- Учителю
- Изгелек сәсеп ҡуйғайным…
Изгелек сәсеп ҡуйғайным…
Изгелек сәсеп ҡуйғайным…
Йәмле йәйҙең август таңында бөтә тирә-яҡҡа ауаз һалып,Баймаҡ районының Байыш ауылында Васил менән Зөбәйҙәнең бишенсе балаһы булып,бөҙрәкәй сәсле,зәңгәр күҙле ҡыҙ бала донъяға килгән.
Данлыҡлы Йылайыр совхозының диңгеҙ кеүек йәйрәп ятҡан баҫыуында арыш урып йөрөгән атай кеше ҡайтыуға өләсәһенең күлдәк итәгенә биләп һалынған ҡыҙыҡай мыш-мыш йоҡлай,ә баланан саҡ ҡотолған әсәй кеше эргәһендә кендек әбейе мәж килә,ҡәйнә кеше, итәктәрен ҡыҫтырып,итек ҡунысы менән самауыр борҡота.
Бер аҙна самаһы ваҡыт үткәс,балаға исем ататыу өсөн күрше Манһыр ауылынан Мөжәүир хәҙрәт саҡырылды.Гөлйемеш инәй менән түр башына ултырып,доға ҡылғас,Мөжәүир хәҙрәт:
-Ҡыҙым,бәпескә ниндәй исем бирергә уйланығыҙ?-тип һораны.
-Зилә итәйек микән тип уйлағайныҡ,олатай,үҙемдең исемгә лә яҡыныраҡ булыр,-тип яуапланы йәш ҡатын.
-Әйҙә балаға Миңзәлә тигән исем атайыҡ ,ҡыҙым.Исем лә-гә бөтһә,изгелек килтермәҫ.Балаҡайҙың уң яҡ күҙендә ҡыҙыл миңе лә бар икән,миң тип өҫтәгәс,бөтөр ,иншалла.Һин,ҡыҙым,үҙең дә исемеңде хәләлеңдән дә ,башҡа кешеләрҙән дә Зөбәйлә тип әйттермә,һинең исемең бит Зөбәйҙә.Ә балаҡайың бик өлөшлө булып тыуған, был балаңдан бик күп изгелек күрерһең,иншалла.Бик телсәр ,ғүмер буйы кеше араһында ,бик ярҙамсыл булыр…
Мөжәүир олатайҙың мине өлөшлө бала булыр тип юрауы юш килдеме,юҡмы,әйтә алмайым.Әммә ,ысынлап та, яҙмышым мине ғүмер буйы умарта кеүек гөжләп торған мәктәп менән бәйләне,балалар менән аралашыу,уларҙың нур сәсеп торған көләс йөҙҙәре менән көн дә осрашыу бәхетен бүләк итте.
Мөжәүир олатай миңә ете хәрефтән торған исем бүләк иткән,тыуған көнөм 17 август көнөнә тура килә. Мине мосолмандың яратҡан 7 һаны ғүмер буйы оҙата килә. Тыуған яғым Баймаҡ районына килен булып төшкән Дәүләкәндән юлға сыҡһаң, ете район аша үтергә кәрәк:Әлшәй,Стәрлетамаҡ,Салауат,Мәләүез,Күгәрсен,Ейәнсура,Йылайыр.
Ете-ғәжәйеп хикмәтле һандарҙың береһе.Ул-боронғо замандарҙа иң күп тигәнде аңлатҡан.Хатта боронғо башҡорт әкиәттәрендә бик алыҫ ерҙе һүрәтләргә теләһәләр,ете диңгеҙ артында тип әйткәндәр.Ете һаны-яҡты һан.Әҙәмде донъяла шул етелек уратып алған кеүек:өҫтә-7 ҡат күк,аҫта-7 ҡат ер.Күктә-7 йондоҙ,ерҙә-7 мәғдән.Аҙнаның 7 көнө,йәйғорҙың 7 төҫө,моңдоң 7 өнө,7 ырыу,ә ҡурайҙың 7 тажы бар.
Эш тәжрибәмдә мин 7 таяуға таянам:
1.Туған телемде яратыу
2.Тоғролоҡ
3.Тырышлыҡ
4.Тәбиғилек
5.Талапсанлыҡ
6.Тәжрибәгә таяныу
7.Таң ҡалдырыу
1.Туған телемә һөйөү миңә әсәйемдең сәңгелдәк йыры,халҡымдың рухи мираҫы аша күскән.Уҡыусыларым да туған телдәрен яратһын өсөн мин дәрес менән генә сикләнергә тейеш түгелмен.Шуға күрә уҡыусыларҙы үҙ миҫалымда тәрбиәләргә тырышам. Ейән-ейәнсәрҙәрем дә туған телдә аралаша,шиғырҙар һөйләй,йырҙар йырлай белһен.Бер ваҡытта ла башҡорт булыуҙарынан оялмаһындар,ғорур башҡорт булып ҡалһындар.
2.Мин бәләкәйҙән уҡытыусы һөнәрен яраттым.Тәүге уҡытыусым Тәнзилә Хаммат ҡыҙы,башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәриҙә Зәйнулла ҡыҙы үткәргән дәрестәр мине ҡыҙыҡһындырҙы,уҡытыусы эшенә һөйөү уятты.33 йыл инде мин эшемә тоғромон.
3.Тик тырышлыҡ ярҙамында үҙ алдыңа ҡуйған маҡсаттарға ирешергә мөмкин.Был фекерҙе мин бер туҡтауһыҙ ҡабатлар инем,сөнки маҡсат ҡуйып йәшәү донъяға ҡыҙыҡһыныу уята.
4.Яһалма ҡыланып,балаларҙың ышанысын яулау мөмкин түгел.Улар хаҡ менән ялғанды, ысын йөҙөң менән яһалмалылыҡты хәҙер тойоп ала.Шуға күрә тәбиғилек- минең иң ҙур байлығым.
5.Талапсанлыҡ һәр уҡытыусыға хас сифаттыр ул. Сөнки балаларға белем биреү процесында был сифатыңды юғалтһаң, уларҙың предметҡа ҡарашы ла үҙгәреп китеүе мөмкин.Бала бәләкәйерәк сағында талапсанлыҡты дөрөҫ аңламай ,ләкин йылдар үткәс, тормош тәжрибәһе артҡас,уның баһаһы бермә-бер үҙгәрәсәк.
6.Тормош юлын үткәндә һәр кеше үҙ эҙен ҡалдыра. Кемдеңдер эҙҙәре беленер-беленмәҫ, кемдәрҙер бураҙналай тәрән эҙҙәр һала.Тик ысын шәхестәрҙең бураҙналай эҙҙәренә баҫып, уларҙың бай тәжрибәһенә таянып,файҙалы итеп үткәрергә тырышам мин һәр дәресемде.
7.Тормош алға бара.Хәҙер инде беҙ компьютер заманында йәшәйбеҙ. Уҡыусыларҙың хөрмәтен яуларға тырышһаң, улар менән бер рәттән атлау кәрәк."Мин белмәйем"тип ҡул ҡаушырып ултырыр ваҡыт түгел, балаларҙы аптыратып, "контактта" һ.б. төркөмдәрҙә ултырырға ла мөмкинселек табырға кәрәк, уларҙы таң ҡалдырып, аптыратып,заман менән бергә атларға.
Башҡортостан республикаһы Мәғариф министрлығы
Дәүләкән районы муниципаль районының мәғариф бүлеге
Ҡоръятмаҫ урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Изгелек сәсеп ҡуйғайным…
(эссе)
Башҡарыусыһы :
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Миңзәлә Васил ҡыҙы Хәлилова