7


  • Учителю
  • Конспект урока на тему 'К. Кинйәбулатова. Мәктәпкә барабыҙ'

Конспект урока на тему 'К. Кинйәбулатова. Мәктәпкә барабыҙ'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: К. Кинйәбулатова. Мәктәпкә барабыҙ.

Башҡорт телендә һуҙынҡы өндәр.

Маҡсат: шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу, тасури уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, башҡорт алфавитын ҡабатлау, белем алыуҙың кәрәклеге тураһында һөйләшеү.

Йыһазландырыу: башҡорт алфавиты, белем тураһында мәҡәлдәр яҙылған слайд (плакат), мәктәп, уҡыусылар тормошон сағылдырған слайдтағы һүрәттәр, К. Кинйәбулатованың портреты.

Дәрес барышы

I. Ойоштороу мәле.

1. Башҡорт телендә һаулашыу;

Башҡорт теле тураһында әңгәмә:

Беҙ быйыл да башҡорт телен өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Башланғыс синыфтарҙа беҙ башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә, хәрефтәр өйрәндек. Шулай уҡ быйыл да башҡорт телендә һөйләшергә, дөрөҫ итеп уҡырға өйрәнеүҙе дауам итербеҙ.

2. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

  1. Артикуляцион күнегеүҙәр.

Хор менән башҡорт өндәрен ҡабатлау

Әә, Өө, Үү

Ҡҡ, Ғғ, Ҙҙ, Һһ, ң, ҫ.

  1. Шиғыр өҫтөндә эш.

Һаумы, мәктәп! Һуҡмағыңа

Ҡанатланып баҫабыҙ.

Китап битен асҡан һайын

Донъя серен асабыҙ. (Ғ. Дәүләди).

(Хор менән уҡыу, таныш һүҙҙәрҙе табыу, тәржемә итеү)

2. Дәреслек менән танышыу.

3.Һорауҙарға яуап биреү:

  • Рус алфавитында нисә хәреф?

  • Башҡорт алфавитында нисә хәреф?

  • Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен әйтегеҙ. Нисә һуҙынҡы? Нисә тартынҡы?

II. Төп өлөш. Инеш әңгәмә.

1.Мәктәп, уҡыусылар тормошон сағылдырған һүрәттәрҙе ҡулланып, һорауҙарға яуаптар биреү.

  • Был нимә? (Был мәктәп)

  • Мәктәп ниндәй? (Мәктәп ҙур, матур яңы)

  • Уҡыусылар ҡайҙа бара?

  • Улар ҡулдарына нимә тотҡан?

  • Һүрәттә ниндәй көн һүрәтләнгән? (1 сентябрь - Белем көнө)

2.- Белем, уҡыу тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

- Эйе, дөрөҫ. (Уҡыған күп белә. Уҡыу - белем шишмәһе. Белеме бар- меңде еңер. Ғилеме барҙың - ҡәҙере бар. Уҡыған - белер, уҡымаған - бөлөр.Уҡыу - энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу ).

3. К. Кинйәбулатова тураһында белешмә биреү.

Кәтибә Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәүлит ауылында тыуған. Балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр китабы авторы: "Алтын тояҡ аҡ кәзә" (1955), "Әнисә" (1960),"Бөркөт"(1966), "Йондоҙҙар бейей" (1969) һ.б.

Повестары: "Атай тауышы", Партизан ейәнсәре", "Тереләргә һүҙ".

Почет билдәһе ордены менән бүләкләнгән. Әле Өфөлә йәшәй.(5-се слайд)

4."Мәктәпкә барабыҙ" шиғырын уҡытыусының уҡыуы.

а) Шиғырҙан таныш һүҙҙәрҙе табыу;

Һүҙлек эше:

аҙ - мало

Һағындылар - соскучились

Аптырай - удивляется

Ашыға - торопится

Ғорур - гордый

Йөҙ - лицо

5.Шиғырҙы тәржемә итеү, йөкмәткеһен аңлау.

6.Тасуири уҡыу күнекмәләре өҫтөндә эш.

7.Һорауҙарға яуаптар биреү:

  • Уҡыусыларға ниндәй ай етте?

  • Уҡыусы нисәнсе синыфҡа бара?

  • Уҡыусының кисерештәрен аңлатҡан һүҙҙәрҙе табып уҡығыҙ.

(Аптырай, йылмая, ашыға-ашыға атлай, ғорур йөҙө)

- Ә һеҙ 1 сентябрғә нисек итеп әҙерләндегеҙ?

(Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)

IV. Йомғаҡлау.

  • Дәрестә нимәләр эшләнек?

  • Ниндәй яңы һүҙҙәр белдегеҙ?

V. Өйгә эш. Яңы һүҙҙәрҙе ятларға. 12- се күнегеү.

Уҡыусыларҙы баһалау.




 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал