7


  • Учителю
  • 'Ике составлы һөйләмдәр'. Башҡорт теленән дәрес-конспект. (7 класс)

'Ике составлы һөйләмдәр'. Башҡорт теленән дәрес-конспект. (7 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡорт теленән дәрес-конспект

7 -се класс

Тема

Ике составлы һөйләмдәр.

Маҡсат

Ике составлы һөйләмдәрҙе айырып күрһәтә белеү, йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәрҙең айырмаларын таба белеү; күнегеүҙәр аша уҡыусылар күңелендә милли рух, халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫына ҡыҙыҡһыныу тойғолары, ил батырҙарына оло ихтирам тәрбиәләү; уҡыусыларҙың күҙәтеүсәнлеген, фекерләү ҡеүәһен, яҙыу һәм телмәр мәҙәниәтен, ижади һәләтен үҫтереү.

Йыhазландырыу.

Ноутбук, слайдтар, hүрәттәр, халыҡ йырҙары тупланған аудиояҙма, китаптар күргәҙмәһе, дәреслек.

Дәрес барышы.

1. Инеш өлөш.

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, ултырығыҙ. Китап, дәфтәрҙәрҙе астыҡ, яҙып ҡуяйыҡ. Дәрестең темаhы - ике составлы hөйләмдәр.

2. Өйгә эште тикшереү.

Башта үткән теманы иҫкә төшөрөп үтәйек. «Ике һәм бер составлы һөйләмдәр» .

Бер составлы hайләм - һөйләмдә йә хәбәр, йә эйә составы ғына бар

(Май айы. Кис. Тәмле алма. Матур сәскә). Эйәнән генә лә, уға эйәргән эйәрсән киҫәктән дә торорға мөмкин (Май айы. Алтынайҙың ҡурсағы. ). Хәбәрҙән генә лә, уға эйәргән эйәрсән киҫәктән дә торорға мөмкин.

(Тауышһыҙ ағыр. Өнһөҙ генә илай. Шыштырлап атлай).

Икe составлы hөйләмдәрҙә эйәһе лә, хәбәре лә була (Ат етмәҫ ергә дан етер. Ҡыҙҙар өйгә эш эшләй. Ҡурсаҡҡа күлдәк тектем).


Тест һорауҙарына яуап алыу.


1


3. Яңы теманы аңлатыу.

Бөгөн, иһә, ошо теманы дауам итеп, тулыраҡ мәғлүмәт аласаҡбыҙ. (Ҡағиҙәне уҡып сыҡҡас миҫалдар ярҙамында уҡыусылар үҙҙәpe ҡағиҙәне сығара).

l-се инеш күнегеү менән танышыу. Телдән башҡарыла.

Һорау: Ниндәй яңылыҡ күрҙек. шуны әйтәйек?

Яуап: Ике составлы йыйнаҡ hөйләмдәр - (Таң ата). Ике составлы тарҡау hөйләмдәр - (Һыҙылып таң ата).

2-се инеш күнегеү телдән башҡарыла. Һығымта яhала.

4. Теманы нығытыу

154-се күнегеү телдән башҡарыла.

«Наполеон тар-мар ителгәс... » Өҙөктө иғтибар менән уҡыу.

Һорау: Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән алынған ?

Яуап: «Төньяҡ амурҙары» Яныбай Хамматов.

Һорау: Ниндәй ваҡиғалар тураhында hүҙ бара?

Яуап: Наполеон Рәсәй сиктәрен үтеп инә. 1812 -се йылғы Ватан hуғышы башлана. Был hуғышта башҡорт атлылары ла ҡатнаша, уларҙың батырлыҡтары, eңеүҙәpe, Парижға тиклем барып eтеүҙәpe тураhында һәм шулай уҡ тарихи шәхес Ҡаhым түрә тураһында һөйләнелә.

Һорау: Уҡыусылар, 2012 йыл Рәсәй халҡы ниндәй билдәле датаны 26 августа үткәрҙе, беләhегеҙме?

Рәсәйҙә ниндәй йыл иғлан ителде?

Яуап: Бородино яланындағы һуғышҡа 200 йыл тулды. Рәсәй тарихы йылы

иғлан ителгән.

Бордино яланындағы һуғышты сағылдырған слайдтарҙы, башҡорт яугирҙары төшөрөлгән гравюраларҙы, һүрәттәрҙe ҡарау.

2


Һорау: Күнегеүгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Ошо өҙөктән күренеүенсә Ҡаhым түрә үҙен Император алдында нисек тота?

Яуап: Баҙнатһыҙ ғына, әммә үҙ халҡы өсөн ер-һыу, ирек hорай

Һорау: Императорга бындай яуап ни өсөн оҡшамай?

Яуап: Илгә Ҡайтҡас икенсе Салауат Юлаев булырҙай шәхес икәнен күрә.

Ҡурҡынысыраҡ, сөнки уның тәжрибәhе ҙур, ти. Унан ҡотолоу юлын эҙләй.

Һәр бер һөйләмде тикшереп, уларҙың бер составлымы йәки ике составлымы икәнен әйтеп сығырға. Телдән башҡарыла.

Һығымтаны уҡыусылар үҙҙәpe әйтә:

шулай итеп, бер составлы hөйләм - һөйләмдә йә хәбәр, йә эйә составы ғына бар (Май айы. Кис). Эйәнән генә торорға ла, уға эйәргән эйәрсән киҫәктән торорға ла мөмкин (Май айы). Хәбәрҙән генә hәм уға эйәргән эйәрсән киҫәктән дә торорға мөмкин (Тауышһыз ағыр).

Ике составлы hөйләмдәрҙә эйәһе лә, хәбәре лә була

(Ат етмәҫ ергә дан етер).

Һорау: Ҡаhым түрә тураhында ниндәй йыр бар? Һүҙҙәрен иҫкә төшөрөгөҙ.

«Ҡаhым түрә». Ятлау.

Ҡаhым түрә менгән hopo юрғаның, вай кем, Маңлайында булыр урайы,

Ҡаhым түрә фарман биргән саҡта, вай кем,

Һул ҡулында булыр ҡурайы.

Аҡ балыҡтай уйнар hopo юрғаhы, вай кем, Көмөшлө эйәр күренә ялтырап.

Ҡаhым түрә яуап алған саҡта, вай кем, Дошман майор тора ҡалтырап.

Беҙҙең генә баҫыуҙың межаhы, вай кем,

Таҡыя ғына башлы сел ҡурай.

Командир ҙа булған Ҡаhым түрә, вай кем, Командаhын көнөнә биш урай.

3


Аудиояҙманан йырҙы тыңлау.

Һорау: Ҡаhым түрә тураhында тағы нимә беләһегеҙ?

Яуап: Йыр һәм легендаларҙа был шәхестең тормошона бәйле күп кенә мәғлүмәт һаҡланған. Мәҫәлән бер легенда шәжәрәне хәтерләтә: «Ҡасандыр Мырҙаш һәм Айыусы ауылдары (Стәрлетамаҡ районына ҡарай) бергә булған. Бында Моғатай тигән ҡарт йәшәгән. Уның Тувай менән Һатлыҡ тигән улдары була. Һатлыҡтың балалары булмай. Тувайҙан Ҡаҙаҡбай, Ҡаҙаҡбайҙан Мырҙаш, Мырҙаштан Ҡаһым түрә тыуган. Ҡаһым түрәне Туйсин тип йөрөткәндәр. Ул дөрөҫ түгел. Туваев булырғa тейеш. Сөнки Ҡаһым түрәнең ҡартатаһының атаһы Тувай булған. Ҡаһым түрәнән Хәйбулла. Хәйбулланан Йондоҙаҡ, Йондоҙаҡтан Fәлиулла менән Вәлиулпа тыуа. Вәлиулланың балалары булмай. Fәлиулланан Fәйнулла менән Хөснулла тыуа. Улар Ҡасимов йөрөйҙәр.»

Тарихсы Ә.З.Әсфәндиәровтың 7-се ревизия (халыҡ иҫәбен алыу) материалдарына Ҡарағанда, 1811 йылда сотник Ҡаһым түрәгә, йәғни Ҡаһым Мырҙашевҡа, 33 йәш булған.

Ҡаһым түрә үҙ иленә ҡайтып етмәгән. Легендаларға ҡарағанда, генерал-майор дәрәжәһе алыуына көнләшеп, рус офицерҙары уға ағыу эсереп үлтергәндәр. "Ҡаһым түрә вафат булып ҡалды, вай кем, Владимир губерна башында. Биш йөҙ кеше ҡарап өнһөҙ ҡалған, вай кем, ҡайғырышып ҡәбер ҡаҙалмай", тип йырлана.

Баязит Бикбайҙыц "Ҡаһым түрә" драмаһында Ҡаһымдың үлтерелеүе тураһында яҙыла, был әҫәрҙе 8-се класта үтәсәкбеҙ.

Һығымта: Ҡаhым түрә үҙ иленә ҡайтып етә алмай. Әммә ләкин уның оло хөрмәткә лайыҡ булған командир, юғары дәрәжәле кеше булыуы тураhында без hаҡланып ҡалған һәм беҙҙең көндәргә килеп еткән легендалар һәм йырҙар аша уҡып беләбеҙ, ғорурланабыҙ. Ил батырына оло ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ.

152 -се күнегеү. Таҡтала яҙма эш. Йыйнаҡ hөйләмдәрҙе тарҡау һөйләмдәргә әйләндерегеҙ. Синтаксик анализ яһағыҙ.

1.Быйыл ҡыш бик оҙон, 2. Һуңғы ваҡытта көндәр һалҡын. 3. Ыжғыр бурандар йыш була. 4. Һалҡын көндәрҙә ҡыр хайуандары, ҡоштар асыға. 5. Дәрестән һуң мәктәп балалары уларға ярҙам итә.

4


Һығымта: Эйә менән хәбәрҙән генә торған ябай hөйләм йыйнаҡ тип атала.

Баш киҫәктәрҙән, эйәрсән киҫәктәрҙән, айырымланған эйәрсән киҫәктәр менән хәл әйтемдәренән теҙелгән ябай hөйләм тарҡау тип атала.

5. Физкультминут.

Бер, ике, өс, беҙҙең ҡулда көс,

Дүрт, биш, атлайбыҙ,

Уңға, һулға боролабыҙ

Алға, артҡа эйеләбеҙ,

Уң ҡулды күтәрәбеҙ,

Һул ҡулды күтәребеҙ,

Башты әйләндерәбеҙ.

Бер, ике, ултырабыҙ,

Өс, дүрт, hикерәбеҙ.

Егеттәр: «Көслө егет булабыҙ, армияға барабыҙ, Тыуған илде hаҡлайбыҙ».

Ҡыҙҙap: «Ә беҙ көтөп ҡалабыҙ».

153 -се күнегеү. Таҡтала яҙма эш. Һөйләмдәрҙе ике составлы hөйләмдәргә әйләндереү өсөн ни эшләргә кәрәк? Бергәләп әйләндерергә, күсереп яҙырға.

  1. Биш эш эшләгәнсе, берҙе еренә еткер. 2. Ваҡ эште лә эре эш итеп башҡар.

3. --- 4. Кешенең hүҙeнә ҡарама, эш эшләгәненә ҡара. Тимер ҡыҙыу булғанда һуҡ. 6. --- 7. Мин бөгөн стена гәзите сығарырға тейешмен.

8. Ул уҡыу йылын отличноға тамамларға уйлай.

Һығымта: hөйләмдәрҙе ике составлы hөйләмдәргә әйләндереү өсөн икенсе бер составын ҡуйырға кәрәк.


154- се күнегеү. Телдән башҡарыла. Өҙөкгө иғтибар менән уҡырға.


Һорау: Өҙөктә ниндәй ваҡиғалар тураhында hүҙ бара?


Яуап: «Төньяҡ амурҙары» романының дауамы. Ҡаhым түрәнең немец

яҙыусыһы Гете менән осрашыуы тураhында.


Һорау: Кем ул Гете?

Яуап: Бөйөк немец шағиры - Иоган-Вольфанг Гете, ул Веймарҙа йәшәгән.

Унын «Фауст» тигән поэмаhы бар.

5

Һорау: Был өҙөктә Ҡаhым түрәнең ниндәй икәнен күрәбеҙ ?

Яуап: ҡыҙыҡhыныусан, күп белеүсән, уҡымышлы, итәғәтле, баҫалҡы, ипле, күп телдәр белә, кеше күңелен таба белә, йәйә менән уғын бүләк итә.

Слайдтарҙы ҡарау, башҡорт яугиры Берлин урамында ян менән уҡ атыуҙы күрһәтә. Немец гравюраhын, һүpәттәpҙe ҡapay.

Һығымта:

Ысынлап та, Ҡаһым түрәне икенсе яҡлап та күрҙек - уҡымышлы, ипле, ҡыҙыҡhыныусан, яңылыҡҡа ынтылыусан булған, өлгө алырлыҡ шәхес, эйе бит?

Уҡыусылар, беҙҙең үҙебеҙҙең ауылдан да (Иглин районы Меңйетәр ауылы) ошо Ватан hуғышында ҡатнашыусылар булған. Шуларҙың береhе - Ҡаранай Искәндәров. Башҡортостан Республикаhының үҙәк музейында hаҡланған архив материалдары араhында шундай мәғлүмәттәр бар: 1812 йылғы Ватан hуғышында ҡатнашыусыларҙы наградалау исемлегендә (Өфө өйәҙе 6-сы, 9-сы, 8-сы кантон) № 20 Ҡаранай Искәндәров , рядовой «В память Войны 1812г.» медале менән наградланған. Ә.3.Әсфәндиәровтың «Любезные, вы мои башкиры» тигән китабында шундай мәғлүмәттәр бар: поход старшинаhы Ҡаранай Искәндәров «Святой Георгий» ордены менән наградланған.

Иҫке-Ҡобау ауылынан № 21 Fәбдрәшитов Ҡәнзәфәр «Георгий» кресты менән наградланған. Казак булараҡ, хәрби дәрежәhе - поход есауылы. Рәсәй сиктәрен ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ баҫҡынсыларынан һаҡлауҙа Ҡобауҙарҙы сик буйына йөрөткән. Тикеевтарҙың туғандары.

Есауыл Бохар Кугумов, йортауай сотник Зөбәйер Кузәтов, поход сотнигы Абдулвәхит Әббәсов.

Уҡыусылар, Меңйетәр ауылының яңы урамына Ҡаранай Искәндәров исемен мәңгелештерер өсөн бирергә уйлайзар. Быныhы инде беҙгә, йәштәргә, тарихыбыҙҙы белергә, онотмаҫҡа эшләнелә, әлбиттә.

Һорау: Шулай итеп, бөгөнгө дәрестә ниндәй теманы үттек, нимә белдек?


Яуап: Уҡыусыларҙың үҙенән теманы ҡыҫкаса ҡабатлап әйттереү.

Өйгә эш биреү. Өҙөктө яҡшылап өйрәнеп, уның буйынса изложение яҙырға әзерләнегеҙ.


Бahалау.

6


Уҡыусылар, әйҙәгеҙ яратып башҡарған йырыбыҙҙы йырлап дересебеҙҙе тамамлайыҡ.

Любизар.

Беҙ hугышҡа ингәндә, Бәхилләштек барыбыҙ.

Беҙ hуғыштан сыҡҡанда, Алдан сыҡты даныбыҙ.

Любезники, любизар, Маладис, маладис!

Француздар танынылар

Әрәсәйҙә үҙҙәрен.

Урыҫ, башҡорт ҡыҫмаҡлағас,

Таба алмайҙар үҙҙepeн.

Любезники, любизар, Маладис, маладис!

Мәскәүгә лә керҙек беҙ, Парижды ла күрҙек беҙ. Француздарҙы еңгәндә,

Ер емертеп йөрөнөк беҙ.

Любезники, любизар, Маладис, маладис!

7


Тест һорауҙары.

1. Күкте ҡара болот ҡапланы. (Составы яғынан был ниндәй hөйләм?)

  1. Бер составлы.

  2. Ике составлы.


  1. Иртә менән һалҡынайтып ебәрҙе. (Составы яғынан был ниндәй hөйләм?)


  1. Бер составлы.

  2. Ике составлы.


  1. Бар донъяны нурға манып, ал ҡояш ҡалҡты. (Был ниндәй ике составлы hөйләм?)


  1. Бер составлы йыйнаҡ.

  2. Ике составлы тарҡау.


4. Ҡояш ҡалҡты. ( Был ниндәй ике составлы hөйләм?)

1 . Бер составлы йыйнаҡ.

2. Ике составлы тарҡау.

Синтаксик анализ.

1.Ауыл уртаhында клуб уттары балҡый.

  1. Маҡтайбыҙ беҙ hәp ерҙә Ҡаһарман батырҙарҙы.


3.Рус һәм башҡорт юлда hәp саҡ юлдаш.

4.Диңгеҙ - сикһез зәңгәр бишек.

Бер составлы һөйләмдәрҙән ике составлы hөйләмдәр төҙөргә.

Һыуыта. \ \ Тышта hыуыта, мин нығыраҡ кейенәм.

Төн. \ \ Һин ҡараңғы төндә ҡурҡаһыңмы?

Яҙ. \ \ Көтөп алған яҙ килде.

Һеҙгә барып булмай. \ \ Әсәйем әрләшә, шуға heҙгә барып булмай.

8

"

"";........_:











Башҡорт яугиры . Шадов гравюраһынан. XIX б.




 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал