- Учителю
- «Онотмаһын мине тыуған ил» Яугир шағир Мәлих Харистың фронт лирикаһын өйрәнеү. (6-сы класс)
«Онотмаһын мине тыуған ил» Яугир шағир Мәлих Харистың фронт лирикаһын өйрәнеү. (6-сы класс)
«Онотмаһын мине тыуған ил»
Яугир шағир Мәлих Харистың фронт лирикаһын өйрәнеү.
Һуңғы һулышҡаса бәхетлеләр -
Үлеүселәр көрәш утында.
Улар йәшәр үҙҙәренән һуң да
Ерҙә тыуған яңы быуында.
М. Хәй
-Һаумыһығыҙ хөрмәтле уҡыусылар.
Инеш һүҙ
-
1941 йылдың 22 июнь таңы - тарихта тиңе булмаған Бөйөк Ватан һуғышы башланып киткән таң ине. 1418 көнгә суҙыласаҡ дәһшәтле һуғыштың ниҡәҙәр оҙаҡ бараһын да, миллиондарҙың яу ҡырынан әйләнеп ҡайтмаясағын да әле бер кем дә белмәй ине. Ватаныбыҙҙы фашистарҙан азат итеү өсөн бар милләт халҡы күтәрелде, яҙыусы-шағирҙәр ҙә ҡәләмдәрен штыкҡа алмаштырҙы. Патриотик тойғолары һәм гражданлыҡ хисе уларҙы яу яланына өндәне.
-
Ҡәләм һәм штык менән алышыусылар араһында күренекле әҙиптәребеҙ бар. Мостай Кәрим, Ә. Хәкимов, Динис Исламов, Назар Нәжми, Шәриф Бикҡол, Яҡуп Ҡолмой, Хәниф Кәрим, Яныбай Хамматов, һәм тағы ла бик күптәрҙе атарға мөмкин. Аяуһыҙ көрәш ҡырында тиҫтәләгән талантлы йәштәр, Сәғит Мифтахов, Мәлих Харис, Мөхәмәтйәров Хәй кеүек үҙҙәренең ғүмерҙәрен ҡорбан иткән. Улар араһында әҙәбиәттә ҙур урын алмаған, әммә ләкин үҙҙәренең ҡыҫҡа ғына ижад емештәре менән, күңелгә ятырлыҡ шиғырҙары менән йәшәп килгән шағирҙар бар.
Төп өлөш.
-
Шундайҙарҙың береһе Мәлих Харис улы Харисов.
-
Бөгөнгө дәресебеҙҙә "Онотмаһын мине лә тыуған ил" темаһы аҫтында шағир Мәлих Харистың фронт лирикаһын өйрәнербеҙ.
-
Дәрестең эпиграфы итеп Мөхәмәтйәров Хәйҙең шиғырын алдым.
Дәфтәрҙәргә дәрестең темаһын, эпиграфты яҙҙырыу.
Тормош юлы. Мәлих Харис улы Харисов 1915 йылдың ғинуарында Башҡортостандың Саҡмағош районының Яңы күл ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бәләкәйҙән етем ҡалып, ауыл көтөүен көтә. Тәүге белемде үҙҙәренең ауылында ала. 1941 йылда Башҡорт дәүләт институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алынып, офицерҙар курсында уҡып сыға. 1944 йылда фронттың алғы һыҙығында батырҙарса һәләк була.
Ижад юлы. Мәлих Харистың ижади ғүмере бик ҡыҫҡа була, сәскә атып өлгөрмәй өҙөлөп ҡала. Уның тәүге шиғырҙары 1934 йылда гәзит-журналдарҙа күренә башлай. Һәм ул күп тә үтмәй нескә тойғоло, хистәргә бай үҙенсәлекле лирик шағир булып танылып китә.
М.Харис үҙе иҫән саҡта әҫәрҙәренең айырым китап булып сығыуын күреү бәхетенә ирешә алмай. Уның «Йөрәк тауышы» тигән беренсе китабы тик ул үлгәндән һуң 1944 йылда баҫылып сыға. 1954 йылда шул уҡ китабы, бер аҙ тулыландырылып, Назар Нәжмиҙең баш һүҙе менән баҫылып сыға.
М. Харистың яҡын дуҫы, һабаҡташы Н. Нәжми иҫтәлегенән (дәреслек 149-сы бит).
- Назар Нәжми үҙенең иҫтәлектәрендә ни өсөн Мәлих Харисты "шиғыр гөлләмәһе", "шиғыр шишмәһе", "шиғыр хазинаһы" , "шиғыр китабы" тип атай?
1962 йылда ижад иткән «Йыр тураһында баллада» әҫәрен Назар Нәжми ҡәләмдәш дуҫына арнаған. Балладаға эпиграф итеп Мәлих Харистың шиғыр юлдары алған.
-
Уҡыусылар нимә ул баллада?
Баллада - ( итальянса - бейеү). Тарихи һәм героик тематикалы хикәйәләү характерындағы сюжетлы шиғыр.
Назар Нәжми үҙенең балладаһында «Шағир кешегә лә гүмер тик бер тапҡыр гына бирелә, «Шулай ҙа ул икеләтә тыуып, икеләтә йәшәп, бер үлә». Һуғышта ул икеләтә йәшәй: һалдат булып та, шағир булып та. Яуҙан ваҡыт урлай-урлай яҙған шиғырҙары үҙе бер гүмер.» тип яҙа.
- "Фронт лирикаһы" төшөнсәһен нисек аңлайһығыҙ? (фронтта ижад ителгән әҫәрҙәр)
- Һалдат шағирҙарыбыҙ штык һәм ҡәләм менән алышҡандар.
Ял минуты.
Мәлих Харистың шиғырҙарын уҡыу һәм анализлау.
-
Уҡыусылар фронттан килгән хаттарҙы күргәнегеҙ бармы?
-
Улар ниндәй формала килгән?
-
Фронттан өсмөйөшлө хаттар килә, һәр килгән хат оло ваҡиға. Барыһы ла бергә ултырып хат уҡыйҙар. Ҡайғылары уртаҡ, мәшәҡәттәре уртаҡ була. Тылда ауыр, ләкин ауырыраҡ утлы яу ҡырында.
Эште һүҙлектән башлайыҡ, юғиһә, аңлашылмаған һүҙҙәр шиғырҙарҙы дөрөҫ аңлауға ҡамасаулар.
-
Һүҙлек эше. Канонада - күп һанлы туптар атыуҙан гөрһөлдәү; туптар тауышы; атыш, шартлау тауыштары. Йыйырсыҡ - биттәге һырҙар. Боҫланып -
М.Харистың «Хат» шиғыры яугирҙең әсәһенә яҙған хаты формалағы шиғыры. (Уҡытыусы уҡыуы).
.
Шиғырға анализ:
-
Шиғыр ҡасан һәм ҡайҙа яҙылған?
-
Лирик герой әсәһе тураһында ниндәй уйҙар кисерә?
-
Уның әсәһенә булған мөхәббәте ҡайһы юлдарҙа яҙылган?
-
Яугир-шағир кем һәм ни өсөн һуғыш утына инә?
-
Шиғырҙа авторҙың ниндәй хис-тойғолары сағылыш тапҡан?
-
"Ул йығылды, ләкин башҡаларға
Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы". Шиғыр юлдарының мәғәнәһен аңлатығыҙ.
«Онотмаһын мине тыуған ил» шиғыры буйынса эш.
Шиғырға анализ:
-
Шиғырҙа ниндәй күренеш һүрәтләнгән?
-
Иле, халҡы, ере өсөн йәнен биргән батырҙың теләге ниндәй?
-
Егеттең Тыуған илгә булған мөхәббәте ниндәй юлдарҙа айырыуса асыҡ бирелгән? Шул юлдарҙы табып уҡығыҙ, мәғәнәһен аңлатығыҙ.
-
«Һәм боҫланып аҡҡан ҡайнар ҡан - һуңғы бүләк тыуған еренә» тигән юлдарҙың мәғәнәһен нисек аңлайһығыҙ?
Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға әҙерлек эше.
"Хат" шиғырын 1-се төркөм уҡый.
"Онотмаһын мине лә туған ил " шиғырын 2-се төркөм уҡый.
-
Нимә сәбәпсе булған ошо шиғырҙарҙы яҙырға?
-
Яугир-шағир еңеү яулағанмы?
-
Шағир, һалдат Мәлих Харис ниндәй сифаттарға эйә булған?
(Дошманға нәфрәт, ватанға мөхәббәт менән яна;
Туған илен, тыуған ерен, әсәһен һағына;
тормошто ярата)
-
Нимә ул Һуғыш? Нимә ул Еңеү?
-
Ошо һорауҙарға яуаптар эҙләрһегеҙ (уҡыусыларға биттәр таратыла).
Теманы нығытыу. Ижади эштәр.
1-се эш. Һуғыш - афәт, ҡайғы, бәлә, һағыш, яра, янғын, үлем, ҡан, дошман, ҡарғыш, көтөү, көрәш.
Еңеү - яҙ, шатлыҡ, байрам, ҡыуаныс, ғүмер, һәйкәл, сәскә, ҡайтыу, миҙал, парад. Көлөү, салют, һөйөү, ғорурлыҡ, хәтер.
2-се эш. Синквейн яҙҙырыу.
Синквейн биш юлдан торған шиғыр. Француз теленән тәржемә иткәндә, биш уңыш -успех, биш илһам - вдохновение тигәнде аңлата. Синквейн - яңылыҡты, ҡатмарлы идеяны, тойғоно һәм күренеште бер нисә һүҙ менән бирә белеү оҫталығы.
1-се юл -шиғырҙың төп темаһын белдереүсе бер һүҙҙән тороусы исем. ( Әсәй)
2-се юл - предметты баһалау, сифат, сифат. (ҡәҙерле, яғымлы)
3-сө юл -ҡылым, ҡылым, ҡылым. (йылыта, йәшәй, наҙлай)
4-се юл - шиғырҙың йөкмәткеһен, мәғәнәһен асыусы һөйләм (4 һүҙҙән тороусы фраза). (Әсә - милләтте дауам иттереүсе)
5-се юл - һығымта яһаусы исем, теманы йомғаҡлаусы - дөйөмләштереүсе һүҙ (исем йәки сифат) (Әсәкәйем - ҡояшым)
Синквейн өсөн тема. Яугир, һалдат.
3-сө эш. Миниятюр инша яҙҙырыу.
Иншаның темаһы: Батырҙар һәр саҡ иҫтә.
Иншаға эпиграф: «Ул йығылды ләкин башҡаларға
Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы».
М.Харис.
Ижади эштәрҙе баһалау.
Йомғаҡлау.
-
Уҡыусылар дәрес оҡшанымы һеҙҙгә?
-
Кем ул Мәлих Харис? Уның тураһында нимәләр аңланығыҙ?
-
"Фронт лирикаһы" нимә ул.
-
М. Харистың шиғырҙары оҡшанымы?
-
Нимә синквейн? (шиғыр яҙыу алымы)
" Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай" (никто не забыт, ничто не забыто) тигән ҡанатлы һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа тап килә. Һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарын онотмайыҡ. Әгәр күргәҙмәгә күҙ һалһағыҙ уларҙың иҫтәлегенә арналған китаптарҙы, альбомдарҙы күрергә мөмкин.
Өй эше. «Онотмаһын мине тыуған ил»шиғырын ятларға.