7


  • Учителю
  • Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку 2 класс

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку 2 класс

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡортостан республикаһы

Федоровка районы Динес муниципаль

бюджет дөйөм белем биреү м2кт2бе

"?аралды"

Методик берләшмә ет2ксе3е

_______.

Протокол №1,

"___" ___________ 2014 йыл

" Килешелгән "

Укыу-укытыу эштәре буйынса директор урынба9ары ______Сабитова С.К

"___" ___________ 2014йыл

"Ра9лайым"

Директор:

_________ Муллабаева Р.М

"___" ___________ 2014 йыл.




2014-2015 уҡыу йылына

2се класс өсөн

башҡорт (дәүләт) теленән

эш программаһы

йылына-34с24

а6на4а-1 с24

Сабитова Эльвира Фл1с ҡыҙы төҙөнө

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х.,Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008 йыл

нигеҙендә төҙөлдө.


Дәреслек: Толомбаев Х.А., Нәбиуллина М.М. Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 2-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2009.





Аңлатма яҙыу

2-се класы өсөн башҡорт(д21л2т) телдән эш программаһы.

Эш программаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт). 4,11 октябрь байрам к0нен2 тура килг2нлект2нд2н 32 с242т 1тк2рел2.

Дәреслек: Толомбаев Х.А., Нәбиуллина М.М. Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 2-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2009.

Программа кимәле: базалы

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: : Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 2-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Толомбаев Х. А., Нәбиуллина М. М. - Өфө: Китап, 2008.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы" (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Хөснөтдинова Ф.Ә., Дәүләтшина М.С., Хажин В.И. - Ижевск: Книгоград, 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө: Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.

Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар


  1. Йыл аҙағында 2-се класс уҡыусылары түбәндәге телмәр күнемәләренә эйә булырға тейеш:

- Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорау биреү;

- 5-6 шиғырҙы яттан белеү.

  1. Уҡыған текстар буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә бәләкәй хикәйә төҙөү һәм һөйләү:

- ишеткәндәр, башҡарған эштәр тураһында һөйләү;

- картиналар, экскурсиялар, фильмдар, иллюстрациялар буйынса бирелгән ситуацияға ярашлы һөйләү;

- текстың йөкмәткеһен тулыһынса һәм ҡыҫҡартып һөйләү;

- ваҡиға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтә белеү;

- башҡорт теленән рус теленә тәржемә итә белеү.

  1. Тексты талғын, шыма, һүҙҙәрҙе тотош (ижектәргә бүлмәй) уҡыу:

- поэтик әҫәрҙәрҙе тейешле интонация менән уҡый белеү;

- эстән һәм ҡысҡырып, ролләп һәм һайлап уҡыу;

- текстың темаһын, төп фекерен билдәләй алыу;

- текстан һорауһарға яуап табыу;

- картиналар ҡарау, уға исем биреү.

  1. Хәрефтәрҙе дөрөҫ, матур һәм тоташтырып яҙыу:

- ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу;

- шундай уҡ текст йәки картина буйынса 2-3 һорауға яуап яҙыу;

- текстан предметты һүрәтләгән урынды табып (һайлап) яҙыу;

- бирелгән ситуация буйынса текст төҙөп яҙыу;

- ныҡлы әҙерлектән һуң, инша яҙыу (2-4 һөйләм күләмендә).

  1. Кластан тыш уҡырға тәҡдим ителгән 2-4 әҫәрҙе белеү.


Уҡыу-уҡытыу программаһында үҙләштереү өсөн планлаштарылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе баһалау


  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.


  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау яҙма эштәре үткәрелә. Ағымдағы яҙма эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы яҙма эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.


  1. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау яҙма эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Яҙма эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 1 класта түбәндәге күләмдә яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

күсереп яҙыу - 4, һорауҙарға яуап - 2

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡара-мағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

- карточкалар менән эш;

- һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек диктанты;

- һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек менән эш;

- һүрәтләү иншаһы;

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Башҡортостан - туыған илем - 3 Тыуған төйәк, үҙебеҙ йәшәгән урын тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Алфавит. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү.

Һаумы, мәктәп!-2

1 сентябрь - Белем байрамы. Белем алыу, мәктәп тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр үткәреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Уларҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы.

Көлә-көлә көҙ килә. - 2

Башҡортостанда көҙгө тәбиғәт, кешеләрҙең көҙгө эштәре, өоштар һәм йәнлектәрҙең тормошо тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәлдәр. Мәҡәлдәр, йомаҡтар, рәссамдарҙың картиналары. Әңгәмә.

Башҡорт теленең тартынҡы өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу. Ҡ-Ғ, К-Г, П-Б өндәренең сиратлашыуы.

Кеше эше менән матур. - 1

Оло кешеләрҙең, балаларҙың тормошо һәм эштәре, һәйбәт сифаттары хаҡында хикәйәләр, әкиәттәр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Мәҡәлдәр.

Башҡорт телендә һөйләмдәрҙең интонацион төрҙәре һәм уларҙа тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Тарих биттәренән 4

Башҡорт халҡы тарихынан хикәйәләр. Башҡорт халҡының элекке тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Халыҡ тормошона бағышланған әҙәби монтаждар һәм кисәләр әҙерләү һәм үткәреү.

Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин тураһында авторһар эшкәртмәһендәге материалдар.

Башҡорт телендәге үҙенсәлекле тартынҡылар, дифтонгылар менән эшләү. Уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү.

Бурай-бурай ҡарҙар яуа...- 3

Башҡортостанда ҡышҡы тәбиғәт, балаларҙың ҡышҡы уйындары һәм эштәре тураһында хикәйәләр, әкиәттәр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәтте күҙәтеү, йәнлектәрҙең һәм үҫемлектәрҙеү тормошо менән танышыу. Яңы йыл байрамы, уға әҙерлек.

Башҡорт телендә баҫым үҙенсәлектәре. Һөйләмдәрҙең интонацион төрҙәре, уларҙа һүҙҙәр тәртибе һәм тыныш билдәләрен ҡабатлау һәм нығытыу.

Беҙҙең ғаилә - 3

Ата-әсәләр, туғандар, уларҙың эштәре, хәстәрҙәре. Ата-әсәләрҙе ҙурлау, ололау, хөрмәтләү, балаларҙың ғаиләләге эштәре хаҡында хикәйәләр, мәҡәлдәр, шиғырҙар уҡыу, ятлау һәм һөйләү.

Ошо темаға авторҙар тарафынан эшкәртелгән өҙөктәр.

Башҡорт телендә үҙенсәлекле һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Текста һорау, хәбәр, өндәү һөйләмдәр. Уларҙа тыныш билдәләре, интонациялары.

Шанлы йылдар. - 3 Халҡыбыҙҙың бөтә ил азатлығы, тыныслығы өсөн көрәше. Бөйөк Ватан Һуғышында башҡорт халҡының, башҡорт атлыларының ҡаһарманлығы хаҡында шиғырҙар, мәҡәләләр, хмкәйәләр уҡыуһәм һөйләү. Һалдаттарға бағышланған монтаж (фотоальбом) төҙөү. Һалдаттар, ветерандар менән осрашыу.

Һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһе. Уларҙың предметтарҙы, билдәләрҙе, эш-хәлде, хәрәкәтте белдереүе.

Ай Уралым, Уралым...- 3

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. "Тыуған республикам" темаһына материалдар йыйыу,альбом эшләү, монтаж әҙерләү һәм сығыш яһау.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең ваҡыт, урын, эйәлек, йүнәлеш һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүе. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар (ялғауҙар).

Башҡорт халыҡ ижады. - 3

Башҡорт халҡының тормошо, кәсебе, кешеләрҙең яҡшы һәм насар сифаттары, туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ хаҡында халыҡ ижады әҫәрҙәре: әкиәттәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар, риүәйәттәр һ.б.

Эш-хәлде, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең (ҡылымдарҙың) мәғәнә үҙенсәлектәре. Берлек һәм күплек, ваҡыт мәғәнәләрен белдереүсе саралар(ялғауҙар).

Яҙ килә еремә... - 2

Тәбиғәттә яҙғы күренештәр, ҡоштар, үҫемлектәр, балаларҙың, шулай уҡ ололарҙың яҙғы эштәре тураһында әҫәрһәр уҡыу һәм һөйләү.

Темаға ҡарата авторҙар эшкәртеүендәге мәҡәләләр.

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр (сифаттар).

Уларҙың мәғәнәне төрлө кимәлдә, шулай уҡ башҡа билдәләр менән сағыштырып күрһәтә алыуы. Мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар).

Йәйҙең йәмле көндәрендә...- 3

Башҡортостанда йәйге тәбиғт, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәткә экскурсия, походтар ойоштороу.

Авторҙарҙың тема буйынса эшкәрткән материалдары.

Предметтың атамаларын, билдәләрен, эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәләре. (Ҡабатлау һәм нығытыу).


Календарь-тематик планлаштырыу

№ п\п

Тема

планлаш

Үткәрелеү ваҡыты

Иҫкәрмәләр


Башҡортостан - туыған илем - 3

1

Башҡортостан - туыған илем.

06.09

2

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре.

13.09

3

Башҡорт теленең алфавиты.

20.09

Һаумы, мәктәп! - 2

4

Р. Ниғмәти "Теләк". Ҡалын һәм нәзек һуҙынҡылар.

27.09

5

М. Дилмөхәмәтов "Һөйләмәйем барын да".

18.10

Көлә-көлә көҙ килә. - 2

6

Р. Байбулатов "Гөлләмә". Күсереп яҙыу

25.10

7

Беҙҙең яҡтағы ҡоштар.Башҡорт теленең үҙенсәлкеле тартынҡы өндәре.

08.11

Кеше эше менән матур. - 1

8

Ғ. Ғалискәрова "Алмағас".

15.11

Тарих биттәренән - 4

9

Ф. Иҫәнғолов "Һин ни эшләр инең?"

22.11

10

Батырҙар бар беҙҙең арала. Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре

29.11

11

Ә. Йәғәфәрова "Эшенә күрә яуабы".

06.12

12

Йо,йө, йе, йү, йы, йә хәреф ҡушымсалары. З. Биишева "Уйҙар".

13.12

Бурай-бурай ҡарҙар яуа... - 3

13

Х. Мохтар "Мәктәпкә", "Уҡырға алманылар".

20.12


3орау6ар4а яуап

14

Й. Солтанов "Тәүге ҡар". Күсереп яҙыу.

27.12

15

Г. Юнысова "Ҡар яуғас". Башҡорт телендә баҫым.

17.01

Беҙҙең ғаилә - 3

16

Ф. Иҫәнғолов "Урманда ни өсөн йылы?"

24.01

17

Ғ. Ғүмәр "Әсәйемә оҡшаған".

31.01

18

Ф. Рәхимғолова "Һөнәрлеләр". Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр, уларҙың интонацияһы.

07.02

Шанлы йылдар… - 3

19

Т. Сәғитов "Миңлеғәли Шайморатов".

14.02

20

Ҡ. Даян "Шайморатов генерал". Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эш-хәрәкәтте белдереүе.

21.02

21

Р. Ниғмәти "Еңеүселәргә дан!".

28.02

Ай, Аралым, Уралым… - 3

22

М. Кәрим "Тыуған Башҡортостаным".

07.03

23

С. Агиш "Тыңлағыҙ, Өфө һөйләй!" Предмет исемдәренең ваҡыт, урын, урын, эйәлек мәғәнәләрен белдереү.

14.03

24

Н. Нәжми "Мендем бейек Уралтауҙың башына ". Контроль к1сере1.

21.03

Башҡорт халыҡ ижады - 3

25

Рәшит Нурмөхәмәтов. Батыр тураһында легенда.

04.04

26

Әкиәт. Ата ҡаҙ менән төлкө. Төлкө һәм айыу.

11.04

27

Г. Юнысова "Болоттар". Ж. Кейекбаев "Айыу ниңә ҡойороҡһоҙ".

18.04

Яҙ килә еремә... -2

28

Я. Хамматов ""Яҙ башланды".

25.04

29

М. Ғафури "Яҙ". Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.

02.05

Йәйҙең йәмле көндәрендә - 3

30

М. Кәрим "Урманда". Предметты,уның билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе ң мәғәнә үҙенсәлектәре.

16.05


3орау6ар4а яуап

31

Уйындар менән танышыу. Күсереп яҙыу

23.05

32

Кластан тыш уҡыу.

30.05




















Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге


  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 - се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  4. "Бүләк" дәреслегенә методик ҡулланма. /Толомбаев Х.А., Әбуталипова Р.Ә, Дәүләтшина М.С./ - Өфө,.

  5. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

  6. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.

  7. Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. - Өфө, 2005.


Материаль-техник ҡулланмалар

  • телевизор;

  • видеоплеер;

  • магнитофон;

  • компьютер;

  • DVD.


Төп әҙәбиәт


  1. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. - Өфө, 2010.

  2. Салихова М.Т., Шафикова С. Х. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы (1-4-се кластар өсөн) - Өфө: Китап, 1997.

  3. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө, 2009.

  4. Аслаева Р.Ғ. Телмәр һәм зиһен. - Өфө, 2005.

  5. Шарапов И.Ә. Йомаҡлы әлифба: Башҡорт телен өйрәнеүсе 1 класс уҡыусылары өсөн. - Өфө, 1996.

  6. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы: Уҡытыусы өсөн ҡулланма. - Өфө, 1993.

  7. Аҙнабаева Ф.Г., Тнафиҡова З.Г. Тылсымлы өндәр: Методик ҡулланма. - Өфө: БМКИ, 2004

  8. Сынбулактова Ф.Ш. "Туған тел" дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. - Өфө, 2008.


Өҫтәлмә әҙәбиәт


  1. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  2. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым. - Өфө: Китап, 2007.

  3. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө, 2008.

  4. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары.

  5. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.

  6. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө, 2008.

  7. Жемчужины детской башкирской литературы. /Составитель - В.С.Мавлетов/ - Уфа, 2005.

  8. Туғыҙбаева Ф.Х. Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ: Мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге уҡыусы балалар өсөн уҡыу китабы. - Өфө, 2008.

  9. Раҡаева Ә.С. Уйнайыҡ уйлап ҡына. - Өфө, 2008.

  10. Ураҡсина Р. Тәмле-тәмле-тәмлекәс: Шиғырҙар, йола-уйын күренештәре. - Өфө, 1996.

  11. Юнысова Г.А. Йәйғор: Балалар өсөн шиғырҙар. - Өфө, 2003.

  12. Хисаметдинова Ф.Г. Кескәйҙәр өсөн башҡорт теле. - Өфө: Башҡортостан энциклопедияһы, 2002.



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал