7


  • Учителю
  • Б.БикбайЖивые родники (ВНЕКЛАССНОЕ ЧТЕНИЕ)

Б.БикбайЖивые родники (ВНЕКЛАССНОЕ ЧТЕНИЕ)

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
предварительный просмотр материала

Тема: Б.Бикбай. "Тере шишмәләр" повесы (кластан тыш уҡыу)

Маҡсат: 1) Яҙыусының тормош һәм ижад юлын төплөрәк өйрәнеү;

2) Уҡыусыларҙың ижади һәләтен, бәйләнешле телмәр, фекерләү

ҡеүәтен, эҙләнеү күнекмәләрен үҫтереү;

3) Яҙыусының тормош һәм ижад юлы өлгөһөндә уҡыусыларҙа әхлаҡ,

әҙәп тойғолары, тыуған ергә мөхәббәт, ихтирам хисе тәрбиәләү.



Дәрес төрө: эҙләнеү дәресе.



Йыһазландырыу: электрон дәреслек буйынса тормош һәм һәм ижад юлын сағылдырған фотолар, экран, компьютер, китаптар күргәҙмәһе, Б.Бикбай тураһында ҡәләмдәштәренең әйтелгән һүҙҙәре.



Дәрес барышы:

I. Уҡытыусының инеш һүҙе.

- Һаумыһығыҙ, хөрмәтле башҡорт теле уҡытыусылары, көнө-төнө ил-тел яҙмышы, башҡортом тип яныусы тел белгестәре, уңған методистар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла Бәләбәй ерендә күреүебеҙгә ысын күңелдән шатбыҙ. Яҙмыш бүләк иткән ошо осрашыу сәғәттәре мәңгелеккә күңелдәрҙә уйылып ҡалыр, тип ышанабыҙ. Ә уҡыусылар һеҙгә тырышып эшләргә һәм белемдәрегеҙҙе күрһәтергә кәрәк булыр.

Бөгөнгө дәрестә һүҙ, оло талант эйәһе, ҡабатланмаҫ шәхес, күренекле шағир һәм яҙыусы, билдәле драматург Баязит Бикбай хаҡында буласаҡ.



II. (Башына түбәтәй, ҡултыҡ аҫтына "Тере шишмәләр" китабын ҡыҫтырған бер уҡыусы атлап сыға. Ҡоштар, шишмә тауышы яҙылған аудиотаҫма ебәрелә, ә экранда слайдтар күрһәтелә).

- Һаумы, тыуған ауылым! Кешеләргә шатлыҡ, күңел рәхәтлеге биргән шишмә буйҙары! Ни хәлдәһең, шишмәкәй? Эргә-тирәңде сүп-сар баҫтымы? Әллә йор ағышыңды быуып, таштар төшөп яттымы?

- Бына шулай. Ер, һыу - бөтә башланғыстың башы бит ул. Гүзәл тәбиғәткә булған минең сикһеҙ мөхәббәтем ошо шишмәнән башланғандыр ҙа әле.

(Үҙенең тормошо тураһында һөйләй башлай).

- Ауылым - Ҡалта. Әммә мин Яңы Морапталда тыуған малай. Беҙҙең Ҡалта ауылы Юшатыр буйында урынлашҡан. Атайым һуғышҡа сығып китә. Беҙ, әсәйем һәм ике һылыуым менән, олатайым Шәрәфи Аҡъюлов ҡарамағында тороп ҡалдыҡ. Олатайым һөйләгән саҡта төрлө тапҡыр һүҙҙәр, халыҡ мәҡәлдәрен йыш ҡуллана торған ине. Ул миңә биш-алты йәшемдә саҡтан уҡ урыҫса хәрефтәр таныта башланы. Олатай, өләсәй ҡулында үткән дүрт йылым онотолмаҫ сихри әкиәт һымаҡ, минең хәтеремдә уйылып ҡалды. Минең биографиям хаҡында тулыраҡ белергә теләһәгеҙ, "Тере шишмәләр" тип исемләнгән әҫәремде китапхананан алып уҡый алаһығыҙ. (Китапты уҡыусыларға күрһәтә һәм сығып китә).





III. Өй эшен тикшереү. Автобиографик повесҡа анализ яһау. Өйҙә төҙөлгән пландарҙы тикшереү. (интерактив таҡтала план яҙылған).

- Уҡыусылар, ә һеҙ "Тере шишмәләр" повесын уҡынығыҙмы? Уға ниндәй план төҙөнөгөҙ?

1) Бала сағы.

2) Үҫмер йылдары.

3) Ырымбур. Ҡарауанһарайҙа уҡыған осор.

4) Өфөлә гәзит-журналдарҙа эшләүе.

5) Ижади (шағир, прозаик, драматург, публицист).

6) Ғүмеренең һуңғы йылдары.



а) Статистик, динамик, вариацион парҙарҙың эшләүе

- Йөкмәткеһен нисек үҙләштереүегеҙҙе бер-берегеҙгә һорауҙар биреп тикшереп үтәйек. Иң башта икәүләп, ә һуңынан - дүрт уҡыусы бергә эшләйәсәкһегеҙ.

б) Һорауҙарға яуаптар алыу. (Уҡытыусы һорау бирә).

- Б.Бикбай ҡайҙа, нисәнсе йылда тыуған?

- Ата-әсәһенең исемдәре нисек?

- Ауылы ниндәй йылға буйында урынлашҡан?

- Ырыуының исеме нисек?

- Атаһы нисәнсе йылда һуғышҡа китә?

- Б.Б.атаһы ниндәй уҡыу йортон тамамлай?

- Атаһы һуғышҡа киткәс, уны кем тәрбиәләй?

- Олатаһы менән өләсәһе ҡулында нисә йыл йәшәй?

- Русса уҡырға кем өйрәтә?

- Бала сағында кемдәрҙең әҫәрҙәрен уҡырға яратҡан?

- Б.Б. тыуған ере дала яғымы, әллә урманмы?

- Кем ул Ниғмәт ағай?

- Б.Б. тыуған ауылынан Ырымбурға нисә саҡрым?

- Әҫәр ни өсөн "Тере шишмәләр" тип атала?

-Б.Бикбайҙың шағир, яҙыусы булып китеүҙә кемдәрҙең роле күберәк тип уйлайһығыҙ?



- Ни өсөн повесть автобиографик әҫәр тип атала?



Һүҙлек эше. Автобиография һүҙенә аңлатма биреү.





IV. Уҡыусыларҙан эшләп килгән шәжәрәләрен ҡарау, анализлап китеү.

- Өйҙә һеҙгә шәжәрә төҙөп килергә ине. Ниндәй ырыу тамырҙарын таба алдығыҙ?

- Һеҙ эшләп килгән шәжәрәләргә беҙ кешенең нәҫел-нәсәбен тамырҙарға оҡшаттыҡ. Ысынлап та, шишмәләрҙә, ағас тамырҙары кеүек, бер-береһенә тоташҡандар. Ағастарында берәүҙәре ҡорой, икенселәре яңынан, тамыр ебәрә. Шишмәләр ҙә, ҡайһылары ҡорой, ҡайһылары ағын һыуҙар менән яңы шишмәләр барлыҡҡа килтерә. Ғүмер шулай дауам итә. Б.Бикбай үҙенең әҫәрендә шуларҙы әйтергә теләгәндәр ҙә, моғайын.





V. Һайланма уҡытыу.

а) Мусаҡай тауы башындағы һалҡын шишмә.

б) Кешеләр ырыуының тармаҡтары.

в) Ерҙәр һатыла.

г) Һығымта яһау. (уҡыусылар яуабы)

- Ер - төп байлығыбыҙ һәм төп мираҫыбыҙ. Әгәр ҙә ошо байлыҡҡа һаҡсыл ҡараш, булдырмаһаҡ, үҙебеҙҙе хужалар итеп тыймаһаҡ, киләсәк быуынды ерһеҙ ҡалдырыуыбыҙ ихтимал.

- Еребеҙҙе һаҡлау, яҡлау, ерҙә дөрөҫ йәшәү - ул беҙҙең ата-бабаларыбыҙ алдындағы аманат. Шул турала онотмайыҡ. (Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе)



VI. Әҫәрҙәге һүрәтләү сараларын табыу.

- Уҡыусылар, яҙыусы шишмәнең матур сифаттарын, уға булған яратыу хистәрен ниндәй һүрәтләү саралары ярҙамында еткерә?

- Эпитеттар: ҡараһыу, зәңгәр, аҡ йылғалар, кескәй генә Юшатыр, матур, тәмле Юшатыр һыуы, йәмле тормош, гүзәл тәбиғәт, һалҡын шишмә, тынау белмәй, үҙенең мәңгелек әкиәттәрен гел сылтырап ятҡан шишмә, йәнгә татлы, рәхәтлек биргән һалҡын һыу, сикһеҙ мөхәббәт, шатлыҡ, күңел рәхәтлеге биргән шишмә буйҙары.

- Йәнләндереүҙәр: йыраҡ тарала даны, йылғаның сылтырап ятыуы, ел килтерә йылғам анҡыуын, Юшатыр һыуы дәрт бирә, көс бирә, ҡояш бата, ҡайғылар үткән.



VII. Әҫәрҙәге ябай кешеләр образы. (ҡылыҡһырлама биреү). Дәфтәрҙә эшләү.

(Карточкала яҙылған образдарға төркөмдәр ҡылыҡһырлама бирә, һәм улар кем тураһында икән, башҡа төркөмдән һорай).

- Һеҙгә карточкалар таратыласаҡ. Ул карточкала әҫәрҙең геройҙары яҙылған. Шул геройҙарҙың һәр-береһенә ҡылыҡһырлама бирегеҙ. Тик кем тураһында икәнен әйтмәгеҙ. Уны башҡа төркөм билдәләйәсәк.

1-се төркөм. Атаһына.

2-се төркөм. Олатаһына.

3-сө төркөм. Өләсәһенә.

4-се төркөм. Базлы бабайға.

5-се төркөм. Низам ағайға.

1-се образ. Оҙон буйлы, күҙҙәре йәшкәҙәберәк тора, үтә күреүсән, бик теремәк, донъя хәлдәре тураһында уй-фекер йөрөтөргә әүәҙ ҡарт. Ғүмере ҡатмарлы, ҙур китап яҙырлыҡ, тура һүҙле, эш һөйөүсән, тик тормаҫ, русса ла төркисә лә уҡый-яҙа белә. "Хәрәкәттә - бәрәкәт" тип ғел ҡабатларға ярата.

- Кем тураһында һүҙ бара?

- Баязит Бикбайҙың олатаһы Дауыт улы Шәрәфи Аҡъюлов.

2-се образ. Ҡырыҫ тәбиғәтле, тәмле-тәмле нәмәләр менән һыйлаусы бик яҡшы ҡарсыҡ.Ире каторгала саҡта, бесән йөгөнән ҡолап төшөп, билен имгәткән, шуға күрә бөксәнләп йөрөй.

- Һылыуҡай өләсәһе.

3-сө образ. Тоҡор буйлы, ҡатыны Камилә, баларҙы ныҡ ярата, яҡты сырайлы, ағастан уйынсыҡтар яһай, үҙенең балаһы юҡ. Мондалина һымағыраҡ ике генә ҡылы бер нәмәһе бар. Ул тауыш сығара. Шул тауышҡа балалар иҙән һелкетеп бейейҙәр.

- Ауылдашы Файзулла ағай.





VIII. Һорауҙар буйынса әңгәмә.

- Тере шишмә тигәнде нисек аңлайһығыҙ?

- Әле лә ағып ятҡан, ҡоромаған шишмә.

- Шишмә ҡоромаһын өсөн ни эшләргә кәрәк?

- Ҡайғыртып, тәрбиәләп торорға, һаҡларға кәрәк.

- Баязит Бикбай әҫәрендә ниндәй проблемаларға ҡағыла?

(Бер уҡыусы шиғыр һөйләй).



Тамсыларҙан тамсы йыйыла,

Хәтер шишмәһенә уйыла.

Сал тарихты һөйләй шишмәләр,

Бик боронғо серҙе сисәләр.

(Шул уҡыусы үҙенең шәжәрәһен һөйләй).



IX. Йомғаҡлау.

- Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Баязит Бикбай ижадының шишмә башы ҡайҙан башлана?

- Ауылы эргәһендәге Ерек шишмәһенән, егәрле ауылдаштары, ата-әсәһенән, олатаһы тәрбиәһенән, өләсәй һабаҡтарынан, тәбиғәткә булған һөйөүенән һәм яҙыусыны уратып алған мөхит, тормош үҙе.

- Дәресебеҙ аҙағына ла яҡыныша. Баязит Бикбайҙың ижад шишмәһенә бер тамсы ғына булһа ла ауыҙ иткәндәй үҙегеҙҙе хис иткәнһегеҙҙер. Ошо шишмәнең сафлыға күңелдәрегеҙҙе сафландырып торһон. Һеҙгә һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле, йондоҙло уйҙар теләп, хушлашабыҙ. Күңел шишмәгеҙ мәңге ҡоромаһын.





X. Өйгә эш биреү. Дәфтәргә әҫәр буйынса аннотация яҙып килергә.



XI. Билдәләр ҡуйыу.









 
 
X

Чтобы скачать данный файл, порекомендуйте его своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить материал