- Учителю
- Туған башҡорт теленән 6 класс өсөн эш программаһы
Туған башҡорт теленән 6 класс өсөн эш программаһы
Программаға аңлатма яҙыу
6-сы класс өсөн туған (башҡорт) теленән эш программаһы 2016-2017 уҡыу йылына түбәндәге норматив -хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:
1.Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.
2. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы (Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., ТоломбаевХ.А., Вилданов Ә.Х.,Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И., Ижевск: «КнигоГрад», 2008й.),
3.Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Туймазы ҡалаһы 7-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планы
6-сы класс уҡыусыларын туған (башҡорт )теленә өйрәтеүҙең
маҡсаттары һәм бурыстары
Рус телендә белем биреүсе мәктәптәрҙә уҡыусы башҡорт балаларына туған телен уҡытыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары түбәндәгеләрҙән тора:
1. Уҡыусыларҙың башҡорт әҙәби телен үҙләштереүенә, тексты аңлап, тасуири уҡып, йүгерек уҡыуына, дөрөҫ яҙа белеүенә, әҙәби тел нормаларын һаҡлап, төрлө темаларға өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡортса иркен һөйләшенә ирешеү, йәғни, әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, килеп сығышы, тарихи ямышы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ.б менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү.
6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә мөхәббәт, ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә, ололарға, кеселәргә, һәм, ғомүмән, кешегә ихтирам, мәрхәмәтлелек, шәфғәтлелек тәәбиәләү, шулай уҡ хеҙмәт тәрбиәһе һәм эстетик тәрбиә биреү.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары
тормошҡа ашырыла
-
-
Рәсәй Федерацияһының "Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында" Федераль Законы 29.12.2012 №273-ФЗ.
-
-
"Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында" Законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)
-
"Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында" Законы 01.07.2013 №696-3
-
"Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында" Законы 15.02.1999йыл №216-3
-
Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730
Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар
Йыл аҙағында VI класс уҡыусылары түбәндәге телмәр күнекмәләренә эйә булырға тейештәр:
-
Грамматика буйынса материалды үҙләштереү:
-
башҡорт әҙәби теле, уның нормалары,
-
үҙ аллы һүҙ төркөмдәре (исем, яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ исемдәр, исемдең һан, эйәлек, килеш, күплек, хәбәрлек категорияһы; сифат, сифаттың дәрәжәләре, исем урынында килә алыуы, сифаттарҙың исемләшеү осраҡтары; алмаш, уларҙың мәғәнә үҙенсәлектәре, төркөмсәләре, һан, ҡушма һандар);- морфологик анализ күнекмәләрен үҫтереү;- варваризм, неологизм, архаизм;
-
Төрлө тип һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуя белеү;
-
һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айыра белеү.
-
Башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр; тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә) эшләй белеү;
-
Хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу;
-
тексты күсереп яҙыу,
-
текст буйынса йә картина нигеҙендә 4-5 һорауға яуап яҙыу,
-
бирелгән ситуация буйынса 4-5 һөйләмдән торған текст яҙыу,
-
ныҡлы әҙерлектән һуң программала күрһәтелгән нормалар күләмендә өйрәтеү характерындағы диктант, контроль диктант, изложение, инша яҙыу.
Уҡыу- уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау
Рус мәктәптәрендә уҡыусы балаларҙың туған (башҡорт) теленән һәм уҡыуҙан белемдәрен һәм күнекмәләрен баһалау өсөн махсус нормалар билдәләнә.
-
Балаларҙың уҡыу һәләттәрен баһалау
Уҡыусыларҙың башҡортса уҡыу оҫталығын, телдән яуапты баһалағанда, уларға тәҡдим иткән текстың (ғәҙәттә хикәйә характерындағы проза әҫәре) йөкмәткеһен аңлап, тейешле тиҙлектә тасуири уҡыуы, һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыуы, интонацияны бирә белеүә, башҡалар ишетерлек һәм аңларлыҡ кимәлдә тыныс, шыма уҡыуы иҫәпкә алына.
Уҡыу йылы уртаһында һәм аҙағында (цифрҙар шуны күрһәтә) 7 класс балаларының уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:
-
Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау
Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теленән класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла. Уларҙың ҡайһы берҙәре башланғыс кластарҙа ла юғары кластарҙа ла файҙаланыла, өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр: һүҙҙәрҙе, типик фразаларҙы, һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу; һүҙлек диктанты, ғәҙәти диктант; башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр; тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә); дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү; һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар; тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү инә.
Башҡорт теленең ағымдағы, триместр йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Яҙма эш төрҙәре (изложение, инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин: карточкалар менән эш; тест; һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү; текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе; терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү; һүҙлек диктанты; һөйләмдәр төҙөү; һүҙлек менән эш.
Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. Бындай контроль эштәр мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.
Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
Һорауҙарға яуап биреү
Контроль диктант
Изложение
Инша
Күләме
1
6
3
3
Контроль характерҙағы яҙма эштәр текстарының күләме түбәндәгесә билдәләнде:
Диктант
Изложение
Инша
Күләме
40-50
40-50
45-55
V-IX класс уҡыусыларының туған (башҡорт) теле буйынса
белемдәрен һәм күнекмәләрен баһалау нормалары
I. Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары
үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйцынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү, иҫәпкә алыу, шуның менән бергә,алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә, күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.
Уҡыусының яуабын баһалағанда, түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:
-
Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;
-
Үтелгәнде аңлы үҙләштереү, аңлау кимәле;
-
Яуаптың телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.
Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.
Әгәр уҡыусы:
-
Тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа, тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;
-
Үтелгән материалды тулы аңлауын, белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;
-
Материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә, ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа, телендә, телмәр төҙөлөшөндә һирәк - һаяҡ яңылышлыҡтар китһә, уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә,ләкин
-
Материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;
-
Әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә, үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;
-
Яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа, уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен, билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана
II. Диктанттарҙы баһалау
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн әҙерләнгән диктанттар тексына бөтә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр инә. Грамматик эштәр өҫтәп бирелгәндә, диктант текстары бер аҙ ҡыҫҡартыла. Орфограммаларҙың һәм пунктограммаларҙың дөйөм һаны түбәндәгеләрҙән артмаҫҡа тейеш: II -4/1 , III- 5/2 , IV-6/2 , V -8/3 VI-10/3 , VII -12/6, VIII-14/6, IX-16/6
Диктантты баһалағанда төҙәтелә, әммә иҫәпкә алынмай торған хаталар:
1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар;
2) әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар;
3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуация;
4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.
Тупаҫ булмаған хаталар:
1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;
4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
«5»-хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә: 1/0,1/2,0/2.
«4» -2 орфографик, 2 пунктуацион, 1 орфографик, 3 пунктуацион: 2/2, 1/3, 2/3, 3/3, 1/5, 0/7.
«3» - 4 орфографик, 4пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион: 4/4, 3/5, 3/6,
өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә өс ҡуйыла.
«2» - 9 орфографик, 9 пунктуацион: 8/10, 9/9
«1» - уҡытыусы ҡарамағында.
Өҫтәлмә эштәрҙе баһалау:
«5» - бөтә эш теүәл йәки бер хата булғанда.
«4» - эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнһә.
«3» - яртыһынан әҙерегә дөрөҫ эшләнһә.
«2» - бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгән
III. Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау
Инша һәм изложениеларҙы баһалауҙың төп критерийҙары
Йөкмәтке һәм телмәр
Грамоталылыҡ
«5»
1.Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.
2.Фактик хаталар юҡ.
3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.
4.Эштең һүҙлеге бай.
5.Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштә йөкмәтке яғынан-5, телмәр яғынан 5 кәмселек булырға мөмкин.
3 орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин.
"4"
1.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем тайпылыштар бар).
2.Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.
3.Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмәэҙлелек боҙолған.
4.Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.
5.Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһендә 8, телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин.
7 орфографик, 6 пунктуацион йәки 2 орфографик,
13 пунктуацион,
5 грамматик хата
"3"
1.Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.
2.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ.
3.Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙеңҡулланылышында хаталар бар.
4.Эштә йөкмәтке яғынан -15, телмәре яғынан 15 хата булыуы мөмкин.
10 орфографик, 13 пунктуацион,
8 грамматик хата
Уҡытыу процесының төп формалары
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә: башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр; тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә); дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү; һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар; тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.
Яҙма эш төрҙәре (изложение, инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин: карточкалар менән эш; тест; һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү; текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе; терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү: һүҙлек диктанты; һөйләмдәр төҙөү; һүҙлек менән эш; һүрәтләү иншаһы.
Уҡытыу предметының уҡытыу планында тотҡан урыны
VI класс уҡыусылары өсөн алда күрһәтелгән программа (Хажин В.И., Вильданов А.Х. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 6 - сы класында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте. - Яңыртылған 6- сы баҫма. - Өфө: Китап, 2012) дәрестәр һанын аҙнаға 3 сәғәт, йылына 102 сәғәт булыуҙы күҙ уңында тота.
Туймазы ҡалаһының 7-се МБДББ мәктәбенең 2016-2017 уҡыу йылының уҡытыу планында аҙнаға 1 сәғәт, йылына 34 сәғәт итеп (17 сәғәт туған (башҡорт) теле, 17 сәғәт туған (башҡорт) әҙәбиәте) бүленгән. Шул иҫәптән контроль характерҙағы эш төрҙәре ҡыҫҡартып алынды: һорауҙарға яуап биреү - 1, контроль диктант - 2, инша - 1, изложение - 1 сәғәт.
Уҡытыу планы буйынса туған (башҡорт) теленән сәғәттәр һаны
Беренсе тиместр
Икенсе триместр
Өсөнсө триместр
Йыл
Беренсе
модуль
Икенсе модуль
Өсөнсө модуль
Дүртенсе
модуль
Бишенсе
модуль
Алтынсы
модуль
Сәғәттәр һаны
3
3
2
3
3
3
17
Туған башҡорт теле буйынса уҡыу материалының күләме түбәндәгесә билдәләнде
Эш программаһында
Бүлектәр исеме
Сәғәт һаны
Сәғәт һаны
Темалар
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау
2
-
Башҡорт телендә 5 класта үтелгәнде ҡабатлау
-
Башҡорт әҙәби теле, уның нормалар системаһы. Һорауҙарға яуап яҙыу.
Һүҙ төркөмдәре
Исем
2
-
Исем. Янғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Исемдең эйәлек заты категорияһы. Хаталар өҫтөндә эш.
-
Исемдәрҙең хәбәрлек категорияһы.
Сифат
6
-
Сифат, уның дәрәжәләре.
-
Сифат мәғәнәһен алған исемдәр
-
Инша. Тәбиғәтте һаҡлау - беҙҙең изге бурысыбыҙ.
-
Исемләшкән сифаттарҙың үҙгәреше. Хаталар өҫтөндә эш.
-
Сифаттарҙың яһалышы. Тамыр, яһалма сифаттар. Сифат төрҙәре. Ҡушма сифаттар.
-
Контроль диктант. Светофор.
Алмаш
1
-
Алмаш. Уларҙың төрҙәре. Хаталар өҫтөндә эш.
Һан
4
-
Һандар. Ябай һәм ҡушма һандар.
-
Контроль диктант. Алда йәй.
-
Һан формалары Төп һандар. Хаталар өҫтөндә эш.
-
Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы.
Ҡабатлау.
2
-
Изложение. Яҙ күренештәре.
-
Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау.
Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар
Йыл аҙағында VI класс уҡыусылары түбәндәге телмәр күнекмәләренә эйә булырға тейештәр:
-
Художестволы, фәнни- популяр һәм публицистик әҫәрҙәр менән танышыу:
-
өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен, мәғәнәһен белеү, төп темаһын аңлау;
-
тексты талғын, шыма, аңлы, тотош уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү;
-
әҫәрҙең идея-тематикаһын асыҡлыу;
-
ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү;
-
хикәйәләрҙе, әкиәттәрҙе инсценировкалау.
-
»ҙәбиәт теорияһынан һүрәтләү саралары, бәйет, хитап, ҡисса, геройҙарға характеристика, автобиография, биография төшөнсәләрен өйрәнеү.
-
Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уй менән күҙ алдына баҫтырыу; текстың планын төҙөү; текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү, билдәле ситуацияла йөкмәткене ижади дауам итеү;
-
уҡыған текстар буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә хикәйә төҙөү һәм һөйләү:
Уҡытыу процесының төп формалары
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә: башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр; тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә); дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү; һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар; тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.
Яҙма эш төрҙәре (изложение, инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин: карточкалар менән эш; тест; һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү; текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе; терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү: һүҙлек диктанты; һөйләмдәр төҙөү; һүҙлек менән эш; һүрәтләү иншаһы;
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау - 2 сәғәт.
Башҡорт теле буйынса алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Башҡорт әҙәби теле, уның нормалары тураһында төшөнсә биреү.
Һүҙ төркөмдәре турһында төшөнсә. - 2 сәғәт.
Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исем. Исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгрешенең үҙенсәлектәрен, ялғауҙарының фонетик варианттарының ҡулланышын практик күҙәтеү күнегеүҙәре.
Сифат - 2 сәғәт.
Сифат. Сифат дәрәжәләре. Дәрәжә формаларының яһалышы. Тамыр, яһалма, ҡушма сифаттар. Сифаттарҙың үҙгәреше. Башҡорт һәм рус телендәге оҡшаш һәм айырмалы яҡтарҙы билдәләү. Сифат темаһын ҡабатлау. Хат яҙырға өйрәтеү.
Алмаш - 1 сәғәт.
Алмаш. Төп үҙенсәлектәре. Рус телендәге алмаштар менән сағыштырыу, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Килтерелгән текстарҙан алмаштарҙы табыу. Алмаштарҙың башҡорт телендә мәғәнә үҙенсәлектәрее, төркөмсәлере, телмәрҙә ҡулланыу. Алмаш төркөмсәләрен ҡабатлау.
Һандар. - 4 сәғәт.
Ябай һәм ҡушма һандар. Һандардарҙың телмәрҙә ҡулланылышы. Һандар. Фонетик күнегеүҙәр. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың яҙылышы. Цифрҙар менән яҙылған һандарҙы уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен үткәреү.
Ҡабатлау - 2 сәғәт.
Тел буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү. Архаизм, неологизм, варваризм тураһында төшөнсә.
Уҡыу -уҡытыу буйынса методик ҡулланма исемлеге:
1.Хажин В.И., Вильданов А.Х. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 6- сы класында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте. - Яңыртылған 6- сы баҫма. - Өфө: Китап, 2012
2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009
һ. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:
-
Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.
-
Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.
-
Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.
-
Автор коллективы.Балалар әҙәбиәт антологияһы. Икенсе китап.Төҙөүсе Сафуан Әлибай. -Өфө: Китап, 1987.-һ20 бит
-
Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996
-
Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.
-
М. Ғ. Усманова. Башҡортса русса - синонимдар һүҙлеге. Өфө :Китап, 2010.
-
Автор коллективы.Балалар әҙәбиәт антологияһы. Икенсе китап. Төҙөүсе Сафуан Әлибай.-Өфө: Китап, 1987.-320 бит.
6 класс өсөн туған (башҡорт )теленән
2016-2017 уҡыу йылына тематик планлаштырыу
Планлаштырылған үткәреү ваҡыты
Фактик үткәреү ваҡыты
Дәрес темаһы
Иҫкәрмәләр
I триместр, 1- се модуль- 3 сәғәт
I. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау 2 сәғәт
13.09
Башҡорт телендә 5 класта үтелгәнде ҡабатлау
Өй эше:
-
8-се бит, 2-се күнегеү, дөрөҫ уҡырға өйрәнергә.
-
9-сы бит, 3 - сө күнегеү, яҙырға.
-
"Мин йәйҙе нисек үткәрҙем" темаһына инша яҙырға.
27.09
Башҡорт әҙәби теле, уның нормалар системаһы. Һорауҙарға яуап яҙыу.
Өй эше:
-
9-сы бит, 4-се күнегеү, уҡырға.
-
9-сы бит, 3 - сө күнегеү, яҙырға.
-
Хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр яҙып килергә.
II. Һүҙ төркөмдәре. Исем 2 сәғәт
18.10
Исем. Янғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Исемдең эйәлек заты категорияһы. Хаталар өҫтөндә эш.
Өй эше:
-
24-се бит, ҡағиҙәне өйрәнергә.
-
25-се бит, 7 - се күнегеү, диктант яҙырға әҙерләнергә.
-
Йомаҡтар әҙерләргә.
I триместр, 2- се модуль- 3 сәғәт
01.11
Исемдәрҙең хәбәрлек категорияһы.
Өй эше:
-
26-сы бит, 12 - се күнегеү, уҡырға өйрәнергә.
-
94-се бит, 40 - сы күнегеү, яҙырға.
-
26-сы бит, 14 - се күнегеү, хикәйә төҙөргә.
III. Сифат 6 сәғәт
15.11
Сифат, уның дәрәжәләре.
Өй эше:
-
130-сы бит, ҡағиҙәне белергә.
-
131-се бит, 49 - сы күнегеү, яҙырға.
-
Сифаттар ҡулланып ирекле темаға инша яҙфрға.
Сифат мәғәнәһен алған исемдәр
Өй эше:
-
162-се бит, 66-сы күнегеү, яттан яҙырға өйрәнергә.
-
163-сө бит, 67 - се күнегеү, яҙырға.
-
"Тәбиғәтте һаҡла" темаһына буйынса хикәйә төҙөргә.
II триместр, 3- сө модуль- 2 сәғәт
20.12
Инша. Тәбиғәтте һаҡлау - беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Өй эше:
-
Үтелгәндәрҙе ҡабатларға.
-
Һүҙлек һүҙҙәрен ятларға.
-
"Тәбиғәтте һаҡла" темаһына буйынса буклет эшләргә
Исемләшкән сифаттарҙың үҙгәреше. Хаталар өҫтөндә эш.
Өй эше:
-
130-161-се биттәр, ҡағиҙәләрҙе белергә.
-
176-сы бит, 4-се күнегеү, дөрөҫ яҙырға.
-
Тел көрмәлдергестәр альбомы эшләргә.
II триместр, 4- се модуль- 3 сәғәт
24.01
Сифаттарҙың яһалышы. Тамыр, яһалма сифаттар. Сифат төрҙәре. Ҡушма сифаттар.
Өй эше:
-
176-сы бит, ҡағиҙәне белергә.
-
177-се бит, 71-се күнегеү, тәржемә итергә.
-
177-се бит, 72-се күнегеү, һөйләшеүҙе давам итергә.
Контроль диктант. Светофор.
Өй эше:
-
230-сы бит, 85-се күнегеү, яҙырға.
-
230-сы бит, 86-сы тәржемә итергә.
-
Иптәшегеҙгә хат яҙығыҙ.
IV. Алмаш - 1 сәғәт
28.02
Алмаш. Уларҙың төрҙәре. Хаталар өҫтөндә эш.
Өй эше:
-
286-сы бит, ҡағиҙәне үҙләштерергә.
-
286-сы бит, 95-се күнегеү, яҙырға.
-
"Минең ғаиләм" темаһына инша яҙырға.
III триместр, 5- се модуль- 3 сәғәт
V. Һан - 4 сәғәт
28.03
Һандар. Ябай һәм ҡушма һандар.
Өй эше:
-
334-се бит, ҡағиҙәне белергә.
-
335-се бит, 106-сы күнегеү, һорауҙарға яуап яҙырға.
-
Һандар ҡулланып һөйләшеү ҡорорға өйрәнергә.
18.04
Контроль диктант. Алда йәй.
Өй эше:
-
369-сы бит, ҡағиҙәне белергә.
-
370-се бит, 110-сы күнегеү, тәржемә ит.
-
Автобиография яҙырға.
Һан формалары. Төп һандар. Хаталар өҫтөндә эш.
Өй эше:
-
371-се бит, 115-се күнегеү, уҡырға өйрәнергә.
-
371-се бит, 114-се күнегеү, яҙырға.
-
Уҡыған китабың тураһында буктрейлер эшләргә.
IV триместр, 6- сы модуль- 3 сәғәт
02.05
Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы.
Өй эше:
-
370-се бит, ҡағиҙәләрҙе белергә.
-
370-се бит, 112-се бит, һорауҙарға яуап бирергә.
-
Яҙ тураһында хикәйә төҙөп килергә.
IV Ҡабатлау - 2 сәғәт
16.05
Изложение. Яҙ күренештәре.
Өй эше:
-
Үтелгәндәрҙе ҡабатларға.
-
286-сы бит, 95-се күнегеү, тәржемә итергә.
-
Ирекле темаға диалог төҙөргә.
30.05
Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау.
6 класс өсөн туған (башҡорт) теленән
контроль - үлсәү материалдары
З.М. Ғәбитова.
Башҡорт теленән
диктант
һәм
изложениялар
йыйынтығы.
Өфө, 2009.
Инша. Тәбиғәтте һаҡлау - беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Контроль диктант. Светофор.
Контроль диктант. Алда йәй.
Изложение. Яҙ күренештәре.
12