7


  • Учителю
  • Урок башкирского языка в 7 классе

Урок башкирского языка в 7 классе

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание: Дорогие учителя! С давних времен башкирский народ очень трепетно относился к своему прошлому, к истории своего народа. В последнее время проводится очень много  мероприятий, посвященных изучению своего рода. Знание своего рода у башкир было обязательным.7 классТема: Шәж
предварительный просмотр материала

7 класс

Тема: Шәжәрә.



Маҡсат: яңы һүҙҙәр үҙләштереү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, кеше үҙенең

үткәнен һәм үҙенең ете быуынын белеүҙе мөһим икәнен аңлатыу.



Йыһазландырыу: дәреслек, компьютер, "Шежере- генеалогическое древо" компакт-

дискаһы



Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр: шәжәрә, ата-бабалар, нәҫел, ҡулъяҙма



Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле.



2. Артикуляцион күнегеү

Үгеҙегеҙ үҙегеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙегеҙҙеке.

Үгеҙегеҙҙең мөгөҙөн үҙегеҙ һындырғас,

Үгеҙегеҙҙән күрмәгеҙ, үҙегеҙҙән күрегеҙ.

3. Дәрестең маҡсаты һәм бурыстары менән танышыу.

- Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән шәжәрә тураһында һөйләшеп үтәсәкбеҙ.



4. Яңы тема өҫтөндә эш.

Шәжәрә- ырыу тарихының йылъяҙмаһы. Башҡорттарҙа борон-борондан үҙенең ырыу шәжәрәһен яҙыу һәм уны һаҡлау йолаһы йәшәгән.

Шәжәрәгә ырыуҙың ирҙәр һаны ғына индерелгән һәм шәжәрәне белеү талап ителгән. Нәҫел-ырыу тураһындағы мәғлүмәттәр ныҡлы һаҡланылған, быуындан быуынға аманат рәүешендә ҡалдырыла килгән.

Бөгөнгө көндә 25 башҡорт шәжәрәһе ташҡа баҫылған.



5. Китап менән эш

87-се күнегеү өҫтөндә эш.

88-се күнегеү

6. Йомаҡтарҙың яуабын табығыҙ:

а) Урманда бар, ҡырҙа юҡ,

Мунсала бар, өйҙә юҡ.



б) Аҫта бар, өҫтә бар,

Уртала юҡ.

в) Тауыҡта бар, ҡаҙҙа юҡ,

Келәттә бар, баҙҙа юҡ.



7. Видео яҙма ҡарау.

- Шулай итеп, "Шәжәрә" һүҙе нимә тигәнде аңлата?

-Күргәндәрегеҙҙән сығып, нимә әйтә алаһығыҙ?



8. "Һүҙҙәр үреү" уйыны.

"Әсәй" һүҙенең һуңғы хәрефе -"й". Ошо хәреф менән башланған һүҙ уйлағыҙ. "Йәшел". Ә хәҙер тағы был һүҙҙең һуңғы хәрефе менән башланған һүҙ уйлағыҙ.



9. Дәресте йомғаҡлау



10. Өйгә эш биреү: Ғаилә шәжәрәһен төҙөп килергә.





 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал