7


  • Учителю
  • Сценарий мероприятия на тему 'Творчество Акмуллы'

Сценарий мероприятия на тему 'Творчество Акмуллы'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала


« Һеҙ мәңгегә халыҡ хәтерендә -

шағир, мәғрифәтсе, көрәшсе. . .»

Маҡсат:

1)уҡыусыларға күренекле шәхестәр Аҡмулла, Бабич, Ғафуриҙарҙың тормошо, ижады тураһында белешмә биреү;

2)ижади һәләттәрен үҫтереү;

3)рухи ҡиммәттәр тәрбиәләү.


Сәхнә түрендә өс мәғрифәтсе - шағирҙың портреттары. Шиғырҙарынан цитаталар. Аҡмулла шәкерттәре менән ултыра.

Ил инәһе ҡобайыр әйтә.

Һай-й!

Ҡурай иле ҡайҙа ул,

Йырау иле ҡайҙа ул,

Батыр иле, матур иле,

Башҡорт иле ҡайҙа ул?.

Салауат һәм Батырша,

Аҡмулла, Мөхәмәтша,

Буранбай һәм Йомабай

Эскән һыуҙар ҡайҙа ул?

Йөрөгән ерҙәр ҡайҙа ул?

Эй!

Аҡмулланың эҙҙәре

Табанымды көйҙөрә,

Аҡмулланың һүҙҙәре

Үҙәгемде өҙҙөрә,

Буранбайҙың бығаүы

Ҡолағымды сыңлата,

Салауаттың ораны

Бауырымды һыҙлата,

Йөрәгемде илата.

Эй!

Батыр үлһә-ни ҡалыр?

Быуын-быуын дан ҡалыр,

Матур үлһә-ни ҡалыр?

Талир тәңкә моң ҡалыр!

Ҡурай һынһа ни ҡалыр ҙа,

Көй аҫылы-шул ҡалыр.

Йырау үлһә,ни ҡалыр?

Йыр аҫылы шул ҡалыр!

Сәсән үлһә,ни ҡалыр ҙа,

Тел аҫылы-шул ҡалыр. . .

  • Хаҡ һүҙҙеңде әйт халыҡҡа. Аҡмулла!

Аҡмулла. Ҡат-ҡат сәләм мин мосафир Аҡмулланан,

Тура әйтеп, халыҡҡа яҙған хаҡ мулланан.

Бөтә сәхрә эстәренә беҙҙән сәләм

Дошмандың ялаһынан пак мулланан.


Ил инәһе.Башҡорттарға әйтер һүҙең бармы, Аҡмулла?

Аҡмулла. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк,

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Аңра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.

Ил инәһе. Телеңдән һөйөн, Аҡмулла!

Акмулла. Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем,

Тибрәһен шул шәрбәт телем һәр даим.

Бирҙең,Тәңрем,телде миңә һөйлә тип,

Тура юлға телде шуға әйҙәйем.

Йә шәкерттәрем, ниндәй һабаҡ алдығыҙ?

1-се шәкерт. Иң әүүәл кәрәк нәмә - иман, тигән,

Ахирәт эштәренә инан, тигән.

«Хоҙай, кисер» тигән менән эш бөтмәйҙер,

«Иман шартын» өйрәнмәһә-Иван тигән.

2-се шәкерт. Икенсе ҡиммәт нәмә-күңел, тигән,

Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.

Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,

Булмаһа күңел таҙа - күмел, тигән.


3-сө шәкерт. Өсөнсө ҡиммәт нәмә-аҡыл, тигән,

Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.

Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,

Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.

4-се шәкерт. Дүртенсе ҡиммәт нәмә-шөкөр, тигән,

Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк-көфөр, тигән.

Ятҡан ерҙән: «Хоҙай, кисер»тигән-хурлыҡ,

Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.

5-се шәкерт. Бишенсе ҡиммәт нәмә-әҙәп, тигән.

Әҙәп тигән-мөхәббәткә сәбәп, тигән.

Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,

Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.

6-сы шәкерт. Алтынсы ҡиммәт нәмә-сабыр, тигән,

Сабыр кеше моратын табыр, тигән.

Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө-хурлыҡ,

Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.

7-се шәкерт. Етенсе ҡиммәт нәмә -ихлас, тигән,

Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.

Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк

Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас-юлдаш, тигән.

Аҡмулла. Бик мәслихәт, бик яҡшы. Бөгөнгә һабаҡ тамам, таралышырға мөмкин. Сығалар.


Ил инәһе. Аҡмулланың аҡ юлы

Ғафуриға юл ала,

Аҡмулланың аҡ уйы

Ғафуриҙы уйлата.

Аҡмулланың хаҡ һүҙе

Ғафуриҙы тетрәтә,

Бауырҡайын һыҙлата,

Йөрәккәйен илата.

Һай!

Ижад тигән ғазапта,

Илһам тигән ҡанатта,

Иман тигән хисапта,

Донъя кискән бер саҡта,

Дан алды-шағир булды

Мәжит атлы азамат.

Һай!

Өҫтәл артында Мәжит Ғафури яҙышып ултыра.

Уйлана, тағы яҙа, уҡый.

Ғафури. Бер аҙым алға баҫам да

Әйләнәм мин артыма.

Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,

Күҙ һаламда халҡыма,-

Шул вакыт мин бик юғары

Ҡош булып осһам әгәр,

Ә улар һаман шулай

Баҫҡан урында торһалар.

«Ғәлиә» мәҙрәсәһе егеттәре Ғафури менан хушлашырға киләләр.


1-се егет. Егеттәр, Ҡыҙыл гвардияға киткәнсе Мәжит ағай менан хушлашып, уның фатихаһын алыу яҡшы булыр ине.

2-се егет. Эйе шул.

3-сө егет. Әйҙәгеҙ, егеттәр, Мәжит ағайҙың өйөнә барайыҡ.

Егеттәр шағирҙың өйөндә.


1-се егет. Һаумыһығыҙ, Мәжит ағай.

2-се егет. Иҫәнмеһегеҙ.

Ғафури шатланып урынан тора, ҡоласын йәйеп килә. Һәр береһе менән күрешә.

- «Ғәлиәнең» иң шәп егеттәрен күреүгә шатмын, рәхим итегеҙ. Хәлдәрегеҙ нисек? Ниндәй уйҙар менән йәшәйһегеҙ? Һөйләп ебәрегеҙ.

3-сө егет. Мәжит ағай, беҙ бит чехтарға ҡаршы һуғыш фронтына китергә ҡарар иттек. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ.

Ғафури. Рәхмәт, егеттәр. батырлығыҙға һоҡланам, хатта бер аҙ көнләшәм дә... әгәр сәләмәтлегем булһа, һис шикһеҙ, үҙем дә һеҙҙең менән булыр инем. Нишләйем һуң, фәҡәт изге теләктәр генә теләйем һеҙгә. Илдән дошмандарҙы ҡыуып, еңееүселәр булып ҡайтығыҙ.

Иншалла, шулай булыр, сөнки маҡсатығыҙ изге һеҙҙең.

Халыҡ ҡулы күтәргән

Ҡыҙыл байраҡ аумаһын.

Бысраҡ ҡулдар бысратмаһын

Инсаниәт донъяһын.


1-се егет. Ҡара һин алға!

Күрәһең унда

Ҡыҙыл байраҡты

Буялған ҡанға…

2-се егет. Мәжит ағай,һеҙҙең шиғырҙарығыҙ һәр саҡ беҙҙең менән булыр.

…Һәр бер сирҙең дауаһы булған кеүек,

Милләттең дә дауаһы - ғалимлыҡтыр.

Кил, милләтем, фәҡирлектән һаҡланайык,

Һөнәр, ғилемгә тырнаҡтар батырайыҡ,

Һәр зарҙарҙың башлығы фәҡирлектер,

Ул мәғлүм фәҡирлекте ни ҡылайыҡ.


3-сө егет. Ерҙән ҡарап торам: бөркөт күккә аша,

Оса-оса болоттарға яҡынлаша.

Көнләшәм мин шул ваҡытта уны күреп,

Күктә йөрөп ерҙе ҡылғанға тамаша.

Йәш инем мин ул заманда, көслө инем,

Йөрәкһегән тап арыҫлан төҫлө инем.

«Их, шул бөркөт кеүек мин дә күктә осһам…»-

Тигән уйҙар менән ҡырҙа эшләй инем.


1-се егет Бабич ролендә. Алда дошман бар икән тип,

Ышанысым ҡаҡшамаҫ,

Ни зыян бар, изге юлда

Мәңгелеккә китһә баш.

Килде шул көн: йә үлемдер,

Йә еңеүҙер-башҡа юҡ.

Ысын ҡаһарман бындай саҡта

Ҡурҡмаҫ һәм артҡа атламаҫ.

Ниндәй хурлыҡ! Ҡулға тотҡан

Байрағың ташлап сигеү.

Ғафури. Шиғырҙарың алтынға бәрәбәр һинең, ҡустым.

Бабич. Донъя хәлен белеп булмай, бәхил булығыҙ, ағай.

Ғафури. Бәхилләшергә ашыҡма, ҡустым, имен иҫән-һау

йөрө.(Уны оҙатып сыға.)

Сәхнәлә ҡыҙ менән егет. Бабичтың «Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде», «Беҙ» шиғырҙарын һөйләйҙәр.


Ҡурай моңо аҫтында «Ҡурайҡайға» шиғыры.


Егеттәр башҡарыуында «Башҡортостан-гөлбостан» йыры.

Бөтә ҡатнашыусылар сәхнәгә сыға. Шаршау ябыла.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал