7


  • Учителю
  • Һан темаһы буйынса тест һорауҙары 6 класс

Һан темаһы буйынса тест һорауҙары 6 класс

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Һан темаһы буйынса тест һорауҙары

1.Һан нимәне аңлата?

а)предметтың эшен

б)предметтың билдәһен

в)предметтың иҫәбен

г)предметтың атамаһын



2.Һөйләмдә һанды табып,төркөмсәһен билдәләгеҙ.

Мин 6-7 йәштәремдә үк ғәрәп һәм фарсы телдәре менән бергә урыҫ телен өйрәнә башланым.



а)рәт һаны

б)бүлем һаны

в)төп һан

г)йыйыу һаны

д) сама һаны



3.Һөйләмдә һанды табып, төркөмсәһен билдәләгеҙ.

Әсәйем арҡан менән үгеҙҙең аяҡтарын бәйләне,шунан икәүләп тегене тартып ергә йыҡтылар.(С.Кәрим)



а)рәт һаны

б)бүлем һаны

в)төп һан

г)йыйыу һаны

д) сама һаны



4. Һөйләмдә һандарҙы табып, төркөмсәһен билдәләгеҙ.

Шул тирәлә,ете урман артында,ни тапһа,шуның менән туҡланып көн күргән бер әбей менән бер бабай булған.



а)рәт һаны

б)бүлем һаны

в)төп һан

г)йыйыу һаны

д) сама һаны



5. Йомаҡтан һандарҙы табып, төркөмсәләрен билдәләгеҙ.

Бер ҡарттың ун ике улы бар,

Шуларҙың өсәүһе һоро көпө кейә,

Өсәүһе һары көпө кейә,

Өсәүһе һары сәкмән кейә,

Өсәүһе аҡ тун кейә.



а)төп һан,рәт һаны

б)төп һан,йыйыу һаны

в) йыйыу һаны,бүлем һаны

г)төп һан,сама һаны

д) йыйыу һаны, рәт һаны









6.Түбәндәге рәт һандарының кайһыһында ялғау яҙылмай?

а)1-се зат

б)Сәғәт 9-сы ярты

в)10-сы рәт,6-сы урын

г)35-се мәкәтп

д) 1-се сентябрь





7.Сама һандарының ялғауҙары нисек яҙыла?

а)ҡушылып

б)һыҙыҡса аша

в) айырым

г)дөрөҫ яуап юҡ



8.Рәт һандары ниндәй һорауға яуап булып килә?

а)нисәнсе?

б)күпме?

в) нисәшәр?

г)нисә?



9.Бүлем һандарының ялғауҙарын әйтегеҙ.

а)-шар,-шәр,-ар,-әр

б)-енсе,-ынсы,-өнсө,-нсы,нсе

в) -лы,ле

г)-лап,-ләп



10.Кәсер һаны руҫсаға нисек тәржемә ителә?

а)количественные

б)порядковые

в) дробные

г)приблизительные

д) собирательные





















 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал