7


  • Учителю
  • Методическая разработка внеклассного мероприятия к Новому году (1-4)

Методическая разработка внеклассного мероприятия к Новому году (1-4)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Яңы йыл байрамы (сценарий)

Ҡатнашалар; Бүре, Айыу, Төлкө, Ҡуян, Ат, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу.

( Балалар теҙелеп ултыралар. Музыка уйнай. Ҡуян бүренән ҡасып йүгереп килеп инә. Ҡалтырай. Шыршы тирәләй йөрөп сыға).

Ҡуян: Шыршы янында һәр йыл да

Балалар күңел аса,

Ә мин нисек йылынайым?

Ишеү бүренән ҡасам.

Өшөнөм (ҡалтырай)

Алып барыусы; - Кемдең тауышы ишетелә? Әллә беҙгә байрамға шеш ҡолаҡ килде инде? Балалар ҡуян өшөгән, әйҙәгеҙ йырлап бейеп алайыҡ, йылынып китер ҡуянҡай.

( "Ап-аҡ ҡуян урманда" йыр)

Ҡуян; Урманды биҙәп торған иң матур шыршы ошо. Байрам ошонда булалыр моғайын.

Алып барыусы; Ниндәй матур беҙҙең шыршы

Йым-йым килеп яна ул.

Башлайбыҙ шыршы байрамын,

Ҡотло булһын яңы йыл!

(Шыршы тирәләй "шыршы" йыры)

1-се бала; Беҙ бөгөн шыршы янында

Әйлән-бәйлән уйнарбыҙ

Ҡыш бабайҙы ҡаршыларбыҙ

Яңы йырҙар йырларбыҙ.

2-се бала; Ынйы-ынйы ҡарҙар яуа,

Шундай матур көн бөгөн!

Ҡулға тотоп алғы килә

Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн!

3-се бала; Бөгөн елка-маскарад

Костюм, маска күп харап.

Төрлө-төрлө кейемдәр

Төлкө, ҡуян, тейендәр.

(Бүре килеп инә. Ухылдай.)

Бүре; - Шыршы ҡупшыны эҙләй торғас

Йөрәгем янды,

Хатта айыу ағайым да

Йоҡоһонан уянды.

Әтегеҙсе балалар тиҙерәк

Байрам ошонда уҙғарыламы

Миңә белергә кәрәк!!! у-у-ууу!!!

Балалар; эйе.

Алып барыусы; - Беҙгә бөгөн Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу

Ҙур байрам бүләк итте.

"Яңы йыл байрам урыны

Ошо шыршы янында",-тине.

(Бүрегә ултырырға урын күрһәтә)

Бүре; Ярар әтеү.

Алып барыусы; Йәшел шыршы, баҫып торсо

Залдың түрендә.

Килдек бергә беҙ бейергә

Һинең түрендә.

(Йыр "Ялтыр боҙ")

(Айыу алпан-толпан килеп инә лә, боҙга тайып йығылып китә)

Айыу; Балҡығас шыршы уттары

Яҡты маяҡтар төҫлө.

Аҡ парашют кеүек ергә,

Мин үҙем килеп төштөм.

(тора)

Бүре; Айыу ағай ауыртманымы бер ереңдә?

Айыу; Әҙерәк бар инде.

(Төлкө килеп инә)

Төлкө; Төлкө булғас, хәйләләргә

Һеҙгә килдем әле.

Һунарсылап ғүмер үтә,

Байрам итәйем әле!

Төрлө хәйләләр уйлайым

Сыҡҡан саҡта һунарға

Һә, тигәнсе булдырам мин

Ҡош-ҡорттарҙы тунарға.

Төлкө; Һаумыһығыҙ байрам шыршыһы ошондамы

Алып барыусы; Эйе ошонда.

Бүре; айыухан, ҡуянҡай

Беҙҙең ҡыш бабайыбыҙ

Ниңә оҙаҡлай икән

Әллә инде урманда

Аҙашып ҡалды микән

Бейеу: (Яны йыл килэ)

Айыу; килә тигәс, килер, ҡыш бабай, көтәйек. Ана кынгырау тауышы ишетелэ. Килэлэр.

(Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп керә.)

Алып барыусы; Ҡунаҡтар киләләр

Егеп пар аттар!

Аттарына әйтерһең дә

Үҫкән ҡанаттар.

Осоп килеп туҡтанылар

Беҙҙең эргәлә

Эҙенән ынйы һибелә

Бөтә ергә лә. Ҡыш бабай; Буран-ҡарҙар һепереп

Мин киләм һеҙгә.

Яңы йылды ҡаршыларға

Дуҫтарым менән бергә.

Һаумыһығыҙ балалар! Мине көттөгөҙмө? Мин байрамға ашығып килеп тә еттем инде.

Ҡарһылыу; Һаумыһығыҙ кескәй дуҫтарым!!!

Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергәләп

Баҫайыҡ беҙ шыршы тирәләп

Байрамға бөтмәҫ йәм өҫтәп

Йырлашып алайыҡ бергәләп.

Йырҙар: ("Ҡыш бабай","Ҡарһылыу")

Бейеу: ("Кар бортоктэре, Кыш бабай")

Алып барыусы; Яңы йылға шыршы әҙер

Йымылдай сулпылары.

Байрамға йыҙың, шиғырҙың

Әҙер иң яҡшылары.

1-се бала; Ап-аҡ ҡыш шаҡый тәҙерәне

Ҡарлы ел менән

Ҡар һәм елдәр әйтә һымаҡ;

"Яңы йыл менән!!".

2-се бала; Зал түрендә күркәм ҡунаҡ-

Йәшел кейемдән

Ул да ҡотлай беҙ дуҫтарҙы

Яңы йыл менән!!!!

3-се бала; Иҫәнме, шыршы, һаумы!

Яңы йыл килеп етте

Күңелле шыршы байрамын

Балалар күптән көттө.

4-се бала; Һағынып көттөк беҙ һине

Көндәрҙе һанап көттөк

Календар биттәренә һәм

Сәғәткә ҡарап көттөк.

5-се бала; Һин килдең бөгөн кейенеп

Биҙәнеп, матурланып.

Беҙгә кескәй дуҫтарыңа

Күңелле йырҙар алып.

6-сы бала; Ах, какой хороший

Добрый Дед Мороз.

Елку нам на праздник

Из лесу принес.

1-се бала; Яңы йылдан да күңелле

Байрам бармы донъяла,

Ер шары үҙе ҡыуанып

Бейегәндәй тойола.

2-се бала; Көрткә сумып ҡойона шыршы

Энәһе йәшел генә.

Йәшел ҡыңғырауҙар тағып

Беҙгә яңы йыл кеилә.

3-се бала; Бар тирә- яҡ һөттәй ап-аҡ

Ем-ем итеп ҡар көлә

Көмөш ҡыңғырауҙар тағып

Беҙгә яңы йыл килә!

4-се бала; Шыршыбыҙ нурға күмелде

Нурҙа сағыла шатлыҡтар

Яңы йыл байрамы килде

Ҡотлайбыҙ һеҙҙе дуҫтар.

5-се бала; Шыршы йәшел энәле

Төрлө уттар яналар

Матур кейемдәрен кейеп

Бейеп йөрөй балалар.

6-сы бала; Ҡар бурандарын уйнатып

Яңы йыл килә

Ярһыу ат егеп санаға

Ҡыш бабай елә.

7-се бала; Яңы йыл килде беҙгә

Түңәрәккә тор әйҙә!

Яңғырыһын шат йырҙар

Йылмайһын шаян ҡыҙҙар.

8-се бала; Беренсе булып урмандан

Килде байрамға шыршы.

Уйынсыҡтар ҙа эленгәс,

Бөгөн ул ниндәй ҡупшы.

9-сы бала; Күктә йондоҙҙар бейейҙәр

Еҙ ҡыңғырау ай елә

Арғымаҡтарын ярһытып

Беҙгә яңы йыл килә.

10-сы бала; Һағынып көттөк Ҡыш бабайҙы

Бына килде ул беҙгә

Ҡаршылайбыҙ Яңы йылды

Беҙ уның менән бергә.

11-се бала; С новым годом поздравляем

Счастья, радости желаем,

Чтобы всем счастливым быть

Чтобы жить и не тужить.



Ҡыш бабай; Һай афарин, бик аҡыллы зирәк икәнһегеҙ

(Бүләктәр тараталар)

Ҡарһылыу; Ҡыуаныслы һүҙ әйтәм-

Ҡыш бабайҙың усында

Яңы йылдың асҡысы!

Эй, дуҫтарым, кескәйҙәр,

Ҡаршы алышығыҙсы!

(Яңы йыл килеп керә)

Алып барыусы; Һағындырып, бик көттөрөп

Килеп етте өр-яңы йыл

Тормошҡа ла, күңелгә лә

Һалыр өсөн өр-яңы юл.

Яңы йыл; Беҙ гөрләйбеҙ, йыр йырлайбыҙ

Бөтә ил менән

Дуҫтарға бәхет теләйбеҙ

Яңы йыл менән!!!

Бөтәһе бергә; Хуш киләһең Яңы йыл!

Ҡыш бабай; Төклө аяғың менән!!!

Һеҙҙе барығыҙҙы ла Яңы йыл менән тағы бер тапҡыр ҡотлайым

Һәм ҙур ҡыйыу батыр булып үҫеүегеҙҙе теләйем.

Балалар; Рәхмәт, Ҡыш бабай!

Ҡыш бабай; Ә хәҙер һеҙҙең менән

Етте хушлашыр мәлебеҙ

Киләһе йыл тағы ла

Осташырбыҙ әле беҙ.

Ҡарһылыу; Һау булығыҙ йәнлектәр

Һау булығыҙ балалар

Башҡа урындарға ла

Беҙҙең бараһыбыҙ бар.

Балалар; Һау бул, һау бул Ҡыш бабай, Һау бул, һау бул Ҡарһылыу!

(Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу сығып китәләр)

Алып барыусы; Яңы йылды ихлас ҡотлап

Байрам итәйек әле

Гармун уйнап, йырлап, бейеп

Хайран итәйек әле.

( хоровод. )











 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал