7


  • Учителю
  • Уролк 'Уфа- столица Башкортостана'

Уролк 'Уфа- столица Башкортостана'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

2014 йылда РМО-ла үткәрелгән асыҡ дәрес.

Уҡытыусы: Сәғәҙәтова Әлмира Шакирйән ҡыҙы.

8 класс.

Дәрес темаһы: Өфө-Башҡортостандың баш ҡалаһы. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө.

Маҡсат:1.Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө тураһында белемдәрҙе

тулыландырыу.

2.Һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү.

3.Тыуған илгә, башҡалабыҙ Өфөгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, мультимедиа-проектор, плакат, һүрәттәр.

I. Ойоштороу моменты.

Экранда слайд: фонетик күнегеү уҡыу.

Бөгөн беҙҙә башҡорт теле,

Яратам һине телем,

Рәхмәт һиңә! Һинең аша

Алам мин яҡшы белем!

  • Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән ниндәй республикала йәшәйбеҙ?

  • Ә Башҡортостандың баш ҡалаһы ниндәй ҡала?

  • Эйе, дөрөҫ,Өфө ҡалаһы.

  • Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән бер йыр тыңларбыҙ.Һеҙ йыр тыңлағанда уйлап ултырығыҙ, беҙ дәрестә нимә эшләрбеҙ икән?

  • Эйе, Өфө тураһында белемдәрҙе тулыландырырбыҙ,яңы мәғлүмәттәр алырбыҙ һәм проект эшен яҡларбыҙ.

  • Дәрестә беҙ ошо технологик карта буйынса эшләрбеҙ, һәм шул таблицаны тултырырбыҙ.

II. Текст өҫтөндә эш.

1.Тексты разведкалы уҡыйбыҙ, аңлашылмаған һүҙҙәр аҫтына һыҙып барабыҙ.

2.Слайдта һүҙҙәр.Бер уҡыусы уҡый.

3.Ә хәҙер шул текстан ҡылымдарҙы табып яҙып алабыҙ.

Башта иҫкә төшөрәйек әле: ҡылымдар ниндәй һорауға яуап бирә?

Ҡылымдар ниндәй була?(ябай һәм ҡушма)

Һығымта: тимәк ниндәй ҡылымдар ҡушма була, ниндәйҙәре ябай?

  • Артабан нимә эшләйбеҙ икән, картанан ҡарағыҙ әле.

  • Эйе, Өфө концептын тикшерәбеҙ.

  • Һеҙгә өйҙә Өфө атамаһын төрлө сығанаҡтарҙан табып, әҙерләнеп килергә ине.

  • Тимәк, нимә белдек?Һығымта яһайыҡ әле.

  • Уҡыусылар, әйтегеҙ әле,Өфө ҡалаһы нимәһе менән дан тота?

  • Тарихы, күренекле урындары, урамдары,парктары,һәйкәлдәре, театрҙары, музейҙары менән дан тота.

  • Эйе,дөрөҫ.

4. Һеҙгә өйҙә төркөмдәр менән тема буйынса материал туплап, ошо темағыҙҙы яҡларға әҙерләнергә эш бирелгәйне. Беренсе төркөм ниндәй тема һайланығыҙ?

- Икенсе төркөм, һеҙҙең тема ниндәй?

-Өсөнсө төркөм нимә тураһында һөйләй?

- Ә хәҙер һәр төркәм яҡлаусыны һайлағыҙ.

- Беренсе төркөм һәйкәлдәр тур-нда, икенсе төркөм театрҙар тур-нда, өсөнсө төркөм парктар тур-да һөйләй.(слайдт компьютерҙа, икенселәре плакатта, өсөнсөләре раскладушкала күрһәтеп һөйләне)

Һығымта: тимәк һеҙ ниндәй яңы мәғлүмәттәр белдегеҙ?

  • Һеҙҙең эшегеҙҙең актуаллеге нимәлә?

  • Уҡыусыларға күберәк Өфө тураһында, һәйкәлдәр тураһында һөйләргә кәрәк, улар баш ҡаланы белергә тейеш.

  • Ә был эштәрегеҙҙе ҡайҙа ҡулланырға мөмкин?

  • КБ дәресендә,башҡорт теле дәресендә,конференцияларҙа һөйләргә мөмкин.

  • Ярай, яҡшы уҡыусылар.Тимәк беҙ Өфө ҡалаһы, һәйкәлдәре, урамдары, тарихы ,музейҙары менән дан тота тинек. Ә беҙ музеәҙары, урамдары тураһында белдекме?Юҡ.

  • Һеҙгә төркөмдәргә өйгә эш: Өфөнөң музейҙары, урамдары, күренекле кешеләре тураһында мәғлүмәт туплап,һөйләргә әҙерләнеп килергә.

5. Синквейн төҙөү.

6. Йыр йырлау.

7.Технологик картаға оценкалар ҡуйыу.

8.Дәресте йомғаҡлау.

- Рәхмәт.Һау булығыҙ!

2014 йылда студенттарға күрһәткән асыҡ дәрес.

Уҡытыусы: Сәғәҙәтова Ә.Ш.

1 класс.

Тема: Танышыу. Предметты белдергән һүҙҙәр.

Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙы башҡортса танышыу, һаулыҡ һорашыу, һаубуллашыу өлгөләре менән таныштырыу.

2. Телмәр үҫтереү.Предметты белдергән һүҙҙәрҙе айыра белеү.

3. Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, экран, һүрәттәр.

I.Ойоштороу моменты.

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонайыҡ беҙ эшкә. (хор менән ҡабатлау.)

-Әйҙәгеҙ уҡыусылар танышып алайыҡ.Мин Әлмира Шакирйән ҡыҙы.Ә һин кем?

-Мин Света. Мин Данил.

-Ролләп танышыу уйынын уйнау.

2. Бүләк дәреслеге менән танышыу.

-Балалар, һеҙҙең алдығыҙҙа ниндәй дәреслек ята?(Бүләк)

- Ул ниндәй китап?(Беҙҙе хәрефтәр менән таныштыра, уҡырға һәм яҙырға өйрәтә.)

- Бәтә ер шарында балаларҙы уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү өсөн дәреслектәр төҙөгәндәр. Беҙ "Бүләк " ярҙамында көн һайын хәрефтәр һәм өндәр менән танышасаҡбыҙ. Уөырға һәм яҙырға өйрәнәсәкбеҙ.

-Бүләктең беренсе битендә ниндәәй һүрәт күрәһегеҙ?

-Малай нимәлә уйнай?

-Эйе, ҡурайҙа уйнай.Ҡурай башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы.

- Ул һүрәттә тағы нимәләр күрәһегеҙ?

-Һеҙ киләсәктә уҡый, яҙа белһен, яҡшы йәшәһен өсөн , Тыуған илебеҙ бөтә мөмкинлектәр бирә: мәктәптәр төҙөй,матур китаптар, уҡыу кәрәк-яраҡтары булдыра, уҡытыусылар әҙерләй.

3. Шиғыр тыңлау һәм ятлау.

Башҡортостан һин беҙҙең

Тыуған, үҫкән илебеҙ.

Беҙгә икмәк, өй биргән,

Һыуын эскән еребеҙ.

4. Физкульминутка.

Эй эйелә, эй бөгөлә

Аҡ сәскә наҙлы елгә,

Ҡояшты ла онотмай,

Уны күҙәтә гел дә.

5.Дәфтәрҙә төрлө фигуралар яҙыу.

6.С.Муллабаевтың "Мәктәп юлында " шиғырын тыңлау.

7.Уҡыу кәрәк яраҡтары темаһына йомаҡтар сисеү.

1. Орлоғо ҡара, ере аҡ,

Ҡул менән сәсәләр,

Күҙ менән йыялар.(хәрефтәр)

2. Тун түгел- тегелгән.(китап)

Үҙе уҡый белмәһә лә,

3. Ғүмер буйы яҙыша.(ручка)

VIII.Дәресте йомғаҡлау.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал