- Презентации
- Презентация по башкирскому языку на тему Кмсер мине әсәй
Презентация по башкирскому языку на тему Кмсер мине әсәй
Автор публикации: Шагалина Н.К.
Дата публикации: 07.11.2016
Краткое описание:
1
«Кисер мине 9с9й, 19ф7 ит.» «Кешег9 й5к й5км9терг9 к9р9к. Ауыр й5к – 72е яуаплылы3, кешене 76тер9.»
2
Маҡсат. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, үҙ фекереңде әйтергә, ҡарашыңды яҡларға өйрәтеү, әсәләргә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.
Благодаря этой рекламе сайт может продолжать свое существование, спасибо за просмотр.
3
Әсә күңеле — балала, Бала күңеле — далала. (Халыҡ м939ле)
4
- Ожмах — әсәләрҙең аяҡ аҫтында. - Бал татлы, балдан бала татлы. - Бала саҡта — һөйҙөрә, үҫә килә — көйҙөрә. - Алһыу таңды Сулпан уята, Әсә күңелен бала йыуата. - Ҡояш янында — яҡтылыҡ, Әсә янында — йылылыҡ. - Баланың бармағы ауыртыр, Әсәнең йөрәге ауыртыр. - Балаһыҙ ғүмер — һүнгән күмер.
5
Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин 1926 йылда Башҡортостандың Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған.
6
7
Ауылдаштары һәм йәштәштәре кеүек уға йәшләй үҙ заманының иң ауыр йөктәрен күтәрешергә тура килә, колхоз эше менән шөғөлләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда ФЗО-ға уҡырға китә. Уны тамамлағас, заводта әллә ни оҙаҡ эшләргә тура килмәй, 1943 йылда әле ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр фронт, яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙалдар менән бүләкләнә.
8
1948 йылда Талха Ғиниәтуллин демобилизацияланып ҡайтҡас, Кавказ яҡтарында тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Унан баш ҡалабыҙ Мәскәүгә килеп, заводта фрезеровщик булып оҙаҡ ҡына йылдар эшләй. Киске мәктәпкә йөрөп урта белем ала. 1966 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.
9
Илленсе йылдарҙан бирле Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа. Әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған.
10
Уның реалистик әҫәрҙәрендә ирреалистик, мистик, фантастик, символик стиль төҫмөрҙәренең урын алыуы күҙәтелә. Ысынбарлыҡ менән уйҙырма, шартлылыҡ, реализм менән фантастика ҡатнашмаһы “Томан эсендәге яңғыҙ йорт”, “Яңы йөрәк”, “Зыярат ҡылыу”, “Бүре”, “Каска”, “Һөжүм”, “Ҡайтыу”, “Туннель”, “Ҡапҡа”, “Шәмсетдин менән Шәмсура”, “Ҡара баҫыу”, “Хоҙайбирҙиндың ҡайтыуы” исемле хикәйә һәм повестарында күҙәтелә. Уларҙың барыһы ла айырым бер шәхес яҙмышын һүрәтләү аша тотош йәмғиәтте солғап алған киҫкен ижтимағи-социаль, рухи мәсьәләләрҙе кинәйәле фәлсәфә аша яҡтыртыуға ҡоролған.
11
Яҙыусы повесть һәм хикәйәләрендә ҡатын-ҡыҙҙарҙы айырым бер ихтирам менән һүрәтләй. Бөтөн ғүмерен һөйгән кешеһен ҡарауға бағышлаған (“Шәмсетдин менән Шәмсура”), ирен тормош төпкөлөнә төшөүҙән, рухи һәләкәттән йолоп ҡалырға ынтылған (“Кисеү”), һуғыш ҡазалары арҡаһында ирһеҙ, балаһыҙ, япа-яңғыҙ ғүмер кисерһә лә, рух бөйөклөгөн һаҡлаған (“Йыр”, “Ҡапҡа”), йәш көйөнсә тотош звено менән етәкселек иткән, ас килеш сәсеү эшен еренә еткереп башҡарған (“Ҡара баҫыу”), ғүмере һүнеп барған яралы фронтовик улын үлемдән йолоп ҡалған (“Мәтрүшкә еҫе”), сабыйын һаҡлап ҡалыр өсөн йәнтәслим көрәшкән (“Әсә һәм бала”) ҡатын-ҡыҙ образдары оло һөйөү менән һүрәтләнә. Автор ҡатын-ҡыҙҙың көндәлек тормошта күҙгә бик салынып та бармаған сифаттарын оҫта тотоп ала, уларҙың тормош тотҡаһы икәнлегенә айырыуса баҫым яһай.
12
13
14
15
16