- Учителю
- Разработка урока по башкирскому языку на тему: Р. Бикбаевтың ' Халҡыма хат ' шиғырын өйрәнеү
Разработка урока по башкирскому языку на тему: Р. Бикбаевтың ' Халҡыма хат ' шиғырын өйрәнеү
Тема: Р. Бикбаевтың «Халҡыма хат» шиғырын өйрәнеү.
Маҡсат: Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Бикбаевтың ижады, шиғыр йөкмәткеһе менән таныштырыу. Тыуған телде белеүҙең кәрәклегн уҡыусыларға еткереү; Туған телгә ҡарата һөйөү, тәрбиә биреү. Уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.
Йыһаҙландырыу: Р. Бикбаевтың портреты Башҡортостандың халыҡ шағирҙары,яҙыусылары плакаттары.Магнитофон, аудиотаҫма.
Дәрес барышы:
1. Иҫәнләшеү
Уҡытыусы:
Һаумыһығыҙ, һаумы әле!
Ниндәй йылы һуҙ икән!
Куңелдәрҙе иретерлек
Һәр кемгә лә үҙ икән.
-
Һаумыһығыҙ уҡыусылар. Әйҙәгеҙ бер- беребеҙҙе йылмайышып сәләмләйек!
Уҡыусылар:
Һаумы ҡояш
Һаумы зәңгәр һауа
Һаумы уҡытыусым
Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!
2. Артикуляцион күнегеүҙәр:
Уҡытыусы: Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшер өсөн телдәрҙе шымартып алайыкҡ әле
а) Башҡорт телендәге өндәрҙе ҡабатлап алайыҡ әле әйҙәгеҙ
Ә; Ө,Ҡ,Ҫ,Ҙ,Һ,Ү.Ң,Ғ.
б) Ижектәрҙе минең арттан ҡабатлайбыҙ:
ла- лә, ма-мә, кө-кә.рө-рә,тө-тә, ҫа-ҫә, ҡә-ҡа. Ярар, етеп торор, уҡыусылар. Афарин!
в) Ә инде телдәребеҙҙе шымартып алайыҡ:
Тә-тә-тә - ултырабыҙ дәрестә,
Са-са-са - һөйләшәбеҙ башҡортса,
Ый-ый-ый - уҡыусы шиғыр уҡый.
3. Дәрестең темаһын әйтеү, маҡсатын аңлатыу.
Балалар,әйҙәгеҙ, дәрестең темаһын асыу өсөн, крассворд сисеп алабыҙ.Крассвордтың ҡап уртаһында- беҙҙең дәрестең темаһы яҙылған. Кем тиҙерәк сисәр?
-
Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы.
-
Иң бейек түбә- Башҡортостанда.
-
Башҡорт халыҡ йыры.
-
Белем шишмәһе.
-
Башҡортостандағы иң ҙур күл.
-
Башҡорт халыҡ языусыһы.( ҡатын-ҡыҙ)
-
Башҡортостандағы иң ҙур йылға.
-
Башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарының ҡыллы музыка ҡоралы.
-
Башҡорт халҡының милли батыры.
-
Республикалағы йәштәр гәзите.
-
Тыуған ил.
Бына беҙ сисеп тә сыҡтыҡ һәм теманы асыҡланыҡ. Бөгөн беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил ағай Бикбаевтың тормош юлы һәм ижады менән танышасаҡбыҙ.
4. Рауил Төхвәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покровка районы Юғары Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Күрше ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Унан Аҡ-Болаҡ педагогия колледжына уҡырға керә. Был уҡыу йортон тамамлағандан һуң, ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын да тамамлай.
Аспирантуранан һуң оҙаҡ йылдар Өфөләге тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1995 йылдан Башҡортостан яҙыусылар союзының идара рәйесе булып эшләй.
Уның иң беренсе шиғырҙар йыйынтығы- «Дала офоҡтары» 1964 йылда донъя күрә. Шунан башлап ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығарҙы.
Рауил Бикбаевтың поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ киләсәге алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. "Каруанһарай" ,"Баҙар балтаһы","Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!" поэмаларында "Халҡыма хат" шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә.
Рауил Төхвәт улы Бикбаев-күренекле әҙәбиәт ғалимы.Уның, бигерәк тә,Ш.Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса хеҙмәте ҙур.
Ул Ғ.Сәләм исемендәге, Салауат Юлаев исемендәге премиялары лауреаты.
1992 йылда уға иң юғары исем-"Башҡортостандың халыҡ шағиры" тигән исем бирелде.
5. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ, алып киттек.
1) Алғы ижегем бер ҡалҡыу ер,
Икенсеһе бер йылға.
Ихатала ем сүпләрмен,
Бергә уҡыһаң икеһен. ( тауыҡ)
2) Тәгәрмәстәр йәбешкән
Тик улар түгел тигеҙ,
Бере- ҙур, бере - бәләкәй,
Был һан, әлбиттә- ( һигеҙ).
6. Магнитофондан "Р.Бикбаевтың Халҡыма хат" шиғырын тыңлайбыҙ.
7. Һүҙлек менән эш итәбеҙ.
Бәғер - душа
Оран- клич
Золом - яуыҙлыҡ - зло
Биҙҙереү - отучить
Яҙҙырыу - лишить
Ҡуйын - пазуха
Ҡый- сорняк
Һәләт- способность
Тиҫтер-йәштәш -одногодок
Дарья -ҙур йылға- большая река
Ырыуҙаш- сородич
Әжәл- үлем- кончина,смерть
Алҡым - тамаҡ,үңәс -горло
Тоҙоҡ - петля
Уҡыусылыр һүҙлекте дәфтәрҙәренә яҙып ала.
8. Һорауҙарға яуап биреү.
-Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән кемдең ижадын ҡарап үттек инде? ( уҡыусыларҙың яуабы)
-Автор туған тел тураһында нимәләр яҙа? (Үҙҙәре яуап бирәләр, йәки, ошо юлдарҙы уҡып бирәләр).
- Балалар,авторҙың: "тик моңонан, теленән яҙмаған"-тигән һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ?
Эйе, беҙ үҙ телебеҙҙе белергә, уның тамырын һаҡларға һәм быуындан быуынға еткерергә тейешбеҙ. Үҙ телен белмәгән кешене - "милләтһеҙ",-тип атағандарын ишеткәнегеҙ барҙыр.
Бына һеҙҙең милләтһеҙ булғығыҙ киләме? Әлбиттә юҡ.
Тағы ла ҡарап уҙайыҡ әле :
Авторҙың : "Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар, әсә телен белмәй үҫкәндәр",- тигән юлдары бар. Бына ошо юлдарға ҡарата ниндәй һүҙҙәрегеҙ, теләктәрегеҙ бар, уҡыусылар? (уҡыусыларҙың яуаптары)
9.Ҡабатлау, нығытыу.
А) Беҙ һеҙҙең менән кемдең ижады менән таныштыҡ?
Б) Р.Бикбаев нисәнсе йылда һәм ҡайҙа тыуған?
В) Ул ниндәй премиялар лауреаты?
Г) Уға "Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы" тигән маҡтаулы исемде ҡасан бирәләр?
-
Өйгә эш биреү.
Шиғырҙың аҙаҡҡы ике юлын ятлап килергә
-
Балаларҙы баһалау.
-
Йомғаҡлау.
Уҡыусылар, мин һеҙгә үҙ Башҡортостаныбыҙҙы яратыусы, үҙ туған телен яратыусы шәхестәр булыуығыҙҙы теләйем.Афарин, балалар! Бик матур ҡатнаштығыҙ! Һау булығыҙ!
9.
1.
Ҡ
у
Р
а
й
2.
Я
м
А
н
т
а
у
3.
У
р
а
л
4.
Л
И
т
а
п
А
с
ы
Л
ы
к
ү
л
6.
Б
и
и
ш
е
в
а
7.
А
ғ
И
ҙ
е
л
8.
К
ү
г
ә
р
с
е
н
Д
у
м
Б
ы
р
а
10.
С
А
л
а
у
а
т
Й
ә
ш
л
Е
к
12.
В
а
т
а
н