- Учителю
- Разработка урока по башкирскому языку на тему: Н. Мусин.Ҡоралайҙар.
Разработка урока по башкирскому языку на тему: Н. Мусин.Ҡоралайҙар.
Тема: Ноғман Мусин "Ҡоралайҙар".
Маҡсат:
-
Ноғман Мусиндың ижады менән танышыуҙы дауам итеү; уның әҫәрҙәре аша тәбиғәттең серҙәре менән таныштырыу;
-
Балаларҙың фекерләү кеүәһен үҫтереү, йүгерек, тасуири, аңлы, дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен нығытыу;
-
Ҡоралайҙар тураһында белем биреү, балаларҙа хайуандарға ҡарата мәрхәмәтлелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:Н.Мусиндың портреты, ҡоралай һүрәте,
дәрес буйынса презентация.
Дәрес барышы
1.Ойоштороу мәле: Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!
1) Хәйерле көн, алһыу таңдарға!
Хәйерле көн, һайрар ҡоштарға!
Хәйерле көн, зәңгәр
күктәргә!
Хәйерле көн,
яҡын дуҫтарға!
Ултырығыҙ!
2) Һәр әҙәби уҡыу дәресендә ҡуллана торған ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөгөҙ әле.
1.Тулы һөйләмдәр менән дөрөҫ итеп яуап бир!
2. Иғтибар менән тыңла!
3. Кеше фекерен ҡабатлама, үҙ фекереңде әйт!
2. Актуалләштереү.
(2-се слайд)
" Балыҡҡа - һыу, ҡошҡа - һауа, йәнлектәргә - урман, ялан, ҡырҙар, ә кешегә Ватан кәрәк. Тәбиғәтте һаҡлау, тимәк, Ватанды һаҡлау".
Михаил Пришвин
-
Был матур һүҙҙәрҙе һеҙ нисек аңлайһығыҙ?
-
Һеҙҙең өсөн Ватан нимә ул?
-
Тәбиғәтте һаҡлар өсөн һеҙ нимәләр эшләйһегеҙ?
-
Михаил Пришвин тураһында нимәләр һөйләй алаһығыҙ?
-
Тәбиғәт тураһында яҙған рус яҙыусыларын һанап сығығыҙ.( Бианки, Пришвин, Чарушин, Тютчев, Паустовский)(3-сө слайд)
-
Уҡыусылар, беҙҙең үҙебеҙҙең Бианки, Пришвин бар.Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, кем ул?(Ноғман Мусин)(4-се слайд)
Маҡсатҡа сығыу:
-
Эйе, уҡыусылар, Ноғман Мусин. Ноғман Мусин тураһында нимәләр беләһегеҙ?
-
Ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?
-
Тимәк, беҙ дәрестә кем тураһында һөйләшәкбеҙ? Йәгеҙ әле, кем Ноғман Мусин тураһында һөйләп үтә.
Ноғман Мусин тураһында мәғлүмәт биреү. (Бер уҡыусы Ноғман Мусин биографияһы менән таныштыра)
-
Ҙур рәхмәт!
-
Йәгеҙ әле, ял итеп алайыҡ.
Физминут (5-се слайд)
Беҙҙең Башҡортостанда
бына ошондай тауҙар,
бына ошондай урмандар,
бына ошондай йылғалар,
бына ошондай ҡырҙар,
ҡырҙарында сәскәләр
барыһы ла матурҙар.
-
Эйе, беҙҙең тәбиғәт иҫ киткес матур, ошо матурлыҡ һоҡланыу,ҡыҙығыу өсөн генә түгел,уның ҡәҙерен белергә кәрәк.Был һүҙҙәрҙе кем әткән?(Әбделнәғим бабай)
Ниндәй әҫәрҙән алынған?(Ҡоралайҙар)
Ҡоралай тураһында белешмә биреү. (6-сы слайд)
Ҡоралай, илек (лат. Capreolus, урыҫ. Косу́ли ) - боландар ғаиләһенә ҡараған оҙон муйынлы, нәҙек аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло ҡырағай хайуан[; Евразия территорияһында таралған.
Һирәкләнгән, ҡатнаш һәм япраҡлы урмандарҙа тереклек итә. Йәй көнө яңғыҙ йәшәй. Ҡышын 10-15 баштан өйөр ойошторалар. Ата кәзә генә мөгөҙлө. Уны йыл һайын ноябрь, декабрь айында алмаштыра, ә апрель айында яңыһы үҫеп сыға.
Башҡортостанда</<font color="#404040"> ҡоралайҙың таралыуы урмандарға бәйле. Ҡоралай күберәк урманлы далала, сенскеле үлән араһында йәшәй, үҫемлектәр менән туҡлана. Ғәҙәттә, инә ҡоралайҙың 1-2, һирәгерәк 3 бәрәсе була.
3.Әҫәр өҫтөндә эш: Уҡыусылар был әҫәрҙе һеҙ өйҙә уҡып килергә тейеш инегеҙ. Уҡынығыҙмы? Әйҙәгеҙ, тексты бер өлөшөн уҡыйыҡ та, һорауҙарға яуап бирербеҙ.
а)Әҫәрҙәң бер өҙөгөн уҡыу.
б) Уҡыусыларҙың сылбырлы уҡыуы.
-
Автор Әбделнәғим бабайҙы нисек һүрәтләгән?
-
Ҡоралайҙарҙы нисек һүрәтләгән?Ошо юлдарҙы табып уҡып күрһәтегеҙ.
-
Әбделнәғим бабай ҡоралайҙарға ниндәй ярҙам күрһәтә?
-
Текста ниндәй ҡоштар, кейектәр тураһында һүҙ бара?
-
Текста ниндәй ер-һыу атамалары осраттығыҙ?
-
Текста атаҡлы һунарсы иҫкә алына.Кем ул?
-
Борхан өсөн иң матур януар нимә?
-
Һеҙҙеңсә , иң матур кейек ниндәй ?ни өсөн иң матур икәнен аңлатығыҙ ?
-
Әбделнәғим бабай ниндәй һығымта яһай?ошо юлдаҙы уҡып күрһәтегеҙ.
5.Йомғаҡлау.Дәресте йомғаҡлап нимә әйтергә була? Тимәк, Н.Мусин кем инде ул?
Әйе, Ноғман Мусин - тәбиғәт йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.
Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен, ғәҙәттә, халыҡсан ижад тип баһалайҙар. Тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған ижад өлгөләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Уның ижады заман үҙгәрештәренә лә бирешмәй, сөнки улар кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итә.
Уның повесть һәм романдарына нисәмә быуын уҡыусылары һоҡланыуҙан туҡтамай. Яҙыусыға хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Ә әҙип өсөн иң ҙур бүләк - халыҡ һөйөүе
6.Өйгә эш биреү.Баһалау. Кемдәр был дәрестә "5"гә яуап бирҙем тип уйлай?
Кем бер аҙ тырышырға кәрәк тип уйлай?
«Матур кеше» тигән темаға кескәй хикәйә төҙөп яҙығыҙ.