7


Урок по башкирскому языку

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: Ябай һөйләмгә синтаксик анализ яһау.

Маҡсат: 1)һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре тураһында үтелгәнде ҡабатлау,белемдәрен дөйөмләштереү,системаға һалыу;

2)бәйләнешле һөйләм һәм яҙма телде үҫтереү;

3)уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу;

4)зирәклек,отҡорлоҡ сифаттары тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: 8-се класс өсөн Башҡорт теле дәреслеге,һүҙлектәр,карточкалар,төҫлө фишкалар,музыкаль көй дискылар,һүрәттәр,электрон дәреслек-тесттар.

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу мәле. (Талғын ғына ҡурай көйө уйнай)

Уҡытыусы: Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонайыҡ беҙ эшкә.

Дөрөҫ итеп ултырабыҙ,

Дәрес башлана хәҙер.

Уҡытыусыны тыңларға

Уҡыусы һәр ваҡыт әҙер.

-Һаумыһығыҙ уҡыусылар.

-Бына бөгөн беҙ һеҙҙең менән тағы ла башҡорт теле дәресендә ҡунаҡта.

11.Артикуляцион күнегеү.

Дәресте яратҡан девизыбыҙ менән башлайбыҙ.(таҡтала)

Бөгөн беҙҙә башҡорт теле,

Яратам һине телем.

Рәхмәт һиңә һинең аша

Алам мин яҡшы белем.

(Таҡтала)

-Әә-Өө-Үү-Ғғ-Ҙҙ-Ҡҡ-ң-Ҙҙ-ҫ-Һһ.

Ҫә-ҫө,ҙө-ҙү,ҡу-кү,ғо-гө,һи-һа (Хор менән уҡыу.)

-Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.(Бер ике уҡыйсынан әйттереү)

111.Инеш.

-Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, дәрестең маҡсатын бергәләп билдәләйек.Таҡтаға күҙ һалығыҙ.

1.Кроссворд сисеү.

-Урталағы ҡалын шаҡмаҡтарҙа ниндәй һүҙ йәшеренгән? Дөрөҫ тапһағыҙ,был һүҙҙәрҙең ниндәй өлкәгә ҡарағанын белерһегеҙ.

2.Балалар яуаптары.

-Нимәгә беҙ синтаксис тип әйтәбеҙ?

( Һүҙбәйләнештәрҙең һәм һөйләмдең яһалыу юлдарын,уларҙың бөтә төрҙәрен өйрәнеүсе фән.)

Һығымта: Тимәк,бөгөн беҙ һеҙҙең менән һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлайбыҙ,синтаксис анализ яһарға өйрәнәбеҙ.

4.Дәрестең темаһын асыу

1.Дәрестең темаһы асыла (число класс эше ,тема )

2.Һүрәттәр менән эш.

-Ошо һүрәттәрҙе ҡулланып бер нисә һөйләм төҙөгөҙ. (Таҡтала яҙыла.)

-Һөйләмдәргә синтаксис аналиҙ яһағыҙ!

3.Дәреслек менән эш.

-Дәреслегегеҙҙең 134-се битендәге Ябай һөйләмгә синтаксис аналиҙ яһау өлгөһө буйынса бирелгән һөйләмдәрегеҙҙе тикшерегеҙ.

Таҡтала өлгө:

1 Әйтелеше буйынса төрө.

2 Бер составлымы,ике составлымы?

3 Йыйнаҡмы, тарҡаумы?

4 Бер составлы һөйләмдең төрө.

5 Баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙе билдәләү.

4. Таҡтала эшләү.

(Бер уҡыусы таҡтала эшләй,һөйләмдәргә анализ яһау.)

5.Тәржемә, рус телендә белгәндәре менән сағыштырыу өҫтөндә эшләү:

-Главные члены предложение-баш киҫәктәр,

-Члены предложение-һөйләм киҫәктәре,

-Подлежащие-эйә,

-Сказуемое-хәбәр,

-Второстепенные члены предложение-эйәрсән киҫәктәр,

-Дополнение-тултырыусы,

-Опредиление-аныҡлаусы,

-Обстоятельство-хәл,

-Хәл төрҙәре:- Времини-ваҡыт хәле,

-Место-урыны,

-Причины-сәбәп,

-Цели-маҡсат,

-Условие-шарт,

Меры степине-күләм- дәрәжә,

- Сравнительные -сағыштырыу ,

-Уступительные-кире,

- Образа действие-рәүеш.

( Һөйләм төҙәп, бер һөйләмде тәржемә итеү.)

-Афариндар!

-Бергәләп ял итәйек әле.

6. Ял минутында.(таҡтала)

Ҡурайсылар ҡурай уйнамаҫ,

Башҡорт ҡурайҙары булмаһа.

Йырсы ла ғына кеше йыр йырламаҫ,

Күкрәгендә моңо булмаһа.

-Уҡыусылар,кем әйтер,беҙ хәҙер ни эшләйбеҙ?

-Дөрөҫ йырлайбыҙ.Әйҙәгеҙ бергәләп.

-Афаринда,артабан эшләргә әҙерһегеҙме?

-Балалар,һеҙ ниндәй гәзит-журналдар алдыраһыгыҙ?

7. Тел шымартыу өҫтөндә эш.

("Йәншишмәлә" ҡунаҡта

Оҡшаған урындарҙы,шиғыр -хикәйәләр уҡып күрһәтеү.

-Матур бер һөйләмде дәфтәрҙәрегеҙгә күсереп яҙығыҙ,һөйләмгә анализ яһағыҙ.

-Баһалар.

Рәхмәт!

8. Дәрескә йомғаҡ.

-Дәрестә нимә тураһында һүҙ алып барҙыҡ?

-Нимәләрҙе иҫкә төшөрҙөк?

1. Электрон дәреслек(.Тест һорауҙарына яуап биреү,белемдәрен тикшереү.)

9. Дөйөмләштереү.

-Билгеләр ҡуйыу

-Өйгә эш: дәреслегегеҙҙең 135-се битендәге 42-се күнегеүҙе ҡарағыҙ,диктант итеп яҙырға әҙерләнегеҙ.

2.Күңелле смайликтар.

-Уҡыусылар дәрес оҡшанымы,юҡмы? Быны билдәләү өсөн ошо смайликтарҙы ла күтәреү етә.

-Дәрес тамам,рәхмәт.һаубулығыҙ!























































 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал