиәләй.

Һары, Арғаяш мәктәптәрендә уҡып урта мәктәпте тамамлай. Тырыш, зирәк бала була. Ул осор йәштәре социализм идеялары менән янып йәшәй. Сәләм дә комсомолдар сафына баҫа, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша, стенгазеталар сығарыуҙа ҡатнаша; үҙе лә мәҡәлдәр, шиғырҙар яҙа.

Матбуғатта ла шиғырҙары күренә башлай, 1932 йылда тәүге шиғырҙар йыйынтығы "Тревога" исеме аҫтында сыға.

1933 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының әҙәбиәт факультетына инеп уны бик яҡшы билдәләргә тамамлай. Уны М. Ғафури исемендәге ғилми-тикшеренеү институтына эшкә саҡыралар. Бында ул башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәнеү менән шөғөлләнә.

Шуғалыр бер аҙҙан Петербургҡа фольклористика буйынса аспирантураға уҡырға инә. Был осорҙа уның юғары идея-художествалы "Шоңҡар", "Ғүмер", "Бала", "Һәйкәл" һәм башҡа поэмалары, шиғырҙары баҫылып сыға. Ул талантлы шағир булып таныла.


  1. С.Кулибайҙың "Сәләм хаҡында иҫтәлектәр"ен уҡыу (133бит, "Кластан тыш уҡыу китабы")

  2. Иҫтәлектең йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап биреү:

  • иҫтәлектә Ғ.Сәләмдең тормош шарттары, иптәштәренә булған мөнәсәбәте нисек һүрәтләнгән?

  • әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуы тәраһында ниләр әйтелгән?

  • һеҙгә уның характерына хас ниндәй сифаттар айырыуса оҡшай?

(маҡсатсанлыҡ, эшлеклелек, ныҡышмалылыҡ, нескә күңеллелек)


  1. Б.Бикбайҙың "Ахыры, үкенескә булғандыр" шиғырын уҡыу, һорауҙарға яуап биреү.

    • шағир Сәләмдең үлеүе айҡанлы үҙенең ҡайғыһын ниндәй һүҙҙәр ярҙамында һүрәтләй? (беренсе 4 юл)

    • шағирҙың ҡапыл үлеүе нимә менән сағыштырыла?

    • Бикбайҙың дуҫлыҡ хистәре ҡайһы юлдарҙа сағыла? (һуңғы строфа)


  1. Поэманың эпиграфын уҡыу, мәғнәһен аңлатыу.

  2. Аңлатмалар менән поэманы уҡый башлау.


  1. 2-3 бүлектәрҙе уҡыусыларҙың сылбырлап уҡыуы. Унда һүрәтләнгән күренештәрҙе күҙ алдына баҫтырыу, һөйләп биреү. Ниндәй яңылыҡ белдегеҙ?

(Әхәт-атаҡлы бур, ул йәшәгән Урал урманы), (урманды һүрәтләү, Әхмәттең бурлыҡ юлына төшөү тарихы, Әхмәттең ауыр уйҙары)

  1. 4-се бүлекте эстән уҡыу,бүлектең башҡа бүлектәрҙән айырмаһын билгеләү (Әхәттең борсыулы уйҙарын һүрәтләү өсөн халыҡ йырын автор индерә. Геройҙың эске монологы, илауы)

  2. 5-7 бүлектәрҙән уҡыусыларҙың үҙҙәренә оҡшаған урындарҙы уҡып аңлатыуы, хәлдәр менән һөйләмдәрҙе табыу, төрөн бигеләү.


  1. Дәрескә йомғаҡ яһау.


1.Хәлдәр ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

2. Шағир тормошоноң төп даталары (байҡап сығыу)


  1. Уҡыусыларҙың дәрестә эшләүен баһалау.

  2. Өйгә эш. Поэманың йөкмәткеһе буйынса анализға әҙер булырға.

Поэманан хәлдәр менән 3-4 һөйләм яҙып алырға



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал