- Учителю
- Сочинение обучающегося 10 класса Тагирова Ильшата Белем ишектәре бикләнмәһен!
Сочинение обучающегося 10 класса Тагирова Ильшата Белем ишектәре бикләнмәһен!
Башҡортостан Республикаһы
Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы
"1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе "
муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы
Инша
Белем ишектәре бикләнмәһен!
Таһиров Илшат Илгиз улы
Ағиҙел ҡалаһы 1-се урта мәктәптең
10-сы класс уҡыусыһы
Етәксе: Зиязетдинова
Фирүзә Бәҙретдин ҡыҙы
башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ағиҙел 2016
Белем ишектәре бикләнмәһен!
Аҙ ғына дәресем бар ҡыш ваҡытта,
Китап ҡарау- ғәҙәтебеҙ буш ваҡытта.
Беҙгә лә ғилем бите ябылған юҡ,
Аңлайбыҙ кәйеф килгән хуш ваҡытта.
(Мифтахетдин Аҡмулла)
Ниндәй генә серҙәр, ниндәй генә эҙҙәр һаҡламай был ер...Халҡыбыҙҙың күренекле шағиры, яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулланың да эҙҙәрен һаҡлай был ер. Бында быуат ярымдан элек оло аҡыл эйәһе йәшәгән, ил гиҙгән, халыҡты аң-белем алырға өндәгән, балалар уҡытҡан , шиғырҙар яҙған. Ул үҙенең шиғырҙарының йөҙ йылдар үткәс уҡылырын, уның ижады менән ҡыҙыҡһынырҙарын белдеме икән? Өмөтләнгәндер, ышанғандыр...
Беҙ хәҙер 185 йыл элек донъяға килеп, үҙенең яҙылып, халыҡ араһында иҫкә алып һөйләп йөрөлгән һүҙҙәре, мәғрифәткә, белем алырға саҡырған шиғырҙары менән таң ҡалдырған кеше тураһында әҙәбиәт дәрестәрендә беләбеҙ, өйрәнәбеҙ, ижады менән танышабыҙ. Илен, халҡын, телен яратҡан шағир тураһында белеү бик ҡыҙыҡлы. Уның шиғриәте, рухы күңелемдә яҡты хистәр уятты, уның тураһында күберәк белеү теләге уятты. Мәктәбебеҙҙә уның оло юбилейына арнап төрлө саралар, китап уҡыусылар конференцияһы, шиғыр уҡыусылар конкурсы, иншалар, шиғырҙар яҙыу конкурстары үтә, теләүселәр рәсем төшөрә. Мифтахетдин Аҡмулла тураһында һәр яҡлап беләбеҙ: мәғрифәтсе, уҡытыусы, балта оҫтаһы, халҡы яҙмышын еңеләйтергә тырышыусы... Булған бит илдең хаҡ йырсыһы, Аҡ муллаһы!
Уның тураһында һөйләшкәндә, минең күҙ алдыма шағирҙың тере һыны килеп баҫты: ҡаҡса йөҙлө, бите гел ҡояшта, елдә йөрөүҙән баҡырланған, яңаҡтарын ҡыҫҡаса һаҡал ҡаплаған, сал кергән мыйыҡтары ирен өҫтөнән һыҙылған. Ә күҙҙәре теремек ҡарай. Ул күҙҙәр бер ҡарағанда- уйсан, икенсе ҡарағанда янып, осҡонланып китә. Мулла, байҙар менән һүҙгә килгәндә, осҡон сәсеп, өтөп ала, сәсәндәр менән әйтешкәндә- ярыш сәме менән ялтырай, халҡы яҙмышы хаҡында һөйләшкәндә, борсолоу сағыла, балаларға һабаҡ биргәндә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йылылыҡ, улар тураһында хәстәрлек бөркөлә. Эйе, булған, йәшәгән ундай бөйөк кеше!
Үҙенең, кешеләр күңеленә үтеп керерҙәй ҡараштары, хаҡ һүҙе, ялҡынлы телмәре менән белем алырға, артта ҡалмаҫҡа саҡырған: «.....уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр»,- тип аңлатҡан, халҡының артталығына, хәйерселектә ғүмер һөрөүенә көйөнгән, милләтенең алға китешен теләгән. Бары тик тырышлыҡ, ауырлыҡтарҙы еңеү, алға ынтылыу менән генә наҙанлыҡтан ҡотолоп булыр, тип өйрәткән. Ул үҙе йөрөгән, йәшәгән ерҙә, башҡорттоң да, татар һәм бүтән халыҡтарҙың да ауыр тормошон күргән, шул яҙмышты үҙе уртаҡлашҡан. Ҡайҙа ла ярлының михнәт сигеүен, байҙарҙың рәхимһеҙлеген, ҡомһоҙлоғон күреп йөрәге әрнегән, тәүгеләренә теләктәшлек, икенселәренә нәфрәт хисе ҡайнаған. Уның менән кәңәшләшкәндәр, ярлы-ябаға ҡайғы-хәсрәттәрен бүлешкән,унан ярҙам көткән. Илгиҙәр шағирҙы һәр ауылда, һәр өйҙә көтөп алғандар.
Халҡын бик бәхетле итеп күргеһе килгән уның. Үҙенең теләктәренең, хыялдарының ысынға ашыуын (ниндәйҙер бер тылсымлы көс менән аҙ ғына ваҡытҡа кире ҡайтып) күрә алһа, бик-бик шатланыр ине, моғайын. Ҡала, ауылдарҙың төҙөклөгөнә, ҙур уҡыу йорттарының барлығына, балаларҙың, уҡыусыларҙың белем алыуына, үҙ телдәрендә аралашыуына хайран ҡалыр ине, тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә күтәрелергә өндәр ине.
Үткер күҙҙәре, зирәк аҡылы менән йәмғиәттә булған кире яҡтарҙы ла күреп алыр ине ул. Йәштәрҙең, уҡыусы балаларҙың буш ваҡыттарын файҙаһыҙ үткәреүҙәрен, ҡайһы берҙәренең тәмәке, иҫерткес эсемлектәр менән мауығыуын, һөнәр алырға ынтылмауҙарын, еңел кәсеп менән донъя көтөргә тырышыуҙарын тәнҡитләр ине. Бигерәк тә, балаларын ҡарамай, тейешле тәрбиә бирмәй, эскелек юлына баҫҡан ата-әсәләргә: «.. булмайыҡ дүрт аяҡлы мал шикелле, сусҡа ла үҙ балаһын ҡәҙерләй.... »,- тиер ине.
Миңә лә уның рухы, теләктәре яҡын. Алған, яулаған белемдәрҙә генә туҡтап ҡалырға ярамай, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға тырышайыҡ. Ысынлап та , Аҡмулланың « белем ишеге ябылғаны юҡ» тигән һүҙҙәре хаҡ. Уҡырға, белемде арттырырға, үҙ телеңде камил белергә, сит телдәрҙе өйрәнергә бер ваҡытта ла һуң түгел. Беҙҙең алда ғилем ишектәре һәр саҡ асыҡ булһын!
Хәҙер төрлө технологияларҙың киң таралыуы, яңы быуын телефондар, планшеттар, ноутбук, нетбук, смартфондар менән ҡулланыу заманы булыуына ҡарамаҫтан, тере уҡыуҙы - бөйөк Китапты онотмаһаҡ ине. Мифтахетдин Аҡмулла әйткәнсә, яҡшы ғәҙәтебеҙ- китап ҡарау, китаптан аҡыл, фәһем алыу һәр саҡ кәйефебеҙҙе күтәрһен, күңелебеҙгә хуш килһен!