7


  • Учителю
  • Доклад на тему Башҡорт теле дәрестәрен лингвокультурологик йүнәлештә ойоштороу

Доклад на тему Башҡорт теле дәрестәрен лингвокультурологик йүнәлештә ойоштороу

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡорт теле дәрестәрен лингвокультурологик йүнәлештә ойоштороу





Телде өйрәнеүҙә төп берәмек - һүҙ, унда телгә ҡағылышлы бөтә төшөнсәләр ҙә бер бөтөн булып ойоша. Лингвистик төшөнсәләр системаһын аңлау һөҙөмтәһендә уҡыусы «һүҙ»ҙең тел системаһында комплекслы лексик- семантик һәм грамматик берәмек икәнлегенә төшөнә. Һүҙҙең тел һәм һөйләмдең генә түгел, ә мәҙәниәттең дә бер берәмеге икәнлеген төшөндөрөү өсөн, дәрестәрҙә һүҙҙәрҙе тематик, лингвокультурологик, функциональ-семантик йүнәлештәге бәйләнештәрҙә күрһәтеү кәрәк. Һүҙҙең лингвистик эстәлегенән сығып, уны текстың мәғлүмәт, мәҙәниәттең бер лингвоменталь берәмеге булараҡ киңерәк планда күрһәтеү тел өйрәнеү мөмкинселектәрен күпкә арттыра.

Уҡыусыларҙың телмәрҙәрен байытыу һәм туған тел аша башҡорт мәҙәниәте донъяһына ыңғай ҡараш, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу- эшебеҙҙә мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Телебеҙҙә халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, тарихы, йолалары һәм менталитеты сағылыш тапҡан. Лингвокультурологик йүнәлештәге уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда йолаларҙа, көндәлек тормошта, мәҙәниәттә, әҙәбиәттә сағылыш тапҡан туған телдең милли үҙенсәлеген иҫәпкә алырға кәрәк. Туған телде өйрәнеп, уҡыусылар уның лексик һәм грамматик байлығын, образлылығын, тасуирлылығын, матурлығын үҙләштерә.

Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә тел менән мәҙәниәттең үҙ -ара бәйләнешенә иғтибар артҡандан арта бара. Туған тел аша милли мәҙәниәтте өйрәнеү уҡыусыларҙың аңы формалашыуында ғына түгел, ә уларҙың мәҙәниәткә берегеүендә мөһим роль уйнай.Мәҙәниәт аша телгә өйрәтеү бөгөн «башҡорт теле» предметының бер өлөшө булып тора.

Был күренеш тел ғилеменең яңы бер тармағы - лингвокультурологияның барлыҡҡа килеүе менән аңлатыла. Лингвокультурология лингвистика һәм культурология фәндәренең сигендә барлыҡҡа килгән һәм телдә сағылыш тапҡан һәм нығынып ҡалған халыҡ мәҙәниәтенең күренештәрен тикшергән фән.

Лингвокультурология фәненең иң төп төшөнсәләренең береһе булып концепт тора. Концепт - тел менән мәҙәниәтте бәйләп өйрәнеүсе лингвоменталь берәмек. Концепт бик күп мәғәнәне үҙ эсенә ала. Шуларҙың араһынан киң таралғандары: йыйыу, йыйнау, эскә алыу, уйлап ҡарау, күҙ алдына килтереү, килеп сығыу, булыу, тыуыу һ.б. Тап шул концепттар аша кеше донъяны һәм үҙен танып белә.

Концепттарҙы тикшереү барышында тотош халыҡтың, милләттең менталитеты, донъяға ҡарашы, хатта тарихы сағыла.

Башҡорт телендә лә концепттарҙы тикшереп яҙылған хеҙмәттәр һаны бермә-бер арта. Фәндә "яҙмыш", "хеҙмәт" , "мөхәббәт", "бәхет", "дуҫлыҡ" һәм башҡа төрлө кешенең эске донъяһын, мораль-этик һәм әхлаҡ нормаларын билдәләүсе концепттарға иғтибар ҙур. Һуңғы ваҡытта лингвистикала төрлө төркөмдәргә ҡараған телдәрҙе сағыштырып өйрәнеү бик актуаль һанала. Бер үк төшөнсә, йәғни концепт, төрлө халыҡ вәкилдәрендә нисек ҡабул ителеүен асыҡлау шул телдәрҙе сағыштырып өйрәнеү юлы менән алып барыла .

</ 2012 йылда лицей -интернатта «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙә комуникатив - культурологик йүнәлеш»тигән эксперименталь майҙансыҡ асылды. Экспериментта башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларын фәнни етәксебеҙ М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Дәүләтбаева Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы етәкләй. Экспериментта 5-8 класс уҡыусылары ҡатнаша. Лицей кластары эксперименталь,ә дөйөм белем биреү кластары- контроль кластар.

Беҙҙең программа 2014 йылға тиклем бара һәм ике этаптан тора. 1-се этап -2011-2012 йылдар -документтар йыйыу,ә 2012-2013 уҡыу йылында материалдарҙы өйрәнеү. Былтырғы уҡыу йылында(12 октябрь) алты уҡытыусы дәрес күрһәтте. Р.Ғ. Дәүләтбаева һәм Ғ.Ғ.Ғәлина беҙҙең дәрестәребеҙҙең ыңғай яҡтарын билдәләп, шулай уҡ үҙ кәңәштәрен биреп, анализ эшләнеләр. Эксперименттың төп маҡсаты уҡыусыны лингвистик дисциплиналарға уҡытыуға культурологик компетентлыҡ формалаштырыуҙы күҙаллай. Был маҡсатҡа ирешер өсөн ошондай бурыстар ҡуйҙыҡ:

  1. Эксперименталь майҙансыҡтарҙа фәнни-методик эшмкәрлектең дөрөҫ йүнәлеш биреп, уҡытыусы- экспериментаторҙарҙың профессиональ кимәлдәрен күтәреү.

  2. Уҡытыуҙа күп компоненттарҙы сифатлы ҡулланыу: мотивацион этапты ойоштороу, маҡсат ҡуйыу, дөрөҫ уҡытыу алымдарын үҙләштереү, күнегеүҙәр эшләгәндә уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә дөрөҫ йүнәлеш биреү, инновацион, информацион технологик сараларҙы әүҙем ҡулланыу.

  3. Дәрестә уҡытыусы менән уҡыусы араһында яҡшы мөнәсәбәт булдырыу.

  4. Балаларҙың танып-белеү, ижади һәләттәрен үҫтереү.

  5. Уҡыусыларҙың белем кимәлдәрен күтәреү.

Был бурыстарҙы атҡарып сығыу, маҡсатҡа өлгәшеү өсөн мотивация , йәғни уҡыусылырҙы ҡыҙыҡһындырырға кәрәк.

Бөгөнгө көндә башҡорт телен уҡытыу буйынса проблемалар аҙ түгел. Беҙҙеңсә, мәктәптәрҙә телгә өйрәтеү орфографик күнекмәләрҙе генә белгән грамоталы уҡыусыларҙы әҙерләүгә генә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел. Информатик-рецептив методтарҙан уҡыусыларҙың әүҙем ҡатнашлығындағы эҙләнеү-эврестик алымдарға күсеү кәрәк.Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм әүҙемлектәрен үҫтереп, район, республика күләмендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа,олимпиадаларҙа еңеүселәр тәрбиәләргә тейешбеҙ.

Дәрестәргә күнегеүҙәр һайлағанда башҡорт халҡының тарихын, йәшәйешен, мәҙәни тормошон сағылдырыуына нығыраҡ иғтибар итергә кәрәк. Шулай уҡ мәҡәл- әйтемдәр, фразеологик берәмектәр, фольклор өлгөләре лә дәрестең уңышлы, тәьҫирле үтеүенә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, «Тыуған ил» темаһын һайлағанда, был һүҙ башта мәҙәниәт берәмеге булараҡ ҡарала:

Тыуған ил - кешенең донъяға килгән ере, уның ата-әсәһе, яҡындары,туғандары менән бергә булған донъя, тыуған яҡтағы тәбиғәт итеп ҡабул ителә. Башҡорт өсөн, ғөмүмән, һәр кеше өсөн иң ғәзиз, иң ҡәҙерле ер. Шул донъя аша кеше үҙен уратып алған йәшәйештең бар нескәлектәренә төшөнә. Тыуған илгә мөхәббәт- башҡорт милли характерының иң төп үҙенсәлеге. Башҡорт тел картинаһында «Тыуған ил» концепты, «Өй», «Ғаилә», «Усаҡ», «Азатлыҡ»,«Хеҙмәт» концептары менән бәйле. Ә Һүҙлектә тыуған ил - тыуып үҫкән, йәшәгән ер, ватан тип бирелә. Синонимдарын әйттерәбеҙ:тыуған төйәк, тыуған яҡ, тыуған ер, ватан. Антонимдары: сит ил, сит ер, сит яҡ, ят ил. Бында һүҙ телдең төп берәмеге булараҡ ҡаралһа,ә инде шиғыр йә иһә, проза әҫәрҙәрҙән телдең һәм мәҙәниәттең бәйләнешен күрәбеҙ. Тыуған ил тураһында мәҡәл-әйтемдәр ҙә бик күп. Бында шулай уҡ һүҙлек, халыҡ ижады ярҙамға килә. (Иле берҙәмдең - көнө берҙәм. Илен һатып ашаған- ике көн генә йәшәгән.)

7- се класта "Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ" темаһын ҡарағанда лексик тема итеп тыуған ил темаһын алдыҡ. Таҡтала темаға ҡағылышлы эпиграфтар, цитаталар менән дәрес башлана. Ошонан сығып лексик теманы үҙҙәре билдәләйҙәр һәм ҡағиҙәләрҙе лә күнегеүҙәр барышында үҙ аллы сығаралар.

Нимәгә күберәк иғтибар итәбеҙ?Уҡыусылар менән бергәләп төрлө эш алымдарының башҡарылыуы, эштәренең һөҙөмтәләрен шунда уҡ баһалауҙары, өйгә эштәрҙең төрлө кимәлдә бирелеүе балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уята. Өйгә бирелгән эштәрҙең үткән дәресте ҡабатлау һәм шул уҡ ваҡытта яңы теманы асыу, аңлау өсөн дә материал булып тороуы бик отошло.

Башҡортостандағы географик атамаларға нығыраҡ иғтибар итергә, легенда, эпостарҙы күберәк уҡырға кәрәк. Әле уҡыусылар менән ошо йүнәлештә эштәр алып барабыҙ.

Дәрестә, әлбиттә, маҡсатҡа ирешеү өсөн төрлө эш алымдары ҡулланыла, һәм был эш төрҙәренең барыһы ла уҡыусыларҙың лингвокультурологик компетенцияларын үҫтерергә булышлыҡ итеү өсөн бирелә. Төп бурысыбыҙ нимә? Дәрестән уҡыусы күреп, ишетеп, күңеле менән тойоп, күңеленә һеңдереп сығырға тейеш. Беҙ балаларҙы тыуған еребеҙҙе һаҡлап, илебеҙҙе яҡлап йәшәргә, тарихыбыҙҙы, халыҡ ижадын белергә, үҫтерергә, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланырға өйрәтергә тейешбеҙ.

Компьютер заманында яңы технологияларҙы ҡуллана белгән,шул уҡ ваҡытта күп милләтле тыуған иленең потриоты булып, халҡының тарихын, мәҙәниәтен, туған теленең рухын үҫтереүсе шәхес тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.





Баева Гүзәлиә Рид ҡыҙы , Дыуан районы республика лицей-интернатының I категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Нуриева Әлфирә Йәмил ҡыҙы, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы











 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал