7


  • Учителю
  • Урок по башкирскому языку на тему 'Һүҙьяһалыш. ҺүҙҙәРҙең яһалыу юлдары' (5-се класс)

Урок по башкирскому языку на тему 'Һүҙьяһалыш. ҺүҙҙәРҙең яһалыу юлдары' (5-се класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: Һүҙьяһалыш. Һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары. (5-се класс)

Маҡсат: башҡорт теленең һүҙ төҙөлөшө үҙенсәлектәре, һүҙҙәрҙең яһалышы һәм һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары тураһындағы теманы үҙләштереү;

һүҙьяһалышта һүҙҙең мәғәнәһе һәм грамматик билдәләре мөһим түгел, ә уның тамыры, нигеҙе һәм ялғауҙарының төрҙәре, йәғни һүҙҙең өлөштәре мөһим икәнлеген аңлатыу һәм

яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килеү юлдары менән таныштырыу;

теманы аңлатҡанда ерле материал ҡулланыу, белемдәрен тәрәнәйтеү, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү,тыуған-яҡ атамаларына, унда үҫкән шифалы үҫемлектәргә иғтибар тәрбиәләү, уларҙың килеп сығышына ҡыҙыҡһыныу уятыу, матур һәм бай тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау тойғоларын үҫтереү;

телмәр үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу, уҡыу техникаһын камиллаштырыу, һүҙлек менән эшләү күнекмәләрен нығытыу, уҡыусыларың һүҙлек эше аша башҡорт һүҙҙәренең мәғәнәләренә иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү, һүҙ тойғоһо, тел тойғоһо тәрбиәләү.

Дәрес төрө:яңы материал менән танышыу дәресе.

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар,тиҙәйткестәр, мәҡәл әйтеү, карточкалар менән эш, таҡтала һәм дәфтәрҙә эш, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, уҡытыусының тасуири уҡыуы, ИКТ ҡулланыу, ял минуты,"Ҡояштар йоҡлай"уйыны, бүләктәр биреү, ижади эш, презентация.

Уҡытыу методы:күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары.

Предмет буйынса нәтижәләр: башҡорт теленең һүҙ төҙөлөшө үҙенсәлектәре, һүҙҙәрҙең яһалышы һәм һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары тураһында белем биреү, һәм киң ҡуллана белеү;

телмәр үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу, уҡыу техникаһын камиллаштырыу.

Метапредмет буйынса нәтижәләре: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде, парыңдың эшен тикшерә алыу, билдәне белдерә торған һүҙҙәрҙе телмәрҙәҡулланыу, үтелгән материалды тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү.

Шәхси нәтижәләр:һүҙ, тел тойғоһо тәрбиәләү.

Предмет ара бәйләнеш:туған телебеҙҙең матурлығын аңлау.

Принциптар:фәннилек, теория һәм практика берлеге, эҙмә-эҙлеклелек, коммуникатив.

Яңы термин-төшөнсәләр: һәлмәк, һалмаҡ, күк көртмәле, дегәнәк, бөтнөк, меңьяпраҡ, әлморон, аҡ томбойоҡ, "Ҡыҙыл китап".

Йыһазландырыу: тыуған-яҡ атамаларына, унда үҫкән шифалы үҫемлектәргә арналған һүрәттәр,"Тәбиғәтте һаҡлау" эмблемаһы, китаптар, һүҙлектәр, компьютер, презентация материалдары (теманы аңлатыуға ҡорлған таблицалар, Ирәмәл тауы, йылға-күлдәр, Ирәмәл тауы итәгендә үҫкән шифалы үҫемлектәргә арналған һүрәттәр), интерактив таҡта, мультимедиа проекторы, темаға яраҡлы карточкалар, буклеттар, таҡта, аҡбур.

Дәресебеҙҙең девизы: "Миһырбанлыҡ ҡына һин күрһәт:

Барын бирәм, мин бит - тәбиғәт!" (Р. Мифтахов)

Дәрес барышы:

I. Психологик инеш.

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Ниндәйҙер эш алдынан кешеләр бер-береһенә яҡшы теләктәр теләй. Бер- беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, тик изге теләктәр менән дәресебеҙҙе башлайыҡ.

(Уҡыусыларҙың кәйефен күтәреү, рухи күтәренкелек барлыҡҡа килтереү.

Уҡыусыларҙың бер-береһенә ҡарап йылмайыуы, изге теләктәр әйтеүе.)

II.Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.

Артикуляцион күнегеүҙәр:

а) башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау;

б) тиҙәйткестәр әйтеү:

Үгеҙегеҙ үҙегеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙҙеке, үгеҙҙең мөгөҙөн үҙегеҙ һындырғас, үгеҙҙән күрмәгеҙ, үҙегеҙҙән күрегеҙ.

Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ, ҡапҡа ҡаҡма, таҡта ҡаҡ.

Һылыубикә һигеҙ һыйыр һуйған, һигеҙе лә һимеҙ, һигеҙенән дә һигеҙ һауыт май сыҡҡан.

III. Дәрестең маҡсатын билдәләү. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. Актуалләштереү.

- Уҡыусылар, һеҙ һәр бер дәрестә туған телебеҙ серҙәрен өйрәнәһегеҙ, телмәребеҙҙе, туған телебеҙҙә яңғыраған матур һүҙҙәр менән байытаһығыҙ. Башҡорт теле лә, Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте лә һоҡланғыс! Бөгөн дәрестә ете мөғжизәләрҙең береһе булған Ирәмәл яҡтарына сәйәхәт итеп, туған телебеҙ серҙәрен өйрәнеүҙе дауам итербеҙ. (1-7-се слайдтар ҡарау.)

- Беҙҙең телмәребеҙ нимәләрҙән тора?

- Һүҙҙәрҙән.

- Ә улар беҙҙең телмәребеҙҙә күпме?

- Бик күп.

- Ә нисек уйлайһығыҙ, ул һүҙҙәр беҙҙең телмәребеҙҙә кәмейме, әллә артамы?

- Арта.

- Ни өсөн?

- Сөнки тормош алға бара, телмәребеҙҙә яңы һүҙҙәр үҫешә.

- Тел дәрестәрендә һүҙҙәрҙең яһалышын өйрәнгәнһегеҙ. Бөгөнгө дәресебеҙҙә лә шул йүнәлештә эшләүҙе дауам итербеҙ. Һәр бер сәйәхәткә әҙерлек кәрәк. Бының өсөн беҙ алған белемдәрҙе иҫкә төшөрөп, теманы асыҡлап китәйек.

- Бирелгән һүҙҙәр нимә менән айырыла? Иғтибар менән ҡарайбыҙ.( 8-9-сы слайдтарҙы ҡарау.)

Балыҡ балыҡсы балыҡсылар

Йыр йырсы йырсылар

Урман Урмансы урмасылар


- 1-се бағанала тамыр һүҙҙәр, 2-се бағанала яһалма һүҙҙәр, 3-сө бағанала ла яһалма һүҙҙәр бирелгән.

- Тимәк, яңы һүҙҙәр яһау өсөн нимә мөһим?

- Тамыр өлөшө һәм ялғау өлөшө.

Шулай булғас, һүҙҙәрҙең төҙөлөшөн, уларҙың яһалыу юлдарын өйрәнеүсе бүлек нисек атала?

-Һүҙьяһалыш. (10-сы слайд)

- Шулай, уҡыусылар, һүҙьяһалыш һүҙҙең төҙөлөшөн һәм һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын өйрәнә. Һүҙьяһалыш өсөн һүҙҙең мәғәнәһе һәм грамматик билдәләре мөһим түгел, ә уның ниндәй өлөштәрҙән яһалыуы беренсе урында тора. Бөгөн сәйәхәт барышында шул юлдарҙы асыҡларбыҙ.

- Сәйәхәтебеҙҙең девизы итеп, Р. Мифтаховтың шиғыр юлдарынан өҙөк тә алдым:

(11-се слайд аша)"Миһырбанлыҡ ҡына һин күрһәт:

Барын бирәм, мин бит - тәбиғәт!"

- Нисек аңлайһығыҙ был юлдарҙы?

- Беҙ тәбиғәтте һаҡларға, яҡларға тейешбеҙ.

- 2013 йыл ниндәй йыл тип иғлан ителгән ине ?

- Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы.

- Шулай, дөрөҫ, уҡыусылар, сәйәхәттең барышында "Тәбиҡәтте һаҡлар өсөн ни эшләргә кәрәк?" тигән һорауға ла яуап эҙләп ултырырһығыҙ һәм бөтә ил менән тәбиғәтте һаҡлау өсөн барған көрәшкә һеҙ ҙә ҙур өлөшөгөҙҙө индерерһегеҙ.(13-сө слайд)

Яңы мәғлүмәттәр биреү.

- Был һүрәттә нимә күрәһегеҙ? (14-се слайд аша"Тәбиғәтте һаҡлау" эмблемаһын күрһәтеү.)

- "Тәбиғәтте һаҡлау" эмблемаһы

- Нимәләр төшөрөлгән? Ни өсөн шулай төшөрөлгән?

- Һыу тамсыһы һәм бөркөт.

- Был, уҡыусылар, һыуҙарҙың таҙалығын, тәбиғәттең сафлығын сағылдырған эмблема.

Тәбиғәтте һаҡлау саралары хөкүмәтебеҙ тарафынан даими алып барыла. Тәбиғәт парктары, махсус ҡурсаулыҡтар барлыҡҡа килә. Шуларҙың береһе Ирәмәл тауын махсус яҡлау аҫтына алған. 2010 йылда Ирәмәл "Тәбиғәт паркы" тип иғлан ителгән. Дәрес аҙағында иң шәп, иң оҫта уҡыусыларға Ирәмәл тәбиғәт паркына саҡырып, махсус бүләктәр ҙә әҙерләнгән. Уҡыусылар, һеҙгә дәрестә тырышып эшләргә генә ҡала. (15-се слайд ҡарау.) Сәйәхәттең этаптары: (34- се слайд)

  • Ирәмәл итәгендә .

  • Йылғалар башы, күлдәр иле.

  • Үҫемлектәр донъяһы.

Башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллау

- Ә хәҙер Ирәмәл тауына сәйәхәткә юлланырға ваҡыт етте. Тимәк, бөгөн дәрестә нимә эшләрбеҙ?

- Сәйәхәт ваҡытында беҙ "Һүҙьяһалыш. Һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары." темаһын өйрәнеп, үҙләштереп, Ирәмәл тауының йылға-күлдәр, шишмәләр сығанағыи икәнлеген, үҫемлектәр доньяһының иҫ китмәле бай булыуы тураһында белербеҙ;

тәбиғәтте һаҡларға, яҡларға кәрәклегенә тағы ла нығыраҡ төшөнөрбөҙ;

фекерләү ҡеүәһен, һүҙлек байлығын арттырырбыҙ.

Эштә ҡыйынлыҡ урынын табыу.

  • Ирәмәл итәгендә .

- Ирәмәл тауына менеп етеү еңел булмаҫ. Юлығыҙҙа бик күп туҡталыштар кәртә булып торасаҡ. Һеҙ был ауырлыҡтарҙы тырышлығығыҙ, белемегеҙ аша еңә аласаҡһығыҙ.

Уҡыусылар, һәр бер сәйәхәттең дә көндәлеге була, бөгөн беҙҙең дәфтәрҙәребеҙ - ул беҙҙең көндәлектәребеҙ. Әйҙәгеҙ, уларҙы астыҡ, числоны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ та Ирәмәл тауына сәйәхәткә юлланайыҡ

IV. Уҡыу мәсьәләһенеү сиселеше. Ғәмәли эштәр

  • Ирәмәл итәгендә . (1-7се слайдтар ҡарау)

Әһә, уҡыусылар, артабан юлды дауам итер өсөн нимә эшләргә кәрәк?

- Йылғалар, күлдәр аша сығырға.(20-22-се слайдтар)

- Дөрөҫ, бының өсөн бирелгән һынауҙы үтергә кәрәк. Тиҙ генә ике төркөмгә бүлендек.

1-се "Отҡорҙар", 2-се "Зирәктәр" төркөмдәре булһын.

Төркөмдәр менән эшләү.

(16-сы слайд)

"Отҡорҙар"

"Зирәктәр"

Учалы төбәге талир тәңкәләй ялтырап ятҡан түңәрәк күлдәргә бай.


Мәктәп уҡыусылары "Йәш урмансылар" түңәрәгендәихлас шөғөлләнәләр.



- Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй мәғәнәне белдерә?

"Отҡорҙар: күлдең формаһын.

"Зирәктәр": мәктәп уҡыусылары өсөн ойоштолоған түңәрәк.

- Яңы һүҙ яһалдымы?

- Мәғәнәһе үҙгәрҙе, яңы һүҙ яһалды.

- Шулай итеп, уҡыусылар, һүҙҙәрҙең өҫтәлмә мәғәнә алып, яңы һүҙ яһалыу юлын нисек атарбыҙ?

- Мәғәнәүи һүҙьяһалыш. (17- се слайдтар)

Афарин, ә хәҙер миҫалдарҙы көндәлектәребеҙгә яҙып ҡуяйыҡ һәм шундай һүҙҙәр уйлайыҡ. (Төркөмдәр ярышып миҫалдар уйлай.)

Ял минуты.

Сәйәхәтебеҙҙе артабан дауам итәйек. Тәбиғәт ҡосағында ял итеп тә алайыҡ, бәләкәй генә ҡояштарға әйләндек.

("Ҡояштар йоҡлай " уйынын башҡаралар.)

- Көс йыйып алдығыҙмы? Ирәмәл тауына үрләү өсөн, тағы ла яңы һынауҙар үтергә кәрәк. Хәҙер тағы ла ике төркөмгә эш бирелә. (18-се слайд)


"Отҡорҙар"

"Зирәктәр"

Тау һуҡмаҡтарынан һалмаҡ атлап туристар күтәрелә.

Туристарҙың йөгө һәлмәк булһа ла улар һис арымай.



-Уҡыусылар, был һүҙҙәрҙең айырмаһы нимәлә?

"Отҡорҙар: "һалмаҡ" һүҙе ҡалын һуҙынҡылар менән төҙөлгән, "яй ғына атлау" тигәнде аңлата.

"Зирәктәр": "Һәлмәк" нәҙек һуҙынҡылар менән, "ауыр" мәғәнәһендә килгән.

- Өндәрҙең үҙгәреүе арҡаһында яңы һүҙҙәрҙең яһалыуын нисек атарбыҙ?

- Фонетик һүҙьяһалыш. (19-сы слайд .)

- Афарин, көндәлектәребеҙгә яҙып ҡуяйыҡ та миҫалдар уйлайыҡ.

  • Йылғалар башы, күлдәр иле. (20-22-се слайдтар)

- Ҡарағыҙ әле, йылғалар, күлдәр иле беҙҙе оҙатыуын дауам итә.

Ирәмәл - хоҙай яратҡан һыу үҙәге, итәктәренән бик күп шишмәләр урғылып сыға. Ағиҙел, Йүрүҙән, Урал (Яйыҡ) йылғалары ошонда башланып китә. Күлдәр ҙә күп беҙҙең яҡта. Иң матур күлдәрҙең береһе - Ҡарағайлы күле. Уны Ворожиеч та тип йөрөтәләр. Был күл "Тәбиғәт һәйкәле" тип иғлан ителгән.

Был туҡталыш, уҡыусылар ошондай эш тәҡдим итә: (23-сө слайд)

Аҡ томбойоҡ сәскәләре үҫкән түңәрәк күлдән балыҡсылар, йәш урмансылар өҙөлмәй. Улар ял итә, балыҡ тота, күлдә йөҙгән аҡҡоштарға һоҡлана.

- Ҡалын хәрефтәр менән яҙылған һүҙҙәрҙе яһалыштары буйынса тикшерегеҙ.

Был һүҙҙәр нисек яһалған?

"Отҡорҙар": "балыҡсылар", "урмансылар" һүҙҙәре яһаусы ялғауҙар ярҙамында яңы һүҙ яһаған.

"Зирәктәр": "аҡҡоштар" һүҙе ике тамырҙы бергә ҡушыу юлы менән яһалған.

- Һүҙҙең тамырына яһаусы ялғауҙар ҡушыу һәм бер нисә тамырҙың ҡушылыу юлы менән яһалған һүҙьяһалыш нисек атала?

- Морфологик һүҙьяһалыш. (24-25се слайдтар)

- Афарин, әйҙәгеҙ был һүҙҙәрҙе дәфтәребеҙгә яҙып ҡуяйыҡ һәм миҫалдар уйлайыҡ.

(Уҡыусылар ярышып миҫалдар уйлай,)

  • Үҫемлектәр донъяһы.

- Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәйек. Өсөнсө туҡталышҡа ла килеп еттек. Һәр төркөмгә карточкалар таратып бирелә.Ҡалын хәрефтәр менән яҙылған һүҙҙәрҙе яһалыштары буйынса тикшерергә һәм аңлатырға.

Ирәмәл итәгендә 553 төр үҫемлек иҫәпләнә. Шуларҙың 57-һе "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән.

"Отҡорҙар" ҙарға:


Ирәмәл итәгендә үҫкән һары мәтрүшкә, андыҙ тамыры, үгәй инә үләне кешегә сихри көс бирә. Улар иң шифалы үҫемлектәрҙән һанала.


"Зирәктәр"гә:


Ирәмәл болондарында - ашап туйғыһыҙ күк көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, ҡара көртмәле, мүк еләге лә бар.


- Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр нисек яһалғандар?

- Бер нисә һүҙҙән торған һүҙбәйләнеш юлы менән яңы һүҙҙәр яһалған.

- Был һүҙьяһалыштың ниндәй төрөнә ҡарай?

- Синтаксик һүҙьяһалыш.

- Афарин, әйҙәгеҙ был һөйләмдәрҙе лә дәфтәребеҙгә яҙып ҡуяйыҡ һәм миҫалдар уйлайыҡ.

Тасуири уҡыу

- Ә хәҙер бирелгән шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡып күрһәтеү һәм синтаксик һүҙьяһалышҡа миҫалдар табыу.(Китаптан күнегеү башҡарыу.) (28- се слайдта)

- Ирәмәл итәгендә сәйәхәт итеү һеҙгә оҡшанымы? Тәбиғәт матурмы? Ошо матурлыҡты һаҡлар өсөн һеҙ ниндәй эштәр башҡарыр инегеҙ? (Уҡыусылар менән әңгәмә ҡороу, уларҙың тәҡдимдәрен тыңлау, бирелгән проект эшен тулыландырыу, 32- се слайд)

V. Үтелгәнде нығытыу. (Үтелгәнде 30-сы слайдта бирелгән таблица аша нығытыу, тағы ла бер тапҡыр һүҙьяһалыш юлдарын ҡарап сығыу, кроссворд сисеү һәм унда яҙылған мәҡәлде уҡыу.) Бер ағас киҫһәң, икене ултырт. (33-сө слайд)

VI. Йомғаҡлау.

- Афарин, уҡыусылар, дәрестә бик тырышып эшләнегеҙ, һүҙьяһалыш юлдарын аңланығыҙ, тәбиғәтте һаҡлау буйынса бик эшлекле тәҡдимдәр яҙҙығыҙ. Улар ҡоро һүҙ генә булып ҡалмаҫтар, моғайын. Киләсәктә һеҙ тәбиғәтте яҡлаусы, һаҡлаусы кешеләр булып үҫерһегеҙ, туған телегеҙҙең моңон һаҡлаусылар, тел байлығын үҫтереүселәр булып ҡалырһығыҙ, тип ышанам

VII. Өйгә эш.

"Миһырбанлыҡ ҡына һин күрһәт:

Барын бирәм, мин бит - тәбиғәт!" (Р.Мифтахов) ошо темаға инша яҙып килергә

НӘФИС - матур

ТӘБИҒИ - яһалма түгел

ҠЫУ - кипкән,

Рефлекция.

- Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине?

- Маҡсатыбыҙға ирештекме?

- Нимә белдек, нидәй эштәр башҡарҙыҡ?

- Кемдәр бик һәйбәт эшләне?

- Кемдәр үҙҙәрен маҡтай алалар?

- Кем иптәшен маҡтарға теләй? Ни өсөн?

- Кем бөгөн алған белемен киләсәктә ҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым тип уйлай, ҡыҙыл түңәрәктәр, ә кем аңламаған йәшел түңәрәктәр күтәрегеҙ, кемгә әле белемдәрен нығытырға кәрәк, һеҙ һары түңәрәк күтәрегеҙ.

- Дәрестә актив эшләгән уҡыусыларға Ирәмәл итәгенә күтәрелеү, Ирәмәл паркында сәйәхәт итеү өсөн, турист маршруттарын бүләк итәм (бүләктәр таратыла).

Һау булығыҙ! Бик тырышып эшләнегеҙ. Рәхмәт!





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал