- Учителю
- Рабочая программа по башкирскому государственному языку. 2 класс
Рабочая программа по башкирскому государственному языку. 2 класс
-
Башҡорт теленән эш программаһы
2 класс
Аңлатма яҙыу
Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы төҙөгәндә башланғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарттары, федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла: Мәғариф министрлығының 1089-сы номерлы 5.03.2004 йылғы "Дәүләт белем биреү стандарттарының федераль компоненттарын раҫлау тураһында "Законы «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.
-
Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
-
Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).
-
Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).
Маҡсаттар һәм бурыстар.
Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 2-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
-
Өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.
-
Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
-
Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
-
Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.
-
Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
-
Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.
-
Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.
-
Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.
Элементар коммуникатив компетенция - уҡыусының типик ситуацияларҙа телдән һәм яҙма рәүештә башҡорт теле саралары ярҙамында аралашыуға әҙерлеге һәм һәләте. Шулай итеп, ΙΙ класта башҡорт телен уҡытыуҙың түбәндәге маҡсаттарын билдәләп була:
уҡыусыһының телмәр мөмкинлектәрен һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып телдән (тыңлап аңлау һәм һөйләү) һәм яҙма (уҡыу һәм яҙыу) рәүештә аралашыу оҫталығын формалаштырыу;
уҡыусыларҙы башҡорт балалар фольклоры һәм нәфис әҙәбиәт үрнәктәре менән таныштырыу; башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү;
уҡыусыларының телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтен һәм уҡыу оҫталығын үҫтереү; башҡорт телен артабан үҙләштереүгә мотивация булдырыу;
башҡорт теле саралары ярҙамында уҡыусыны тәрбиәләү һәм уның төрлө яҡлы үҫешенә булышлыҡ итеү.
«Башҡорт теле» предметының эшмәкәрлекле характеры донъяны бөтөн, эмоциональ һәм актив ҡабул итеүсе башланғыс класс уҡыусыһының тәбиғәтенә тап килә.
Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше)
Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.
-
Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре
Шәхси һөҙөмтәләр
Башҡорт телен 2 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.
Метапредмет һөҙөмтәләр
Уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.
Предмет һөҙөмтәләре
Башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.
А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)
Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:
һөйләү телмәрендә:
- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;
- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;
тыңлап аңлауҙа:
-уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;
уҡыуҙа:
-өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
-өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;
яҙма телмәрҙә:
-яҙыу техникаһына эйә булыу;
-үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.
3. Телмәрҙең тематик йөкмәткеһе
Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға , башланғыс класс уҡыусыһының йәш үҙенсәлектәренә тап килә һәм түбәндәге темаларҙы үҙ эсенә ала:
Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен һәм өндәрен өйрәнеү.
Танышыу. Һаулыҡ һорашыу.
Мин һәм минең ғаиләм. Минең яратҡан шөғөлөм. Көн тәртибе. Магазин: кейем-һалым, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек алыу. Яратҡан ризығым. Ғаилә байрамдары: тыуған көн, Яңы йыл. Бүләктәр.
Минең дуҫтарым. Йорт хайуандары.
Минең мәктәбем. Класс бүлмәһе, уҡыу предметтары, уҡыу әсбаптары. Дәрестәр.
Тирә яҡтағы донъя. Минең йортом/ квартирам/ бүлмәм: бүлмәләр, йыһаздар. Тәбиғәт. Йорт хайуандары һәм ҡырағай хайуандар. Яратҡан миҙгелем. Һауа торошо.
Тыуған илем. Башҡортостандың баш ҡалаһы. Әҙәби персонаждар. Балалар фольклоры.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
Уҡыу йылы аҙағында 2 -класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:
1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):
- уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;
-иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт
һорау (телмәр этикеты);
-текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.
2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):
-бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,
-һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,
-диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,
-үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,
-ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,
-башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.
3. Уҡыу (чтение):
-тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),
поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,
-
уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,
-
текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.
4. Яҙыу (письмо):
-
хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,
-
ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,
-
шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,
-
бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу
-
ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).
-
Календарь-тематик план
Темалар
I сирек (8 с.)
Танышыу.Знакомство.
1
Инеш д9рес. *ин кем? (9 5н-х9рефе
1
4.09.15
2
*е2 кем? *8 5н-х9рефе
1
11.09.15
3
*ине4 исеме4 кем? (нисек)4 5н-х9рефе.
1
18.09.15
4
*ин 3ай2а й9ш9й8е4? 2-2 5н-х9рефе.
1
25.09.15
5
*и49 нис9 й9ш? 7-75н-х9рефе.
1
2.10.15
Был мин.
6
Т9н 5л5шт9ре.3-3 5н-х9рефе.
1
9.10.15
7
Ауырта/ Ауыртмай.3-3 5н-х9рефе
1
16.10.15
Мине4 1аил9м.
8
Мине4, 8ине4, уны4. !-15н-х9рефе
1
23.10.15
9
Бармы?!-1 5н-х9рефе
1
30.10.15
10
Ним9 эшл9й? %-5 5н-х9рефе
1
Мин ним9яратам?
11
Ним9 мен9н? 6 5н-х9рефе
1
12
Ним9 мен9н? А2ы3- т7лек.
1
Мине4 м9кт9бем.
13
М9кт9п нинд9й?
14
Мине4 класым. Класс нинд9й?
1
15
Мин м9кт9пк9 йыйынам. Кемдеке?
1
16
Мин у3ыусы. Нисек?
1
17
Контроль к7сереп я2ыу.
18
Мин д9рест9. Кай2а?
1
19
Мин д9рест9н сы3тым. Ним9 эшл9йем?
1
Мине4 уйынсы3тарым
20
Ним9? Ним9л9р?
1
21
Нинд9й?
1
22
Ним9 эшл9м9?
1
23
Мин уйнар1а яратам. Ним9 эшл9йбе2?
1
24
Ми49 ним9 к9к9ек?
1
25
Нис9нсе?
1
27
Мине4 кеск9й ду6тарым
1
28
Нинд9й?
1
29
Ни эшл9й?
1
30
Мин ял ит9м. Кай2а?
1
31
Кай2ан?
1
32
Касан?
1
33
Был ним9? Ним9г9?
34
Контроль к7сереп я2ыу.
35
Йом1а3лау д9ресе.
-
Әҙәбиәт
-
Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.-
Өфө, 2006.
-
Тулумбаев Х. А., Давлетшина М. С. Башкирский язык ( учебник для 1 класса
русскоязычных школ) - Уфа, 2011
-
Тулумбаев Х. А., Давлетшина М. С. Башкирский язык ( учебник для 2 класса
русскоязычных школ) - Уфа, 2012г.
-
Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым -
Өфө: Китап, 2007.
-
Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф.,
Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.
-
«Аҡбуҙат» журналы.
-
Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф.,
Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.
-
1-4 -се кластар өсөн электрон дәреслек. Балҡортостан иле.
-
Күңелле минуттар. М.И. Баһаутдинова. Өфө: Китап, 2003
-
Программа по башкирскому языку для русскоязычных учащихся I - XI классов школ
с русским языком обучения. Составители программы: М.Г.Усманова, Х.А.Тулумбаев, М.С.Давлетшина, З.М.Габитова - Ижевск: "Книгоград", 2008.
Һүҙлектәр
1. Ураксин З. Г. Русско-башкирский словарь. Уфа, 2005.
2. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Башкирско-русский словарь. Санкт- Петербург, 2005 г.
Методик ҡулланмалар
-
Аслаев Т.Х., Атнағолова С.В. Башланғыс мәктәптә телмәр мәҙәниәтен үҫтереү
дәрестәре.- Өфө:Китап,2009.
-
Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Дәүләтшина М.С. // Өфө, Китап, 2010.
-
Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева
Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006
-
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова
М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.
-
Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ.(1-2) .// Толомбаев Х.А. Дәүләтшина М.С. Өфө, Китап,
2002.
-
Габитова З.М. методические рекомендации и организация работы по обучению
башкирскому языку в русской школе.- Уфа: Китап, 2006.
-
Ғәбитова З.М., Баһауетдинова М.И. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыу.
Методик күрһәтмә. - Өфө: Китап, 2008
-
Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп
өйрәнеүселәр өсөн.- Өфө: Китап, 2009.
-
Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.
-
Нафиҡова З.Ғ., Аҙнабаева Ф.Г. Тылсымлы өндәр. Методик ҡулланма . - Өфө:Китап,
2010.
-
Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик
кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.
1.Баҫма пособиялар: таблицалар, портреттар.
2.Ишетеп- күреү (экранно - звуковые) пособиялар: видеофильмдар, аудиояҙмалар.
3.ИКТ: компьютер, телевизор.
4.Уҡыу- практик ҡоролмалар: магнитлы класс таҡтаһы.