7


  • Учителю
  • Итоговый урок по теме Башкортостан

Итоговый урок по теме Башкортостан

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙе дәрескә әҙерләйек.

Дөрөҫ итеп ултырҙыҡ, дәресте башлайыҡ.

- Уҡыусылар, беҙ үткән дәрестә Тамара Ғәниеваның "Уралиә тигән ил" әкиәте менән таныштыҡ. Бәлки, ниндәй матур, гүзәл, һоҡландырғыс ерҙә йәшәгәнегеҙҙе аңлағанһығыҙҙыр. Шулай бит?

- Бөгөн дә беҙ Башҡортостаныбыҙ, тыуған яғыбыҙ тураһында һөйләшеүебеҙҙе дауам итербеҙ, үткәрелгән бәйгеләребеҙгә йомғаҡ яһарбыҙ, йәнләндереү нимә икәнен аңларһығыҙ.

- Дәфтәргә бөгөнгө датаны яҙабыҙ. "Мин - Башҡортостандан"

- Ошо данлы еребеҙҙе маҡтап әкиәттәр, хикәйәләр генә түгел, шиғырҙар ҙа бик күп яҙылған. Мин һеҙҙе Фәүзиә Рәхимғолованың "Мин - Башҡортостандан!" тигән шиғыры менән таныштырғым килә.

- (уҡыу// видео 2.40 минут. Башҡортостан тәбиғәте)

- Матур шиғыр, шулай бит? Бына текста ИРӘЙЕҮ, КИНӘНЕҮ, БЫЛБЫЛ һүҙҙәре бар. Нимәне аңлаталар һуң улар?

- Әйҙәгеҙ, был шиғырҙы үҙ аллы уҡып алығыҙ.

- Автор Башҡортостан менән ғорурланыуын нисек күрһәтә?

- Тыуған иленең нимәләре менән ул ғорурлана?

- Уҡыусылар, ритмын табайыҡ эле.(10/9)

- Тиңдәш киҫәктәр шиғырҙа бармы?

- Автор ни өсөн уларҙы ҡулланған?Нисек тип уйлайһығыҙ? (байлыҡты күрһәтер өсөн)

- Шиғыр булғас, уның нимәһе лә була инде?(рифмаһы)

- Ниндәй һүҙҙәр рифмаланған?

- Уҡыусылар, был шиғырҙа Ф.Рахимғолова йәнләндереү алымы ҡулланған. Йәнләндереү -

- Нимәне йәнләндергән ул, ниндәй һүҙҙәр менән? Бына йәнләндереү алымы әҫәрҙе терелтә, уға йән өрә.



- Һеҙ ҙә ошо алымдарҙы ҡулланып, шиғыр яҙып ҡарағыҙ,уҡыусылар.

- Тасуири уҡыу

- Ошо уҡыу йылынан башлап беҙ һеҙҙең менән электрон дәреслектәр менән дә эшләй башланыҡ, шулай бит? Әйҙәгеҙ 260-сы күнегеүҙе астыҡ.

( "Мой край родной" )

- Бына бит, беҙҙең яҡтарға беренсе тапҡыр килгән кешене лә хайран ҡалдыра тәбиғәтебеҙ

- Нимәләр менән ғорурлана алабыҙ беҙ? (тауҙар….)

- Эйе, дөрөҫ, әйҙәгеҙ 1-се абзацты тәржемә итәйек. Һеҙгә ярҙамға электрон һүҙлек барлығын онотмағыҙ, белмәгән һүҙҙәрҙең тәржемәһен унан ҡарай алаһығыҙ.

(Тәржемәне 2 кеше уҡый, кемдең тәржемәһе матурыраҡ сыҡҡан, ни өсөн?)

- "Ә һеҙ нимәләр өҫтәп әйтер инегеҙ" тигән һорау бирелгән. Балалар, минең сайтта беҙҙең мәктәптең уртансы звеноһы өсөн төрлө бәйгеләр үтте.Шуларҙың береһе - " Башҡортостан мөғжизәләре" тип атала. Тыуған илебеҙҙең матур-матур мөйөштәренең фотоларын һеҙ презентация итеп эшләнегеҙ. Бик матур эштәр бар.Әдил. Әйҙәгеҙ әле уны тыңлайыҡ, ул нимәләрҙе Башҡортостандың мөғжизәһе тип алған?

- Ә бына Зарина Бөрйән яҡтарында йөрөп, иң мөғжизәле ер - Шүлгәнташ мәмерйәһе тип ҡайтҡан.

- Хәсәнова Ирина беҙгә нимә тураһында һөйләр?(Шах-тау)

- Бик етди проблема күтәргәнһең, Ирина. Эйе, хәҙер Шах-тау юҡ. Тимәк, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап ҡына, уның һәр мөйөшөн ҡәҙерләп кенә тотһаҡ, ул беҙҙе шатландырыр. Шунда ғына яңы шиғырҙар тыуыр!

- Билдәле шағирҙар , яҙыусылар ғына түгел, беҙ һәр беребеҙ тыуған яҡҡа булған яратыу хисен белдерә алабыҙ. Бына беҙҙең электрон дәреслектә бирелгән "Тыуған ерем биҙәктәре" мәҡәләһенең авторы бер ҙә танылған кеше түгел, ә һеҙҙең кеүек уҡыусы. Ул Йәншишмә гәзитенә үҙенең эшен ебәргән. … уҡы әле.

- Был малай үҙ яҡтарының нимәләрен маҡтаған?

- Беҙҙең дә Борайыбыҙҙа ошолай маҡтап яҙырлыҡ урындарыбыҙ бар бит?!! Ошоно иҫбатлар өсөн беҙ "Борайымдың 7 мөғжизәһе" проектар бәйгеһе ойошторғайныҡ. Бөгөн үҙенең проектын Эльза яҡлай. Ул Борайҙың 7 мөғжизәһенә нимәләр кереткән?

- Уҡыусылар, һеҙгә Эльзаның проекты оҡшанымы?



- Һиңә үҙеңдең эшең оҡшанымы? Ниндәй ауырлаҡтар тыуҙы ошо эшеңде башҡарғанда?

- Кемдең Эльзаға һорауҙары бар?

- Эльза, һин бер һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырманың. Һине проектыңды уңышлы яҡлауың менән ҡотлайым!

- Ә бына ошо брошюра - бер төркөм уҡыусының шулай уҡ проект эше. Улар беҙҙең яҡ шағирҙарының Борайыбыҙҙы данлап яҙған шиғырҙарын ошонда йыйҙы. Беҙ уны "Борайымды данлайым" тип атаныҡ. Мин һеҙгә Баҙраҡ ауылында тыуып үҫкән шағир Ф.Мөхәмәтйәновтың "И, тыуған яҡ" исемле шиғырынан бер нисә юл

- Ысынлап та, ниндәй матур ерҙә йәшәйбеҙ беҙ!

Һәм ошо тәбиғәт, мәҙәниәт, халҡыбыҙ тураһында беҙ дәрестә генә һөйләшмәйбеҙ, каникулдарҙа "Тынғыһыҙ каникулдар" викторинаһы лә үткәрәбеҙ. Кем ҡатнашты, ҡулығыҙҙы күтәрегеҙ әле. Яуаптарҙы һеҙ ҡайҙа ебәрҙегеҙ? (смартканикулы тигән адресҡа).

- Ә мин ошо викторина һорауҙарынан тест эшләнем.Әйҙәгеҙ тикшереп алайыҡ, кем Башҡортостаныбыҙ тураһында күберәк белә. Тест эшләп алайыҡ

- Әйҙәгеҙ иҫкә төшөрәйек әле, беҙ бөгөн дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек?

- Ниндәй яңылыҡтар бөгөн белдегеҙ?

- Эйе, тыуған еребеҙҙең байлығы икһеҙ- сикһеҙ икәненә инандыҡ. Йылдар үтеп, бына бөгөнгөләй ирәйеп тә, кинәнеп тә, мин- Башҡортостандан тип ғорурланып әйтерлек булһын ине. Илебеҙҙең байлыҡтары, алтын-көмөштәре,еләк- емештәре, Шихан тауҙары ситкә китмәйенсә, үҙебеҙҙең киләсәк быуынға һаҡланып ҡалһын ине- шуны теләйем мин. Һеҙ ҙә быға ҡушылаһығыҙ тип ышанғым килә.

- Ә Фәүзиә Рәхимғолованың ошондай матур шиғырын ятларға кәрәк тип уйлайым. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, ул һеҙҙең күңелегеҙҙә булыр, һәр саҡ тыуған яғыбыҙға тартып торор!

- Көндәлектәрҙе астыҡ, өйгә эш яҙабыҙ. Бөгөн алған баһаларығыҙҙы ҡуйығыҙ.Мин һуңынан үҙемдем ҡултамғамды ҡуйырмын.

- Уҡыусылар, беҙҙең дәресебеҙ тамамланды. Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт!



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал