7


  • Учителю
  • Вне классное мероприятие 'Родной Башкортостан'

Вне классное мероприятие 'Родной Башкортостан'

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса викторина

Маҡсат

-уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

- башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү;

-Башҡортостан, уның тәбиғәте, ҡала - ауылдары тураһында белгәндәрҙе иҫкә төшөрөү;

-туған телгә һөйөү, арҙаҡлы шәхестәргә ихтирам тәрбиәләү.



Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, уҡытыусылар, конкурста ҡатнашыусылар.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса викторинабыҙҙы башлайбыҙ.Ошо конкурста дүрт команда ҡатнашасаҡ, һигеҙенсе һәм туғыҙынсы синыф уҡыусылары. Ә кисәбеҙҙе беҙ ике Ләйсән алып барасаҡбыҙ.

Беренсе бирем.Һәр бер командаға һорауҙар бирелә, яуаптарҙы тик ҡатнашыусылар ғына бирергә тейеш.

Һорауҙар Башҡортостан тураһында.

1. Башҡортостандың ҡайһы районы оса?(Күгәрсен)

2.Башҡортостанда бөтәһе нисә район бар(54)

3.Шүлгәнташ мәмерйәһе ҡайһы районда урынлашҡан?(Бөрйән)

4.Башҡортостандағы иң йәш ҡала(Межгорье)

5.Башҡортостандағы иң бейек тау(Ямантау).

6.Башҡортостандың ҡайһы районында ике ҡала урынлашҡан һәм ниндәй ҡалалар(Баймаҡ районы, Баймаҡ һәм Сибай ҡалалары)

7.Башҡортостанда бөтәһе нисә ҡала бар?(21)

8.Башҡортостандағы иң ҙур район(Белорет)

9.Өфө ҡалаһына ҡасан нигеҙ һалына?(1574)

10.Башҡортостандағы иң тәрән күл(Яҡтыкүл)(Уртаса тәрәнлеге ун бер метр, ә иң тәрән ере егерме һигеҙ метр)

11.Башҡортостандағы иң ҙур күл(Аслыкүл)

12.Республикала ниндәй ҡала үҙенең районы менән бер ерҙә урынлашмаған(Салауат ҡалаһы)Мәҫәлән, Яңауыл,Бөрө, Ишембай ҡалалары үҙҙәренең районында урынлашҡан.

Ә хәҙер музыкаль пауза, Гәрәев Аяз үҙенең моңло йырын башҡара.

Икенсе конкурс. Һәр бер командаға мәҡәлдәр бирелә, улар яҙылып бөтмәгән. Дауам итергә.

Өсөнсө конкурс. Капитандар ярышы. Электән ятлаған шиғырҙарығыҙҙан өҙөктәр бирелгән. Ошоларҙың авторын һәм исемен билдәләргә.

Шиғырҙарҙы тыңлайбыҙ

  1. 9а класы капитанына

Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,

Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр

Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,

Ғилем - һөнәр берҙән бер әмәл булыр. (М.Аҡмулла. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк)

  1. 9б класы капитанына

Гүйә, улар шунда йәнләнделәр,

Нурҙар сәсеп ем-ем көлдөләр.

Әкрен генә иҫкән ел арҡылы

Миңә былай тип яуап бирҙеләр.(М.Ғафури. Гөлдәр баҡсаһында)



3.8акласы капитанына

Айырылһам усағыңдан

Ҡайырылһам ҡосағыңдан

Талһыҙ ҡалған бахыр ҡоштай...(Әхмәр Үтәбай. Башҡортостан)

4.8б класы капитанына

Юшатыр буйында уйнап

Йөрөнөк һыу инеп

Ул минеңсә, мин уныңса

Аңламай инек(Баязит Бикбай. Рус теле)

Ә хәҙер ҡыҙҙар башҡарыуында йыр



Дүртенсе конкурс. Был конкурсыбыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадына һәм тормошона бағышлана. Һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

1.Быйыл Мостай Кәримгә нисә йәш булыр ине?(95)

2 .Ул ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?(1919 йылда Шишмә районы Келәш ауылында)

3.Мостай Кәримгә нисәнсе йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә?(1979)

4.Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә ҡасан лайыҡ була?(1963)

5 Үҙенең ниндәй әҫәрендә Мостай Кәрим Башҡортостанды нимә менән сағыштыра ?(Ҡайын япрағы тураһында)

6 Мостай Кәримдең балаларының исемдәре нисек?(Илгиз, Әлфиә)

7.Сағылдарҙа имән нисек үҫһә

Мин был ерҙә шулай үҫкәнмен. Был ниндәй әҫәренән өҙөк(Россиянмын)?

8.Беренсе китабы нисәнсе йылда нәшер ителә һәм нимә тип атала?("Отряд ҡуҙғалды", 1938 йылда)

9.Был ауылда тағы ла бер Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуған. Кем ул ?(Сәйфи Ҡудаш)

10.Мостай Кәримдең нисә драмаһы сәхнәлә ҡуйыла ?(Ун бер драмаһы)

11.Мостай Кәрим нисәнсе йылда һуғышҡа алына? (1941 йылда)

12.Беренсе китабы нисәнсе йылда баҫыла һәм исеме нисек?(1938 йылда, "Отряд ҡуҙғалды")

13.Автобиографик повесының исемен яҙығыҙ (Оҙон - оҙаҡ бала саҡ)

14.«…Минең яҙғанды уҡығас, әкиәт тимә, ҡоҙа

Бына ул усаҡ янында, сылғау киптереп тора"- был өҙөк ниндәй әҫәрҙән алынған?(«Үлмәҫбай»поэмаһынан)

15.Мостай Кәримдең яҙыусыларҙан иң яҡын дуҫы?( Муса Ғәли)

16.Бәләкәй сағында Мостай Кәримдең ҡушаматы ниндәй була? (Кендек)

Бишенсе конкурс. Башҡортостандың йылға, күл, тау, ҡала, ауыл исемдәрен ҡулланып кроссворд төҙөргә.



Һеҙ кроссвордтарығыҙҙы эшләп тороғоҙ, Шакирова Ландыш йыр йырлап алһын.

Алтынсы конкурс. Һәр бер командаға һорауҙар бирелә, шул һорауҙарға яуаптарығыҙҙы яҙығыҙ.

1.Ниндәй милли аш-һыуҙарҙы беләһегеҙ?

2.Берәй милли аш - һыуҙың рецебын әйтегеҙ.

3.Аш-һыу тураһында ниндәй йырҙар беләһегеҙ?

4.Аш - һыу тураһында мәҡәлдәр әйтегеҙ.

5. Бөгөн өйөгөҙҙә үҙегеҙ генә ҡалдығыҙ, ти. Әсәйегеҙҙең һеҙгә ашау бешерергә ваҡыты булманы. Һеҙ нимә бешерер инегеҙ һәм нисек бешерер инегеҙ?



1.Башҡортостандағы иң бейек тау.

2.Иң тәрән күл.

3.Башҡортостан территорияһында урынлашҡан дүрт шихандың исемен атағыҙ.

4.Беҙҙең район территорияһында ниндәй ҙур йылғалар аға?

5.Башҡортостанда бөтәһе нисә ҡала һәм нисә район бар?



1.Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һанап сығығыҙ.

2.Халыҡ яҙыусылары кемдәр?

3.Әнғәм Атнабаев нисәнсе йылда тыуған?

4.Уның бер нисә әҫәрен атағыҙ.

5.Ҡатын - ҡыҙҙарҙан кемгә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелгән?



1.Башҡорт композиторҙарын һанап сығығыҙ.

2."Уҡытыусыма" йырының һүҙҙәрен кем яҙған?

3.Халыҡ йырҙары тип ниндәй йырҙарға әйтәбеҙ һәм төрҙәрен һанап сығығыҙ.

4.Башҡорт халыҡ йырынан өҙөк һөйләгеҙ.

5.Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ?



 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал