7


  • Учителю
  • План урока по баш.языку на темуАкъял батыр(6 класс)

План урока по баш.языку на темуАкъял батыр(6 класс)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала
  1. Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ,балалар!

Хәйерле көн һеҙгә!

Зиһен һәм тел асҡыстары

Теләйем һәммәгеҙгә!

  • Әҙәбиәт йылында районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары алдында һеҙҙең менән әҙәбиәттән асыҡ дәрес биреүемә мин бик шатмын! Ә һеҙҙең кәйефтәр яҡшымы, көрмө? Карточкаларға тап килгән биттәрҙе күрһәтегеҙҙе һорайым.(уҡыусылар смайлдарҙы күрһәтәләр).

  • Яҡшы. Һеҙҙең ошо йылмайған "биттәр"- смайлдар дәрес аҙағына тиклем ошолай һаҡланыр тигән өмөттәмен!

Слайд № 1





- Уҡыусылар, дәресте башлар алдынан, һеҙгә шундай бер һорау биргем килә...Һеҙгә йыш ҡына ата-әсәйҙәрегеҙ, олатай -өләсәйҙәрегеҙ нимә теләйҙәр?

-бәхет

-шатлык

-һаулыҡ

-тыныслыҡ

- матур көндәр

Ә нимә һуң ул тыныслыҡ, аяҙ күк тигәнде нисек аңлайһығыҙ?

уҡыусыларҙың яуабы

(тыныс тормош,аяҙ күк)

һәр көн һайын атҡан ҡояшҡа шатланып, көләс йөҙҙәр менән мәктәпкә килеп, белем алыу, һеҙҙең шат көлөүегеҙ - шул була инде ул тыныслыҡ. Әйтегеҙ әле, тыныслыҡ булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк?

- һуғыш булмаҫҡа тейеш, татыу, дуҫ йәшәргә, бер-береңде яратырға тейешбеҙ.

Әйтегеҙ әле, быйыл илебеҙ һуғыш менән бәйле ниндәй бөйөк датаны ҡаршы алырға йыйына?

(70 йыл. Һуғыш тураһында әңгәмә)

Бына ул беҙҙең Бөйөк Еңеүҙе килтереүсе ҡаһармандар, беҙҙең олатайҙарыбыҙ.

СЛАЙД ветераны

№ 3,4

Ә ошондай еңеүгә барырға, ҙур геройҙар булып үҫергә нимә ярҙам иткән ул уларға?

Әсәләренең йырҙары, бәләкәйҙән әкиәт уҡығандар

Ә хәҙер таҡталағы һүрәттәргә иғтибар итегеҙ әле. Кемдәр ул былар? Уларҙы беҙ ҡайҙарҙа осратабыҙ?

"Алеша Попович", "Илья Муромец","Урал батыр" әкиәттәренән

Слайд № 5

Ошо әкиәттәр, йырҙарҙы, мәҡәл-әйтемдәрҙе бер һүҙ менән нимә тип әйтеп була?

Башҡорт халыҡ ижады

Халыҡ ижады тигәнде нисек аңлайһығыҙ?

Телдән-телгә, конкрет авторы булмай төрлө вариантта йәшәй.

Уҡыусылар, һеҙгә ошо йомаҡ, мәҡәл, әйтем һәм әкиәт жанрҙарынан ҡайһы жанр нығыраҡ оҡшай? Нимәне нығыраҡ тыңларға яратаһығыҙ?

- Ә тематикаһы, йөкмәткеһе б-са ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ?

-Дөрөҫ! Әйҙәгеҙ әле, иҫкә төшөрөп китәйек: быйылғы уҡыу йылында беҙ ниндәй әкиәттәр уҡыныҡ, һәр төргә әкиәт әйтәйек.

Әкиәт

Слайд № 6.

  • Батырҙар т-да

  • Хайуандар т-да

  • Тылсымлы

  • Тормош- көнкүреш



- Тимәк, ошо һөйләгәндәрҙән бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Дәрестең маҡсатын билдәләп ҡарайыҡ әле?

- Батырҙар тураһында һөйләшәсәкбеҙ;

- Әкиәт буйынса һөйләшәсәкбеҙ

- Һорауҙарға яуап бирәсәкбеҙ

-Телмәр үҫтерәсәкбеҙ



- Ошо маҡсаттарға ирешеү өсөн бөгөн беҙ дәрестә халыҡ ижадына ҡараған «Аҡъял батыр» әкиәтенә мөрәжәғәт итәсәкбеҙ.



-------------------------------------------

Һәм шулай уҡ дәрес барышында төркөмдәрҙә лә эштәр башҡарасаҡһығыҙ, шуға ла бер-берегеҙгә ярҙам итеп, кәңәшләшеп эшләгеҙ.

______________________________

Ә хәҙер алдығыҙҙа ятҡан технологик картаға бөгөнгө числоны һәм дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ.

яҙалар

Әкиәттең йөкмәткеһенә күскәнгә тиклем, әйҙәгеҙ әле беҙ һеҙҙең менән уның исеменә мөрәжәғәт итәйек.

Аҡъял

Аҡъял. Яһалышы буйынса был ниндәй һүҙ? Аҡ+ял

Был һүҙҙе кем нисек аңлай?

Ял - ?

  1. Нимә күҙ алдығыҙға баҫа?

  2. Һүҙлек менән эш.



Слайд аша аңлатыу. Аттың ялы. Кешенең сәсе була. Тимәк , синоним һүҙҙәр.



Күҙ алдына килтереү. Сәс урынына аттың ялы булған егет. Күҙҙе йомдоҡ, күҙ алдына килтерәбеҙ.



Әҫәрҙән беренсе абзацты уҡыйбыҙ ҙа, күҙ алдығыҙға килтергән образ менән тура киләме ул?

Ҡушма һүҙ.



Слайд 8,9











Слайд 10















Уҡыусы уҡый

Бөгөнгө әкиәттең йөкмәткеһенә туҡталып, әңгәмәләр ҡорғанда осраған һуҙҙәрҙе ҡарап, иҫкә төшөрөп уларға аңлатма биреп үтәйек. Әйткәндәй, улар һеҙҙен карталарығыҙҙа тәржемә менән бирелгән.

Һүҙлектәр менән эш.





Слайд 11

Хәҙер беҙ һеҙҙең менән әҫәрҙең йөкмәткеһе б-са ? яуап бирәйек. Иғтибар м-н тыңлағыҙ!

Һорауҙарға ҡыҫҡаса ғына яуап бирергә лә ярай!

Һорауҙар:

  1. А.б. юлға нисек әҙерләнеп сығып китә?

  2. Беренсе булып кемде осрата?

  3. Урман б, нимә м-н шөғөлләнер булған?

  4. Артабан уларға кем осрай?

  5. Иргәйел ҡарт кемдән ҡасып сығып китә?

  6. Уны А.б. ҡайҙа таба?

  7. А.б. ер аҫты батшалығында кем булып китә?

  8. Ул халыҡты кемдән ҡотҡара?

  9. Ә уны ер өҫтөнә нимә сығара?

  10. А.б. иптәштәрен ғәфү итәме, ни өсөн?



Әҫәрҙең йөкмәткеһен тағы ла тулыраҡ кем нисек үҙләштергәнен белер өсөн, план менән эшләп алайыҡ.



Күреүегеҙсә, пландың тәртибе боҙолған. Әгәр ҙә ошо планды дөрөҫ тәртипкә һалһағыҙ эргәләренә нимә артынан нимә килерен нумерациялаһығыҙ-

Аҡъял батыр өсөн хас сифат килеп сыға. Иғтибарлы булығыҙ.







План менән эш





Слайд 12







Слайд 13

Афарин, уҡыусылар! Хәҙер төркөмдәрҙә эшләп алайыҡ.(1-се төркөм- Батыр һүҙенә синонимдар яҙа.

2-се т. - Аҡъял батырға сифаттар яҙа.

3-сө төркөм- Аҡъял батыр әкиәтендәге бөтә персонаждарҙы яҙа.



- Уҡыттырыу

Төркөмдәрҙә эш

















Һәр төркөмдән 1-әр бала уҡый.

-Уҡыусылар, һеҙҙең ысын Аҡъял батырҙы күргегеҙ киләме? Әйҙәгеҙ, әле беҙ һеҙҙең менән шул образды тыуҙырып ҡарайыҡ. Үҙебеҙҙе скульптор итеп хис итәйек.

- Әйҙәгеҙ әле, ошо образға яраҡлы, дәреслектән Аҡъялдың уҡ-һаҙаҡ аҫып сығып киткәнен уҡып ишеттерегеҙ.





Ике уҡыусы, һөйләй







Китаптан табып уҡыу

- Аҡъял батыр тураһында һөйләшеп, әҫәрҙәге башҡа батырҙар һәм образдар тураһында онотоп барабыҙ. Әйҙәгеҙ тороп баҫтыҡ, ултырып арып та киттегеҙ... Хәҙер шул образдарҙы әйтә барабыҙ, уға хар-ка бирә барабыҙ. Һәм эргәһендә иптәшенә ҡулын һуҙа, әгәр ҙә ул ыңғай герой тип һынаһаң - иптәшеңдең ҡулын тотаһың, кире герой булһа төшөрә.____Һығымта.

Образдарға сылбыр рәүешендә хар-ка

- Аҡъял батырҙың телмәре буйынса эш.

1. 127-се бит. Әңгәмә. Тағы ла ниндәй икәнен белдек?

2. 135-се бит. Әңгәмә.Аҡъялдың батырҙың Һүҙҙәре һеҙҙе уйландырҙымы? Ни өсөн әҫәр башында үҙе менән Тау батыр менән Урман батырҙы ала? (берәүҙән икәү яҡшы, бергә еңелерәк). Ә ни өсөн ул уларҙы ғәфү итә? Тимәк, теге батырҙар үҙ хаталарын таный. Был батыр

ҙар өсөн хас күренеш.

- Уҡыйҙар

- Әңгәмә

Ысынлап та, дуҫтарыбыҙ күп булғанда ғына, берҙәм булғанда ғына беҙ көслөбөҙ. Бына бөгөнгө дәрестә ошо берҙәмлек дәрестең аҙағына ла еткереп килә. Төркөмдәрҙә эшләү. Рефлексия.

Һәр төркөм батырлыҡ т-да мәҡәлдәр эҙләй. Кемдеке күберәк- шул афарин!



1-әр мәҡәлде таҡтаға яҙыу.

Өй эше.

Баһалау.

Йомғаҡлау.

  • Ҡыҙҙар! Бөгөнгө дәрестә нимә белдегеҙ, нимә ҡыҙыҡлы булды, тағы нимә белергә теләр инегеҙ?



Һәр кем үҙенә баһа ҡуя.

  • </<font face="a_Helver Bashkir, serif">Ҡәҙерле уҡыусылар! Дәресебеҙҙе йомғаҡлап шуны әйтәһе килә: матур холоҡло, атай - әсәйҙәрегеҙгә хөрмәтле, уҡытыусы апай - ағайҙарығыҙға ихтирамлы булып, үҙ ватаныбыҙҙың изгелекле ҡыҙҙары һәм батыр улдары булып үҫерегеҙгә ышанаһы килә. Батырлыҡтың символы булған, бөгөнгө дәрестең иҫтәлеге итеп һеҙгә мин ленталар таратам. Дәресебеҙ ошоноң менән тамам, һау булығыҙ!









 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал